Алалыкин Данил Максимович

Алалыкин Данил Максимович (2001 йылдың 27 марты, Өфө) — Рәсәй хоккейсыһы. «Салауат Юлаев» клубы һөжүм итеүсеһе.

Уйын карьераһы

Данил Алалыкин 2001 йылдың 27 мартында Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә тыуа. Балалар хоккей мәктәбенең сығарылыш миҙгеленән һуң Йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаған «Толпар» хоккей клубы уйындарына йәлеп ителә. 2019/20 йылдар миҙгелендә үҙәк һөжүм итеүсе тәүге 13 матчында уйнай һәм 13 (9+4) мәрәй йыя, шайбаны 58,7 процент осраҡта уңышлы ырғыта. 2019/20 йылдар миҙгелендә ЙХЛ-да команданың иң яҡшы бомбардиры була.

Шул уҡ миҙгелдә «Салауат Юлаев» клубының төп командаһына саҡырыла. Башлап «Торпедо» менән осрашыуҙа боҙға сыға, унда ул өс смена уйнай һәм КХЛ-да үҙенең беренсе голын индерә[1]. Континенталь хоккей лигаһында XXI быуатта тыуған уйынсылар араһынан беренсе булып гол индерә[2]. Шул уҡ миҙгелдә өфөләрҙең фарм-клубы — Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған Нефтекаманың «Торос» командаһы уйындарына йәлеп ителә.

2024 йылдың майында «Салауат Юлаев» менән килешеүен ике йылға оҙайта[3].

Йыйылма командалағы карьераһы

2020 йылдың ноябрендә Рәсәй йыйылма командаһы составында Финляндияла Карьяла кубогы турнирында ҡатнаша[4]. Ике матчта уйнай, уларҙа мәрәй йыймай. 2021 йылда Санкт-Петербургта йыйылма команда составында иптәштәрсә кубок өсөн уйнай, өс уйында 2 (1+1) мәрәй туплай.

Ҡаҙаныштары

  • 2001 йылғы үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселегенең бронза призеры
  • 2019/20 уйын миҙгелендә ЙХЛ регуляр чемпионатының Көнсығыш конференцияһы еңеүсеһе
  • ЙХЛ чемпионатының бронза призеры (2020—2021)

Ғаиләһе

  • Ҡатыны — Сабина Муштариева[5]
  • улы (2026)[6].

Иҫкәрмәләр

  1. 18-летний Алалыкин забросил первую шайбу за «Салават Юлаев». 27 март 2026 тикшерелгән.
  2. Парень, вошедший в историю. Алалыкин — автор первого гола поколения 21 века. КХЛ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  3. «Салават Юлаев» продлил контракт с Алалыкиным на 2 года. 27 март 2026 тикшерелгән.
  4. Пятерки Ларионова: представляем новичков хоккейной сборной. Известия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  5. Спорт. «Салават Юлаев» потерял еще одного холостяка: девушка Алалыкина выложила видео со свадьбы в Казани. Сетевое издание «Уфа1.ру» (15 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  6. Инсаф Хужабирганов. Хоккеист уфимского «Салавата Юлаева» стал отцом. ИА «Башинформ» (18 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.

Һылтанмалар