Вязовой Семён Олегович
Вязовой Семён Олегович (2003 йылдың 26 феврале, Өфө) — Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы.
Биографияһы
Семен Вязовой — Өфө ҡалаһының «Салауат Юлаев» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. 2020/21—2021/22 уйын миҙгелдәрендә Йәштәр хоккей лигаһында «Толпар» командаһы өсөн уйнай, киләһе миҙгелдә Юғары хоккей лигаһында «Торос» өсөн сығыш яһай башлай.
2021 йылда Милли хоккей лигаһы драфтында 6-сы раундта дөйөм 163-сө һан аҫтында «Сиэтл Кракен» клубы тарафынан һайлап алына, ул был клуб һайлаған беренсе Рәсәй хоккейсыһы була[1].
2023 йылдың 28 декабрендә Континенталь хоккей лигаһында «Салауат Юлаев» менән ЦСКА командаларының Мәскәүҙәге осрашыуында башлап уйнай.
2025 йылдың майында КХЛ миҙгеленең иң яҡшы яңы уйынсыһына тапшырылған Алексей Черепанов исемендәге призға тәҡдим ителә[2]. Артабан «Салауат Юлаев» менән килешеүҙе ике миҙгелгә оҙайта[3].
2025 йылдың декабрендә 2026 йылдың 6-8 февралендә Екатеринбург ҡалаһында уҙасаҡ КХЛ-дың Фонбет Йондоҙҙар матчына саҡырыла[4].
Статистикаһы
| Регуляр миҙгел | Плей-офф | ||||||||||||||||||||
| Миҙгел | Команда | Лига | У | Еңеү | Ең-ү | ОТ | Мин | Үтк. шайб. | «0»-гә уйнау | Ышан. коэф. | Кире ҡағ. шайб. % | У | Еңеү | Ең-ү | Мин | Үтк. шайб. | «0»-гә уйнау | Ышан. коэф. | Кире ҡағ. шайб. % | ||
| 2023/24 | Салауат Юлаев | КХЛ | 2 | 1 | 0 | 1 | 120 | 6 | 0 | 3.00 | 89.3 | — | — | — | — | — | — | — | — | ||
| 2024/25 | Салауат Юлаев | КХЛ | 28 | 14 | 7 | 1 | 1401 | 42 | 5 | 1.80 | 93.8 | 9 | 4 | 4 | 0 | 509 | 0 | 2.36 | 92.3 | ||
| Бөтәһе КХЛ-да | 30 | 15 | 7 | 2 | 1521 | 48 | 5 | 1.89 | 93.4 | 9 | 4 | 4 | 0 | 509 | 20 | 2.36 | 92.3 | ||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Иҫкәрмәләр
- ↑ Семён Вязовой: «Когда впервые вышел на лёд во вратарской форме, меня сразу затянуло». hcsalavat.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
- ↑ Вязовой, Демидов, Сурин – номинанты на приз имени Алексея Черепанова: Новости (16 май 2025). 26 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ Вратарь Вязовой продлил контракт с «Салаватом Юлаевым» на два года (23 май 2025). 26 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ Выбор сделан: полные составы команд на Фонбет Матч Звезд КХЛ 2026. khl.ru (9 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026.
Һылтанмалар
- Профиль на сайте R-hockey.ru
- "С 12 лет мечтал оказаться в раздевалке «Салавата Юлаева». История Семёна Вязового
- «С Василевским сравнивать меня неуместно». Интервью вратаря-открытия КХЛ из Уфы
- Семён Вязовой: молодой голкипер с потенциалом
- Задрафтованный «Сиэтлом» вратарь Вязовой: «Уезжать за океан надо, когда будешь готовым физически и морально»