Нәбиев Рөстәм Илгиз улы

Рөстәм Илгиз улы Нәбиев (рус. Рустам Ильгизович Набиев; 1992 йылдың 14 майы йәки 1992 йылдың 13 майы, Саҡмағош ауылы, Башҡортостан Республикаhы) — Рәсәй йәмәғәт эшмәкәре, блогеры һәм пара-альпинисы. Донъяның Эверестҡа ҡулдарында менгән беренсе кешеһе[1]. Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы (2023 йылдан)[2], Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждан йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ағзаһы. Дуҫлыҡ ордены (2023) кавалеры. Рәсәй һәм Гиннесстар рекорд китаптары рекордсыһы.

Биографияһы

1992 йылдың 13 майында Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Саҡмағош ауылында тыуған. Бер йәшендә әсәһе һәләк була[3]. Бала сағынан спорт менән ҡыҙыҡһына, еңел һәм ауыр атлетикаға өҫтөнлөк бирә.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө дәүләт нефть техник университетына инә һәм уны 2015 йылда «инженер» һөнәре буйынса тамамлай[4][5].

2023 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының «Социаль эш» йүнәлеше буйынса магистратураһына уҡырға инә[6].

2026 йылдың июлендә төбәк башлығы Радий Хәбиров указы менән Шайморатов миҙалы менән наградлана[7].

Хәрби хеҙмәте һәм Омскиҙағы фажиғә

Университетты тамамлағандан һуң хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Үҙ теләге менән Рәсәйҙең Һауа-десант ғәскәрҙәренә йүнәлтелә һәм Һауа-десант ғәскәрҙәренең Омскиҙағы 242-се күнекмә үҙәгенә ебәрелә[3].

2015 йылдың 11 июлендә хәрби ант ҡабул итә. 12 июлдә күнекмә үҙәгендә казарма (рус.)баш. емерелеп, һөҙөмтәлә 24 хәрби хеҙмәткәр һәләк була. Нәбиев ете сәғәттән ашыу емереклектәр аҫтында ята, ҡотҡарыусылар уны иң һуңғыларҙан булып ҡотҡара.

Алған йәрәхәттәренән ике клиник үлем кисерә, бөйөрҙәре эшләүҙән туҡтай, 20-нән ашыу хирургик операция үткәрә. Табиптарға уның ике аяғын да ҡырҡырға тура килә[8]. Дауаланыу һәм реабилитация ваҡыты 11 айға һуҙыла, уның дауамында Нәбиев ҡабаттан һөйләшергә һәм протездарҙа атларға өйрәнә[9].

Миниатюра булдырыу хатаһы: Миниатюраны тәғйенләнгән урында һаҡлап булмай
Рөстәм Нәбиев Омскиҙа казарма емерелгәндә һәләк булғандар мемориалы эргәһендә

Спорт карьераһы

Следж-хоккей

Госпиталдән сыҡҡандан һуң спорт менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнә башлай. 2014 йылғы Ҡышҡы паралимпия уйындарының көмөш призеры Вадим Селюкиндың кәңәше буйынса ул «Феникс» следж-хоккей клубы өсөн сығыш яһай башлай. Хоккей карьераһы өс йыл дауам итә, ошо ваҡытта команда бер нисә Рәсәй һәм халыҡ-ара турнирҙа еңеү яулай[10].

Пара-альпинизм

2019 йылда Нәбиев мөмкинлектәре сикләнгән башҡа кешеләрҙең өлгөһөндә пара-альпинизм менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Уның тау үренә артылыуының үҙенсәлеге булып махсус саналарҙан йәки транспортировканан баш тартып, тик ҡулдарында ғына хәрәкәт итеүе тора[3].

2020 йылдың сентябрендә ул Эльбрустың көнбайыш түбәһенә менә, ә бер йылдан һуң тауҙың көнсығыш түбәһен буйһондора[11].

2021 йылда Нәбиев Гималайҙа урынлашҡан, бейеклеге буйынса донъяның һигеҙенсе түбәһе тип һаналған Манслау тауына менгән беренсе аяҡһыҙ кеше була (8156 метр)[12].

Артабанғы йылдарҙа ул Казбек, Африканың иң бейек нөктәһе — Килиманджароға менә. 2023 йылда донъяның Азиянан ситтә булған иң бейек нөктәһе Аконкагуаны буйһондора[13].

Альпинизмдағы ҡаҙаныштары өсөн Нәбиев Гиннесстың рекордтар китабына индерелә[14].

Эвересты буйһондороу

Нәбиевтың спорт карьераһының төп маҡсаты булып Ерҙең иң бейек түбәһе — Эверестҡа (8848 метр) менеү тора. Экспедицияға әҙерлек Непалдағы Мер түбәһенә сығыуҙы ла күҙаллай, уны Рөстәм ҡулдарында уңышлы үтә[15].

2026 йылдың 6 апрелендә Нәбиев команда составында Мәскәүҙән Катмандуға — экспедицияның финал этабына юллана. База лагерынан маршрутҡа 14 майҙа — Рөстәмдең тыуған көнөндә ҡуҙғалалар. 2026 йылдың 26 майында Нәбиев тарихта ҡулдарында ғына хәрәкәт итеп Эвересты буйһондорған беренсе пара-альпинист була[16].

Миниатюра булдырыу хатаһы: Миниатюраны тәғйенләнгән урында һаҡлап булмай
Рөстәм Нәбиев Эверест түбәһендә. 2026 йылдың 20 майы

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Набиев тормош ауырлыҡтарын, спорт һәм мотивация темаларын яҡтыртыусы блогер[17]. 2019 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждан йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ағзаһы[18].

2020 йылдың 3 декабрендә Рәсәй Федерацияһы Президентының инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуында ҡатнаша[19].

Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы (2023 йылдан)[4][20][21].

Өфө ҡалаһы мэрының уңайлы мөхит буйынса кәңәшсеһе (2022)[22].

Ғаиләһе

Өйләнгән. Буласаҡ ҡатыны Индира менән Омскиҙағы фажиғәгә тиклем 5 йыл элек таныша. Аяҡтарын ампутациялағандан һуң, Рөстәм мөнәсәбәттәрен өҙөргә тиһә лә, Индира реабилитация ваҡытында терәк була[23]. Өс балалары бар[24]. 2017 йылда ҡыҙҙары — София, 2020 йылда — Әминә һәм 2025 йылда улдары Таир тыуған[25].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Дуҫлыҡ ордены (2022) — әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[26][27].
  • «Знание. Премия» мәғрифәтселек наградаһының «За вклад в просвещение» номинацияһы лауреаты (февраль, 2025).
  • Шайморатов миҙалы (2026).

Китабы

  • Набиев Р. И., Дания Нагим. «Жизнь, собранная по крупицам». — Казань: Ак бүре, 2018.[25]

Фильмдар

  • Рөстәм Нәбиевтың Эльбрусҡа артылыуы тураһында «30 000 ударов» тип аталған документаль фильм төшөрөлә[28].

Иҫкәрмәләр

  1. Альпинист Рустам Набиев первым в мире поднялся на вершину Эвереста на руках — РБК. rbc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  2. Набиев Рустам Ильгизович (ингл.). oprf.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  3. 1 2 3 "Умирал дважды": он лишился ног и совершил невозможное. РИА Новости Спорт (21 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  4. 1 2 Набиев Рустам Ильгизович. Общественная палата Российской Федерации. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  5. «Я доказываю, что люди с инвалидностью могут больше»: история уфимца, который лишился ног и начал покорять горы. 28 май 2026 тикшерелгән.
  6. Нэдда Пухарева. Известный блогер Рустам Набиев осуществил детскую мечту и стал студентом БГМУ. resbash.ru (20 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026.
  7. Блогера Рустама Набиева наградили медалью генерала Шаймуратова. ИА "Башинформ" (6 июль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2026.
  8. Набиев Рустам — Союз Десантников России имени Героя Советского Союза, генерал-полковника Востротина В.А. sdrvdv.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  9. Рустам Набиев - Потерял обе ноги в армии, но не сдался. 28 май 2026 тикшерелгән.
  10. Блогер Рустам Набиев на одних руках покорил Эверест. 28 май 2026 тикшерелгән.
  11. Покоряет горы и мечтает полететь в космос: история Рустама Набиева, лишившегося обеих ног, но не потерявшего веру в жизнь (28 ноябрь 2024). 28 май 2026 тикшерелгән.
  12. Российский альпинист без ног поднялся на Манаслу. Alpagama.org (2 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  13. На Эверест впервые взошли на одних руках – это сделал татарин из Башкортостана. БИЗНЕС Online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  14. Сила духа - Рустам Набиев на пути к вершине Эвереста на руках. Mountain.ru (апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  15. Рустам Набиев отправился в восхождение на Эверест на руках. Alpagama.org (апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  16. Россиянин Набиев на одних руках покорил Эверест. ТАСС (21 май 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  17. Блогер Рустам Набиев поднялся на свою шестую вершину при помощи одних рук. Газета Metro (3 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  18. Состав совета. Набиев Рустам Ильгизович. Совет при Главе Республики Башкортостан по правам человека и развитию институтов гражданского общества. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  19. Спорт, Общественная деятельность. Набиев Рустам Ильгизович. Информационное агентство «ФедералПресс». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  20. Эдуард Кускарбеков. Владимир Путин включил Рустама Набиева в состав Общественной палаты РФ. ИА «Башинформ» (14 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  21. Указ Президента Российской Федерации от 11.04.2026 № 241 «Об утверждении членов Общественной палаты Российской Федерации». Официальное опубликование правовых актов (14 апареля 2026 года). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  22. Александра Константинова. Лишившийся ног блогер стал советником мэра Уфы. Рассказываем, за что он будет отвечать. Сетевое издание «Уфа1.ру» (3 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  23. «Я думал, что никто не полюбит калеку»: красивая лавстори уфимца Рустама Набиева и его жены Индиры. 28 май 2026 тикшерелгән.
  24. Популярный в Башкирии блогер Рустам Набиев стал многодетным отцом. 28 май 2026 тикшерелгән.
  25. 1 2 Набиев Рустам. Московский бизнес портал «ГлобалМСК.ру». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  26. Указ Президента Российской Федерации от 14.11.2022 г. № 816  (рус.), Президент России. 28 май 2026 тикшерелгән.
  27. Блогер-инвалид из Уфы получил награду от Путина. Рустама Набиева наградили орденом Дружбы. Сетевое издание «Уфа1.ру» (25 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  28. Рустам Набиев: «Я в любом случае полечу в космос». Сетевое издание «МК в Башкортостане» ufa.mk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә