Кузьмин Глеб Борисович

Кузьми́н Глеб Бори́сович (1997 йылдың 5 ғинуары, Воронеж) — Рәсәй хоккейсыһы, КХЛ клубы "Салауат Юлаев"тың һөжүм итеүсеһе.

Биографияһы

Глеб Борисович Кузьмин 1997 йылдың 5 ғинуарында Воронеж ҡалаһында тыуа. Мәскәүҙең «Динамо» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.

Спорт карьераһы

«Динамо» клуб структураһында ете йыл уйнай, әммә 2014 йылда КХЛ-дың драфтында клуб тарафынан «яҡланмай» һәм «Салауат Юлаев» командаһы системаһына дөйөм 80-се һан аҫтында һайлап алына[1].

2014 йылда ЙХЛ командаһы «Толпар» өсөн уйнай башлай. Ике йылдан һуң Өфө йәштәре командаһының капитаны статусында 51 матчта 48 (18+30) мәрәй йыя. 2017/18 йылдар миҙгеленән уны «Салауат» уйындарына саҡыра башлайҙар, әммә ул йышыраҡ ЮХЛ-дан «Торос» өсөн сығыш яһай. Төп команданың составында нығына алмай[2].

КХЛ-да 2017 йылдың 13 октябрендә СКА командаһына ҡаршы матчта башлап уйнай[3]. 17 октябрҙә үҙенең элекке командаһы — Мәскәүҙең «Динамо» командаһы ҡапҡаһына лигала беренсе голын индерә[1]. 23 октябрҙә аҙнаның КХЛ-дағы иң яҡшы яңы уйынсыһы тип таныла[4].

2021/22 йылдар миҙгелендә барыһы ла үҙгәрә. Махсус хәрби операция башланғас, фин легионерҙары ашығыс рәүештә Рәсәйҙән китә, шуға бәйле «Салауат»ҡа ашығыс рәүештә эске резервтар эҙләргә тура килә. Кузьмин, өс шайба индереп, өфөләр составында ул йылдағы плей-оффтың төп асышы була[5].

2024 йылдың 17 сентябрендә КХЛ-дың регуляр чемпионатында Омскиҙың "Авангард"ына ҡаршы матчта, Даррен Диц менән бәрелешеп, башы менән майҙансыҡтың бортына бәрелә һәм ауыр йәрәхәт ала, һөҙөмтәлә уны боҙҙан носилкала алып сығалар[6]. Хоккейсының күкрәк тапҡырындағы умыртҡа бағанаһы һөйәге һына һәм уға Мәскәүҙә операция яһайҙар[7].

2025 йылдың 12 мартында уның төп состав күнекмәләренә тотоноуы билдәле була[8]. 26 мартта «Салауат Юлаев» менән яңы бер йыллыҡ килешеү төҙөй[9].

2025 йылдың 18 авгусында «Автомобилист» менән иптәштәрсә осрашыуҙа команда капитаны сифатында боҙға сыға, әммә 2:3 иҫәбенә еңеләләр[10][11].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Глеб Кузьмин: «Динамо» ошиблось, не защитив меня на драфте, а я рад играть за «Салават». sports.ru (18 октябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2025. Архивировано 26 сентябрь 2018 года.
  2. Альберт Гильфанов. Жуткая травма игрока «Салавата»: Кузьмин бился в конвульсиях, ударившись головой в борт. m.sport.business-gazeta.ru (18 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2025.
  3. Форвард «Салавата Юлаева» Кузьмин дебютировал в КХЛ. sports.ru (13 октябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2018. Архивировано 26 сентябрь 2018 года.
  4. Гарипов, Нестеров, Доус и Кузьмин признаны лучшими игроками недели в КХЛ. sports.ru (23 октябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2025. Архивировано 26 сентябрь 2018 года.
  5. Альберт Гильфанов. Жуткая травма игрока «Салавата»: Кузьмин бился в конвульсиях, ударившись головой в борт. championat.com. https://m.sport.business-gazeta.ru+(18 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2025.
  6. Игрок «Салавата» врезался головой в борт и его увезли со льда на носилках (17 сентябрь 2024). 25 сентябрь 2025 тикшерелгән.
  7. Влетевший головой в борт игрок КХЛ перенес операцию (25 сентябрь 2024). 24 сентябрь 2025 тикшерелгән.
  8. Сломавший позвоночник игрок КХЛ вернулся к тренировкам с «Салаватом» (12 март 2025). 24 сентябрь 2025 тикшерелгән.
  9. Антон Панченко. «Салават Юлаев» продлил контракт с нападающим Глебом Кузьминым. championat.com. Чемпионат (26 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
  10. Андрей Бобков. «Мыслей закончить не было». Форвард «Салавата» Кузьмин — о дебютном матче после травмы. championat.com. Чемпионат (18 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
  11. Андрей Бобков. «Да я всегда к арбитрам подъезжал». Глеб Кузьмин — о дебюте в качестве капитана «Салавата». championat.com. Чемпионат (18 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.

Һылтанмалар