Броссо Девин
Броссо Девин (ингл. Devin Brosseau; 1995 йылдың 4 июле, Сен-Ламбер[d]) — Канада хоккейсыһы. «Салауат Юлаев» клубы һөжүм итеүсеһе[1].
Биографияһы
Девин Броссо 1995 йылдың 4 июлендә Канаданың Квебек провинцияһындағы Сен-Ламбер ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһе — Дэниэл Броссо һәм Натали Хаворт. Ике ҡустыһы бар — Оуэн һәм Тайлер.
Үҫмер сағында 2013 йылдан 2016 йылға тиклем Британия Колумбияһы хоккей лигаһында «Нанаймо Клипперс» клубында уйнай.
Спорт карьераһы
2016 йылда Кларксон университетына уҡырға инә һәм Милли студенттар спорты ассоциацияһының (NCAA) урындағы хоккей командаһы составында сығыш яһай башлай. Миҙгелдәрҙең береһендә команда менән чемпион исемен яулай[2].
Университетты тамамлағандан һуң бер нисә айға Австрияға хоккей уйнарға китә, унда «Дорнбирн» клубы менән килешеү төҙөй. Һуңынан Төньяҡ Америкаға ҡайта, Америка хоккей лигаһында (АХЛ) «Бейкерсфилд Кондорс» һөжүм итеүсеһе була. Клубта миҙгел ярым эсендә 16 шайба индерә һәм 10 һөҙөмтәле пас бирә.
2022 йылда Континенталь хоккей лигаһына күсә, «Куньлунь Ред Стар» клубы менән килешеү төҙөй[3]. Пекин ҡалаһы командаһында ике миҙгел уйнай. 127 матчта 54 мәрәй (37 шайба һәм 17 пас) йыя.
2024 йылда КХЛ-дың тағы бер клубы «Амур» хоккейсыһы булып китә[4]. КХЛ-дың регуляр чемпионатында 33 матчта боҙға сыға, 22 мәрәй (13 шайба һәм 9 пас) йыя.
2025 йылдың июнендә Мәскәү ҡалаһының «Динамо»һына күсә, был клуб менән бер йыллыҡ килешеү төҙөй[5]. Октябрҙә уны «Салауат Юлаев» командаһы уйынсыһына алмаштыралар[6].
КХЛ-дағы статистикаһы
| Регуляр миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||
| Миҙгел | Команда | Лига | У | Г | П | М | Штр | У | Г | П | М | Штр | ||
| 2022/23 | Куньлунь Ред Стар | КХЛ | 60 | 14 | 5 | 19 | 68 | — | — | — | — | — | ||
| 2023/24 | Куньлунь Ред Стар | КХЛ | 67 | 23 | 12 | 35 | 75 | — | — | — | — | — | ||
| 2024/25 | Амур | КХЛ | 33 | 13 | 9 | 22 | 29 | — | — | — | — | — | ||
| 2025/26 | Динамо Мәскәү | КХЛ | 12 | 4 | 1 | 5 | 6 | — | — | — | — | — | ||
| Салауат Юлаев | ||||||||||||||
| Бөтәһе КХЛ-да | 172 | 54 | 27 | 81 | 178 | — | — | — | — | — | ||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Иҫкәрмәләр
- ↑ Devin Brosseau - Stats, Contract, Salary & More (ингл.). eliteprospects.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
- ↑ Devin Brosseau. Clarkson Aathletics. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
- ↑ «Куньлунь» подписал контракт с канадским форвардом Броссо (9 сентябрь 2022). 26 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ «Амур» подписал форварда Броссо на год. Канадец набрал 23+12 в 67 играх за «Куньлунь» в минувшем сезоне. 26 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ Андрей Бобков. Московское «Динамо» подписало однолетний контракт с канадским экс-форвардом «Амура». championat.com. Чемпионат (26 ғинуар 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
- ↑ Панченко, Антон. Московское «Динамо» обменяло нападающего Девина Броссо в «Салават Юлаев». 26 ғинуар 2026 тикшерелгән.