Нәбиев Артём Владислав улы
Нәбиев Артём Владислав улы (2005 йылдың 23 авгусы, Пермь) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүм итеүсе. Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы уйынсыһы[1].
Биографияһы
Артём Нәбиев 2005 йылдың 23 авгусында Пермь ҡалаһында тыуған. Хоккей менән урындағы «Молот» клубында шөғөлләнә башлай [2]. Үҫмерҙәр кимәлендә шулай уҡ Мәскәүҙең «Динамо» һәм Екатеринбургтың «Авто-спартаксы» командалары өсөн сығыш яһай[2].
Спорт карьераһы
2021 йылда «Салауат Юлаев» системаһына күсә. «Салауат Юлаев» СДЮШОР-ын тамамлаған һөжүм итеүсе 2022 йылдың 17 ғинуарында «Толпар» йәштәр командаһы составында Силәбе ҡалаһының «Аҡ айыуҙар» командаһына ҡаршы матчта башлап сығыш яһай. Ун алты йәшлек хоккейсы 13 сменала боҙға сыға, 9 минут 40 секунд уйнау осоронда бер тапҡыр көс алымы ҡуллана, файҙалылыҡ күрһәткесе нуль була[3].
2023/2024 йылдар миҙгелен «Толпар» йәштәр командаһы составында үткәрә. Йәштәр хоккей лигаһының регуляр чемпионатында 50 матчта уйнай, йәмғеһе 16 шайба индерә һәм 26 һөҙөмтәле пас бирә[4].
2024/2025 йылдар миҙгелен "Салауат Юлаев"та башлай. 5 сентябрҙә һөжүм итеүсе Континенталь хоккей лигаһындағы тәүге матчында Ҡазан ҡалаһының «Аҡ Барс» командаһына ҡаршы боҙға сыға[5].
КХЛ-да үҙенең беренсе голын 2024 йылдың 25 ноябрендә Череповец ҡалаһының «Северсталь» командаһы ҡапҡаһына индерә. Юлаевсылар ул көндә хужаларҙы 2:0 иҫәбенә еңә[6][7].
2025 йылдың ғинуарында Континенталь хоккей лигаһы регуляр чемпионаттың 18-се аҙнаһындағы иң яҡшы хоккейсылар исемлеген баҫтырып сығара. "Салауат Юлаев"тың 19 йәшлек форварды карьераһында тәүге тапҡыр иң яҡшы яңы уйынсы була. Уның иҫәбенә аҙнаның өс матчында +1 файҙалылыҡ күрһәткесе менән ике гол, шулай уҡ бер көс алымы ҡулланыу, блокировкаланған өс шайба яҙыла[8].
2025 йылдың 28 майында клуб хоккейсы менән контрактты оҙайта. Яңы килешеү ике йылға иҫәпләнгән[9].
2024/2025 йылдар миҙгелендә лә, 2025/2026 йылдар миҙгелендә лә ваҡыт-ваҡыт Юғары хоккей лигаһының регуляр чемпионатында Нефтекаманан «Салауат Юлаев» системаһы клубы "Торос"тың уйындарына йәлеп ителә[10].
КХЛ-дағы статистикаһы
2024/2025 йылдар миҙгеле: 74 матч, 16 (7+9) мәрәй, файҙалылыҡ күрһәткесе — «-5», штраф минуттары һаны — 14[11].
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Салават Юлаев» подписал новый контракт с Набиевым (28 май 2025). 4 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Набиев Артем Владиславович (23.08.2005), Нападающий - КХЛ/Салават Юлаев - хоккейный игрок - Статистика. 4 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Выпускник спортшколы «Салавата Юлаева» дебютировал в составе уфимской команды (18 ғинуар 2022). 4 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Набиев Артём Нападающий. 4 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Набиев – о дебюте за «Салават» в «зелёном дерби»: «Всю жизнь ждал этого» (5 сентябрь 2024). 4 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Неделя 13 / 25 Ноября 2024 / Матч №338 (24 ноябрь 2024). 4 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Артём Набиев: «До конца не верилось, что забил первый гол в КХЛ» (25 ноябрь 2024). 4 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Форвард «Салавата Юлаева» Набиев признан лучшим новичком недели в КХЛ (13 ғинуар 2025). 4 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Салават Юлаев» подписал новый контракт с Набиевым (28 май 2025). 4 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Набиев Артём Нападающий. 4 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Игроки Артём Набиев №79. 4 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Салават Юлаев» подписал новый контракт с Набиевым (28 май 2025). 4 октябрь 2025 тикшерелгән.