Стюарт Дин

Стюарт Дин (ингл. Dean Stewart; 1998 йылдың 12 июне, Портидж-ла-Прери[d] ) — Канада хоккейсыһы, һаҡсы. 2021 йылдан профессиональ кимәлдә уйнай, өс йыл Америка хоккей лигаһында «Манитоба Мус» клубы уйынсыһы була. 2025 йылдың июненән — Континенталь хоккей лигаһының «Салауат Юлаев» клубы хоккейсыһы.

Биографияһы

Дин Стюарт 1998 йылдың 12 июнендә Канаданың Манитоба провинцияһындағы Портидж-ла-Прери ҡалаһында тыуа[1].

2012 йылдан Канаданың төрлө үҫмерҙәр хоккей лигаларында, атап әйткәндә, урындағы «Портидж Терьерс» командаһында уйнай — уның составында 2015 һәм 2016 йылдарҙа ике тапҡыр Манитоба үҫмерҙәр хоккей лигаһы (MJHL) чемпионы була. 2016 йылда Милли хоккей лигаһы драфтында 7-се раундта дөйөм 188-се һан аҫтында «Аризона Койотис» клубы тарафынан һайлап алына[1].

2016—2020 йылдарҙа Омаха ҡалаһындағы Небраска университетында уҡый, был осорҙа Милли студенттар спорты ассоциацияһында (NCAA) университет командаһы өсөн уйнай[1].

2020/21 йылдар миҙгелен Көнсығыш яр буйы хоккей лигаһының «Уичито тандер» командаһында үткәрә, регуляр миҙгелдә 53 матчта 6 шайба индерә һәм 36 мәрәй йыя. Шулай уҡ дүрт тапҡыр плей-офф серияһында сығыш яһай, унда ике һөҙмтәле пас бирә. Бында иң яҡшы яңы уйынсыларҙың береһе тип табыла, лиганың икенсе символик йыйылма командаһына индерелә[1].

2021/22 йылдар миҙгеле уртаһында Америка хоккей лигаһының «Манитоба Мус» клубы хоккейсыһы була, унда 2024 йылға тиклем уйнай. Дөйөм алғанда, АХЛ-да 116 матч үткәрә, 32 мәрәй йыя (3 гол һәм 29 пас), 55 штраф минуты ала. Плей-офф серияһы матчтарында дүрт тапҡыр боҙға сыға[2].

КХЛ-дағы карьераһы

2024 йылдың майында Рәсәйҙең Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаусы «Витязь» клубы менән килешеү төҙөй[3]. Команданың төп составында уңышлы уйнап китә, 28 матчта ике шайба индерә һәм өс һөҙөмтәле пас бирә, 22 штраф минуты ала. Декабрҙә Беренсе канал кубогына турнирҙа ҡатнашҡан КХЛ-дың Донъя йыйылма командаһы составына инә[4]. КХЛ-дағы дебют миҙгелендә регуляр чемпионаттың 52 уйынында +5 файҙалылыҡ күрһәткесе менән 15 мәрәй (5 гол һәм 10 һөҙөмтәле пас) йыя. Миҙгел тамамланғас, команда менән килешеүҙе ике йылға оҙайта[5].

2025 йылдың июнендә һаҡсыны 5 миллион һум күләмендәге аҡсалата компенсацияға «Салауат Юлаев» командаһына алмаштыралар[6]. Өфө клубы менән килешеү ике йылға иҫәпләнгән. Хәбәр ителеүенсә, яңы командала хоккейсының эш хаҡы 30 миллион һум тәшкил итә[7].

Статистикаһы

Клубтағы

Регуляр миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Г П М Штр У Г П М Штр
2020/21 Уичито Тандер ECHL 53 6 30 36 12 4 0 2 2 0
2021/22 Уичито Тандер ECHL 27 4 7 11 16
2021/22 Манитоба Мус АХЛ 20 1 8 9 4
2022/23 Манитоба Мус АХЛ 61 1 17 18 26 4 0 0 0 0
2023/24 Манитоба Мус АХЛ 35 1 4 5 25
2024/25 Витязь КХЛ 52 5 10 15 24
Бөтәһе КХЛ-да 52 5 10 15 24  —

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Dean Stewart Dean Stewart (ингл.). Eliteprospects.com.
  2. Dean Stewart signs contract with Manitoba Moose (ингл.). mjhlhockey.ca (17 август 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  3. Антон Панченко. «Витязь» подписал контракт с канадским защитником Дином Стюартом. championat.com. Чемпионат (30 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  4. Антон Некрасов. Объявлен состав сборной мира КХЛ на Кубок Первого канала. championat.com. Чемпионат (6 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  5. Максим Федер. «Витязь» продлил контракты со Стюартом, Бусыгиным и Валенцовым. Все соглашения – на 2 года. sports.ru (27 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  6. «Салават Юлаев» объявил о переходе канадского защитника Стюарта из «Витязя» (24 июнь 2025). 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  7. Радмир Сахибгареев. Стала известна зарплата Стюарта в «Салавате Юлаеве». sport-express.ru. Спорт-Экспресс (24 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.