Жаровский Александр Сергеевич

Жаровский Александр Сергеевич (2007 йылдың 22 феврале, Клин[d], Мәскәү өлкәһе) — Рәсәй хоккейсыһы. КХЛ клубы "Салауат Юлаев"тың һөжүм итеүсеһе[1].

Биографияһы

Александр Жаровский 2007 йылдың 22 февралендә Мәскәү өлкәһенең Клин ҡалаһында тыуа. Хоккей менән урындағы «Спорт Клины» клубында шөғөлләнә башлай. Һуңғараҡ — ЦСКА, унан «Витязь» академияһына күсә.

Клубтағы карьераһы

2023 йылда «Витязь» клубының Милли йәштәр хоккей лигаһында (МЙХЛ)-да сығыш яһаған «Хорс» йәштәр командаһына күсерелә. Дебют миҙгелендә 38 матчта уйнай, уларҙа 25 шайба индерә һәм 22 һөҙөмтәле пас бирә.

2024 йылда «Салауат Юлаев» клубы системаһына күсә һәм «Толпар» йәштәр командаһы өсөн сығыш яһай башлай. Йәштәр хоккей лигаһында уҙғарған 45 матчта 24 шайба индерә һәм 26 һөҙөмтәле пас бирә.

2025 йылдың апрелендә Континенталь хоккей лигаһында Гагарин кубогының плей-офф матчтары ваҡытында төп командаға саҡырыла. «Спартак» командаһы менән уҙған серияның ете матчында ҡатнаша һәм һөҙөмтәле пас биреп, бер мәрәй йыя.

2025 йылдың июнендә Милли хоккей лигаһының драфтында уны дөйөм 34-се һан менән «Монреаль Канадиенс» клубы һайлап ала[2]. Драфтан һуң хоккейсы алдағы ике миҙгелде «Салауат Юлаев» составында үткәрәсәген белдерә[3].

Йәш һөжүм итеүсе профессиональ кимәлдәге беренсе тулы 2025/26 уйын миҙгелен уңышлы башлай, ғинуар айына КХЛ даими чемпионатының 41 матчында 35 (13+22) мәрәй йыя[4]. Рәттән өс тапҡыр — октябрҙә, ноябрҙә, декабрҙә айҙың иң яҡшы яңы уйынсыһы тип таныла[5][6][7].

Статистикаһы

Регуляр миҙгел Плей-офф
Сезон Команда Лига У Г П М Штр У Г П М Штр
2024/25 Салауат Юлаев КХЛ 7 0 1 1 2
Бөтәһе КХЛ-да  —  —  —  —  7  0  1  1 2

Иҫкәрмәләр