Комаров Александр Сергеевич (хоккейсы)
Комаров Александр Сергеевич (2002 йылдың 12 ноябре, Өфө) — Рәсәй хоккейсыһы. Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы һаҡсыһы[1].
Биографияһы
Александр Комаров 2002 йылдың 12 ноябрендә Өфөлә тыуа. «Салауат Юлаев» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе.
Спорт карьераһы
"Салауат Юлаев"та бөтә әҙерлек системаһын үтеп, ЙХЛ чемпионатында «Толпар» өсөн уйнай башлай. Дебют миҙгелендә 48 матчта биш шайба индерә һәм ете һөҙөмтәле пас бирә.
2021/2022 йылдар миҙгелендә беренсе тапҡыр КХЛ матчында боҙға сыға. Ул Гагарин кубогының плей-офф матчында «Трактор»ға ҡаршы ике минуттан саҡ ҡына аҙыраҡ ваҡыт уйнай.
Киләһе миҙгелдә «Салауат Юлаев» һәм ЮХЛ-да «Торос» өсөн сығыш яһай.
2024 йылдың йәйендә Өфө клубы һаҡсы менән килешеүҙе ике йылға оҙайта[2]. 2024 йылдың 15 июлендә РУСАДА (Рәсәй допингҡа ҡаршы агентлыҡ ассоциацияһы) ҡарары менән Комаровтың һәм тағы ла алты «Толпар» хоккейсыһының допингҡа ҡаршы ҡағиҙәләрҙе боҙғаны өсөн дисквалификацияланыуы тураһында иғлан ителә — уларҙың анализ өлгөләрендә тыйылған мельдоний препараты табыла[3].
2024/2025 йылдар миҙгелендә «Салауат Юлаев» өсөн КХЛ-да регуляр чемпионаттың 54 матчында уйнай, һигеҙ мәрәй йыя — бер шайба индерә һәм ете һөҙөмтәле пас бирә. Шулай уҡ Гагарин кубогы плей-офында ике уйында боҙға сыға[4].
КХЛ-дағы статистикаһы
| Регуляр миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||
| Миҙгел | Команда | Лига | У | Г | П | М | Штр | У | Г | П | М | Штр | ||
| 2021/22 | Салауат Юлаев | КХЛ | — | — | — | — | — | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | ||
| 2022/23 | Салауат Юлаев | КХЛ | 16 | 0 | 2 | 2 | 4 | — | — | — | — | — | ||
| 2023/24 | Салауат Юлаев | КХЛ | 8 | 1 | 0 | 1 | 4 | — | — | — | — | — | ||
| 2024/25 | Салауат Юлаев | КХЛ | 54 | 1 | 7 | 8 | 18 | 2 | 0 | 0 | 0 | 0 | ||
| 2025/26 | Салауат Юлаев | КХЛ | 2 | 0 | 0 | 0 | 0 | — | — | — | — | — | ||
| Бөтәһе КХЛ-да | 80 | 2 | 9 | 11 | 26 | 3 | 0 | 0 | 0 | 0 | ||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Иҫкәрмәләр
- ↑ Комаров Александр Сергеевич, Защитник - хоккейные игроки - Статистика. 24 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Салават» продлил защитника Комарова на 2 года. Он сыграл 8 матчей за клуб в прошлом сезоне. 24 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ РУСАДА отстранила ещё семь игроков «Толпара». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2025. Архивировано 18 июль 2024 года.
- ↑ Александр С. Комаров. khl.ru. Континентальная хоккейная лига. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2025.
Һылтанмалар
- Комаров Александр на сайте ХК «Салават Юлаев»