Ғәзимов Илдан Илгиз улы
Илдан Илгиз улы Ғәзимов (рус. Газимов, Ильдан Ильгизович; 2001 йылдың 16 июне, Түбәнге Кама, Татарстан Республикаһы) — Рәсәй хоккейсыһы. Өфө клубы «Салауат Юлаев»тың һаҡсыһы[1].
Биографияһы
Илдан Илгиз улы Ғәзимов 2001 йылдың 16 июнендә Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһында тыуған. Яр Саллы ҡалаһының «Саллы» клубында хоккей менән шөғөлләнә башлай.
Спорт карьераһы
2016 йылда «Салауат Юлаев» клубы системаһына күсә. Ике йылдан Төньяҡ Америкаға, Канада хоккей лигаһының «Алмагин Спартанс» клубына китә. Дебют миҙгелендә һаҡсы 39 матчта 48 мәрәй йыя, 7 шайба индерә һәм 41 һөҙөмтәле пас бирә[2].
2019 йылда Рәсәйгә ҡайта, ЙХЛ-да «Толпар» өсөн сығыш яһай башлай. Күрһәткестәре: 61 матчта 26 мәрәй.
2020/2021 йылдар миҙгелендә тәүге тапҡыр боҙға ҮХЛ-да «Торос» составында сыға. Киләһе ике йылда «Салауат Юлаев»тың фарм-клубы составында сығыш яһай.
2023/2024 йылдар миҙгелендә һаҡсы КХЛ-да сығыш яһай башлай. Ул регуляр чемпионатта биш матчта уйнай, уларҙа бер һөҙөмтәле пас бирә.
2024/2025 йылдар миҙгелендә клуб өсөн регуляр чемпионатта 4 мәрәй (1+3) йыйып 53 матч уҙғара һәм плей-офта 2 мәрәй (1+1) йыйып 19 матч үткәрә. 2025 йылдың июнендә «Салауат Юлаев» менән контрактын бер миҙгелгә оҙайта[3].
2025 йылдың июнендә «Салауат Юлаев» менән контрактты бер миҙгелгә оҙайта[4].
КХЛ-дағы статистикаһы
| Регуляр миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||
| Миҙгел | Команда | Лига | Уйын | Г | П | Мәр | Штр | Уйын | Г | П | Мәр | Штр | ||
| 2023-24 | Салауат Юлаев | КХЛ | 5 | 0 | 1 | 1 | 2 | — | — | — | — | — | ||
| 2024-25 | Салауат Юлаев | КХЛ | 53 | 1 | 3 | 4 | 16 | 19 | 1 | 1 | 2 | 2 | ||
| Бөтәһе КХЛ-да | 58 | 1 | 4 | 5 | 18 | 19 | 1 | 1 | 2 | 2 | ||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Иҫкәрмәләр
- ↑ R-Hockey.ru: Газимов Ильдан Ильгизович, Защитник — хоккейные игроки — Статистика. 21 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Ильдан Газимов: «Люблю подключаться к атаке». hcsalavat.ru (26 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026.
- ↑ «Салават» продлил контракт с Газимовым на год (23 март 2026). 21 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Остался в семье»: ХК «Салават Юлаев» сделал официальное заявление. MKSet/ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026.