Василевский Алексей Андреевич
Василевский Алексей Андреевич (1993 йылдың 21 ғинуары, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, СССР) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. 2023 йылға тиклем КХЛ-да сығыш яһаған «Автомобилист» уйынсыһы иҫәпләнә[1]. Шул йылдың майынан тыуған «Салауат Юлаев» клубы менән өс йылға килешеү төҙөй.
Биографияһы
Алексей Андреевич Василевский 1993 йылдың 21 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында профессиональ хоккей голкиперы Андрей Леонидович Василевский (1966) ғаиләһендә тыуған. Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе, Төмән ҡалаһының «Рубин» клубында уйнағанда билдәлелек яулай, ә карьераһын тамамлар мәлдә Өфөгә ҡайта. Ул ваҡытта уның ике улы: Алексей (1993) менән Андрей (1994) үҫеп килгән була. Икеһен дә «Салауат Юлаев» клубының хоккей секцияһына бирергә ҡарар ителә. Башта икеһе лә һөжүм итеүсе позицияһында уйнай, әммә һуңғараҡ өлкәне квалификацияһын — һаҡсыға, ә кесеһе ҡапҡасыға үҙгәртә. Һуңынан Алексей Екатеринбургтың «Автомобилист» командаһында уйнай, ә Андрей МХЛ-да «Тампа Бэй» өсөн сығыш яһай.
2012 йылдың 19 декабрендә Алексей Василевский 2013 йылғы донъя чемпионатында ҡатнашыу өсөн йәштәр йыйылма командаһының яҡынса составына инә[2][3]. Әммә 2012 йылдың 24 декабрендә йыйылма команданың тренерҙар штабы Алексей Василевский менән Никита Трямкиндың хеҙмәттәренән баш тартырға ҡарар итә[4]. 2018 йылдың ноябрендә Алексей Рәсәй йыйылма командаһына саҡырыла.
2023 йылда «Салауат Юлаев»ҡа кире ҡайта[5]. 2026 йылдың 30 майына тиклем өс йыллыҡ килешеү төҙөй.
Статистикаһы
| Легенда | |||||
|---|---|---|---|---|---|
| У | Үткәргән уйындар һаны | Штр | Штраф ваҡыты | +/− | Плюс-минус |
| Г | Голдар | П | Һөҙөмтәле пастар | М | Мәрәйҙәр |
| - | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмай | ||
Клуб карьераһы
| Регуляр миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||||
| Миҙгел | Команда | Лига | У | Г | П | М | +/− | Штр | У | Г | П | М | +/− | Штр | ||
| 2009/10 | Толпар | ЙХЛ | 5 | 0 | 3 | 3 | 1 | 2 | 3 | 0 | 1 | 1 | 2 | 0 | ||
| 2010/11 | Толпар | ЙХЛ | 41 | 2 | 6 | 8 | 5 | 34 | 8 | 1 | 2 | 3 | 4 | 4 | ||
| 2011/12 | Толпар | ЙХЛ | 59 | 13 | 16 | 29 | 22 | 30 | 3 | 0 | 0 | 0 | 0 | 2 | ||
| 2012/13 | Толпар | МХЛ | 10 | 1 | 1 | 2 | 0 | 28 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2012/13 | Торос | ЮХЛ | 28 | 3 | 2 | 5 | 3 | 12 | 18 | 3 | 2 | 5 | 13 | 33 | ||
| 2013/14 | Торос | ЮХЛ | 36 | 4 | 6 | 10 | 6 | 20 | 4 | 0 | 2 | 2 | 1 | 4 | ||
| 2013/14 | Салауат Юлаев | КХЛ | 5 | 1 | 0 | 1 | 0 | 2 | 17 | 0 | 0 | 0 | -1 | 6 | ||
| 2013/14 | Толпар | ЙХЛ | 5 | 1 | 2 | 3 | 3 | 2 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2014/15 | Салауат Юлаев | КХЛ | 19 | 0 | 1 | 1 | -7 | 4 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2014/15 | Торос | ЮХЛ | 13 | 3 | 4 | 7 | -1 | 19 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2015/16 | Автомобилист | КХЛ | 51 | 3 | 12 | 15 | -5 | 43 | 6 | 3 | 1 | 4 | -5 | 0 | ||
| 2016/17 | Автомобилист | КХЛ | 48 | 6 | 13 | 19 | 1 | 8 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2017/18 | Автомобилист | КХЛ | 54 | 9 | 11 | 20 | 7 | 62 | 6 | 0 | 0 | 0 | 2 | 2 | ||
| 2018/19 | Автомобилист | КХЛ | 51 | 6 | 6 | 12 | 7 | 24 | 9 | 0 | 0 | 0 | -3 | 10 | ||
| 2019/20 | Автомобилист | КХЛ | 59 | 11 | 15 | 26 | 12 | 54 | 5 | 0 | 0 | 0 | -4 | 0 | ||
| 2020/21 | Автомобилист | КХЛ | 53 | 6 | 12 | 18 | -13 | 51 | — | — | — | — | — | — | ||
| Бөтәһе КХЛ-да | 341 | 42 | 70 | 112 | 1 | 248 | 43 | 3 | 1 | 4 | -11 | 18 | ||||
| Бөтәһе ЙХЛ-да | 120 | 17 | 28 | 45 | 31 | 96 | 14 | 1 | 3 | 4 | 6 | 6 | ||||
Иҫкәрмәләр
- ↑ Алексей Василевский. www.sports.ru.
- ↑ Задоров, Злобин и Якимов не сыграют на молодёжном чемпионате мира. Sports.ru. Архивировано 30 ғинуар 2013 года.
- ↑ В Уфу отправляются 25 хоккеистов. Федерация хоккея России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2025. Архивировано из оригинала 22 ғинуар 2013 года.
- ↑ Тренерский штаб определился с окончательным составом. Федерация хоккея России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2025. Архивировано из оригинала 28 ғинуар 2013 года.
- ↑ Алексей Василевский возвращается в «Салават Юлаев». hcsalavat.ru.
Һылтанмалар
- КХЛ сайтында профиле (рус.)
- Алексей Василевский — Eliteprospects.com сайтында статистикаһы (инг.)
- Профиль игрока на сайте Российский хоккей. r-hockey.ru.