Н. Г. Чернышевский һәйкәле (Санкт-Петербург)
Н. Г. Чернышевский һәйкәле — скульптуралы монумент, ул Рәсәйҙең Санкт-Петербург ҡалаһындағы Чернышевский майҙанында 1947 йылда ҡуйылған. Скульпьуралы монумент скульптор В. В. Лишев һәм архитектор В. И. Яковлев проекты буйынса эшләнгән. һәйкәл рус яҙыусыһы һәм философы, революционер-демократ Н. Г. Чернышевскийға арналған. Был һәйкәл Рәсәйҙең федераль әһәмиәттәге монументаль сәнғәт ҡомартҡыһы статусына эйә булып тора[1].
Тарих
СССР-ҙың Ленинград ҡалаһында ялҡынлы революционер-демократ, философ һәм яҙыусы Николай Гаврилович Чернышевскийға һәйкәл ҡуйыу планы Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем үк барлыҡҡа килә. 1938 йылда һәйкәл проектына конкурс иғлан ителә, уның һөҙөмтәләре буйынса беренсе премияға скульптор В. В. Лишев һәм архитектор В. И. Яковлев проекты лайыҡ була[2]. Н. Г. Чернышевский һәйкәле 1941 йылдың башында «Монументскульптура» заводында ҡойола. Шул уҡ ваҡытта һәйкәлде ҡуйыу өсөн Ленинград ҡалаһы майҙанында котлован соҡоу башлана, һәйкәл постаменты өсөн гранит блоктар ташып килтерелә[3].
Бөйөк Ватан һуғышы башланып китеү һәйкәлде ҡуйырға ҡамасаулыҡ яһай. Һуғыш барышында постамент өсөн килтерелгән гранит блоктар ДОТ-тар ҡороу өсөн ҡулланыла. Н. Г. Чернышевскийға һәйкәл урынлаштырыу тураһында ҡарар 1945 йылдың июнендә властар тарафынан ҡабаттан ҡуҙғатыла. Һәйкәл буласаҡ урынға яңынан гранит таштар килтерелә. «Монументскульптура» заводында һәйкәл өсөн 4 торшер һәм яҙмаларының литеры ҡойола. 1947 йылдың 2 февралендә Ленинград ҡалаһында ялҡынлы революционер-демократ һәм философф, яҙыусы Н. Г. Чернышевскийға һәйкәл асыу тантанаһы уҙғарыла[3]. 1948 йылда Мәскәү проспектында яҙыусының һәйкәле ҡуйылған майҙан Чернышевский исеме менән атала.
Тасуирлама
Скульптор Чернышевскийҙы ултырып торған итеп һүрәтләй. Яҙыусының уң яурынында пальто, һул ҡулында — яртылаш асылған китап. Әйтерһең дә, Чернышевский китап уҡыуҙан айырылған да, алға табан ҡарап, нимәлер уйлап ултыра[2].
Тура дүртмөйөшлө һикәлтәле шымартылмаған алһыу гангут гранитынан эшләнгән постаментҡа бронза хәрефтәр менән яҙылған яҙма беркетелгән: «Н. Г. Чернышевский / 1828—1889». Постамент өс тупһалы гранит стилобатта ята[4].
Скульптураның бейеклеге 3,8 метр тәшкил итә, постаменттың бейеклеге — 2,25 метр[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ 1 2 Лисаевич И. И., Бехтер-Остренко И. Ю. Памятники деятелям науки и культуры // Скульптура Ленинграда — Ленинград: Искусство, 1963.
- ↑ 1 2 3 Энциклопедия Санкт-Петербурга. Чернышевскому Н. Г., памятник (Московский пр., 163)
- ↑ Скульптура и скульпторы Санкт-Петербурга, 1703—2007. 2007