Василевский Андрей Леонидович
Биографияһы
Андрей Леонидович Василевский — профессиональ хоккей ҡапҡасыһы. Ул 1966 йылдың 21 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1991 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. «Салауат Юлаев» СДЮШОР-ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В. И. Воробьёв). 1983—1989 һәм 1999—2001 йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей клубы өсөн уйнай, әммә киң билдәлелекте Төмән ҡалаһының «Рубин» командаһы өсөн уйнаған саҡта яулай. 2005 йылдан алып «Салауат Юлаев» СДЮСШОР-ының тренер-уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2010 йылдан башлап «Толпар» йәштәр командаһы (Өфө) тренеры һәм Рәсәйҙең сурдлимпия йыйылма командаһының өлкән тренеры[2],[3][4] . Шул уҡ ваҡытта уның ике улы үҫеп етә — 1993 йылғы Алексей һәм 1994 йылғы Андрей. Икеһе дә «Салауат Юлаев» хоккей секцияһында шөғөлләнә башлай. Башта икеһе лә һөжүмсе позицияһында уйнайҙар, әммә һуңыраҡ өлкән улы Алексей — һаҡсы, ә кесе улы Андрей — ҡапҡасы позицияһын һайлайҙар. Василевский А. Л. һаҡсы булараҡ 1983—1987 йылдарҙа — «Авангард», 1987—1989 — «Салауат Юлаев» (Өфө), 1989/1990 — «Торпедо» (Нефтекама), 1999—2001 — «Салауат Юлаев» (Өфө), 1990—1992 -«Кедр» (Томск), 1992—1998 — «Рубин» (Төмән), 1999 «Северсталь» (Череповец) хоккей клубтары өсөн уйнай[5].
Сығыштар статистикаһы
| Сезон | Команда | Лига | Регуляр сезон | Плей-офф | ||||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| И | В | П | Н+ОТ | Мин | ГП | СИ | ГПС | И | В | П | Н+ОТ | Мин | ГП | СИ | ГПС | |||||
| 1994/95 | Рубин | МХЛ | 32 | - | - | - | - | 116 | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | ||
| 1995/96 | Рубин | МХЛ | 46 | - | - | - | - | 134 | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | ||
| 1995/96 | Рубин | МХЛ кубогы | 8 | - | - | - | - | 17 | - | - | ||||||||||
| 1996/97 | Рубин | Суперлига | 39 | - | - | - | - | 98 | - | - | 5 | - | - | - | - | 17 | - | - | ||
| 1997/98 | Рубин | Суперлига | 24 | - | - | - | - | 70 | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | ||
| 1998/99 | Северсталь | Суперлига | 8 | - | - | - | - | 23 | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | ||
| 1998/99 | Рубин | Суперлига | 22 | - | - | - | - | 56 | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | ||
| 1999/00 | Салауат Юлаев | Суперлига | 35 | - | - | - | - | 86 | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | ||
| 2000/01 | Салауат Юлаев | Суперлига | 43 | - | - | - | - | 104 | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | ||
| 2001/02 | Газовик | Юғары лига | 38 | - | - | - | - | 89 | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | ||
| 2002/03 | Нефтяник | Юғары лига | 13 | - | - | - | - | 27 | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | ||
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[2]
- «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2022)[6].
- Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2005);
- Сурдлимпия уйындарының көмөш призеры (2003);
- Сурдлимпия уйындарының бронза призёры (2007);
- Үҫмерҙәр араһында СССР халыҡтары спартакиадаһы чемпионы (1983);
- РСФСР халыҡтары спартакиадаһы чемпионы (1981);
- СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1982).
- Ветерандар араһында донъя чемпионы (2004);
- Ишетеү буйынса инвалид-спортсылар араһында Европа чемпионы (2004).
- Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2002—2007).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Elite Prospects (ингл.) — 1999.
- ↑ 1 2 3 Василевский Андрей Леонидович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Сергей Бегишев. Царская фамилия. Наша газета познакомила тезок с громкими фамилиями, выступающих в Молодёжной лиге. Советский Спорт (18 октябрь 2010). Архивировано 7 сентябрь 2012 года.
- ↑ Состав команды и тренерского штаба. Официальный сайт ХК «Толпар». Архивировано 17 август 2011 года. 2011 йылдың 17 август көнөндә архивланған.
- ↑ Тренер-вратарь(недоступная ссылка)
- ↑ Радий Хабиров отметил орденами заслуги Андрея Василевского и его отца
Һылтанмалар
- Василевский Андрей Леонидович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- СТАТИСТИКА