Овчинникова Александра Павловна
Биографияһы
Александра Павловна Овчинникова 1953 йылдың 6 июлендә Пенза өлкәһенең Кузнецк районы Тихменево ауылында тыуған, унда атаһы, Павел Иванович, баш лесничий, ә әсәһе, Полина Георгиевна, мәктәп уҡытыусыһы булып эшләйҙәр.
«Спартак» (Пенза, 1970—1971), «Спартак» (Ленинград, 1971—1986) командалары өсөн сығыш яһай. Баскетбол буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы.
Үҫмерҙәр араһында Европа чемпионы (1971), өс тапҡыр донъя Универсиадаһы чемпионы (1973, 1977, 1979), ике тапҡыр Европа чемпионы (1974, 1978), СССР чемпионы (1974), донъя чемпионы (1975).
СССР чемпионаттары призеры (1972—1973, 1975—1976), кубок яулаусыларҙың Кубогын (1972—1974) һәм Лилиан Ронкетти Кубогын яулаусы (1975).
Александр Беловтың ҡатыны (1977 йылдың апреленән).
Спорт карьераһын тамамлағас, Нововоронежда баскетбол буйынса тренер булып эшләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Кинола кәүҙәләнеше
1972 йылда Мюнхенда СССР командаһының Олимпия уйындарында еңеүенә арналған «Движение вверх» фильмында (2017, реж. А. Мегердичев), Александр Беловтың ҡатыны Александра Свешникованың ролен Александра Ревенко уйнай.
Әҙәбиәт
- Генкин, Зиновий Аронович. Баскетбол: Справочник / Авт.-сост. З. А. Генкин, Е. Р. Яхонтов. — М.: Физкультура и спорт, 1983. — 224с.
- Знаменитые люди Санкт-Петербурга [текст] : Биографический словарь / В. Д. Доценко, Г. М. Гетманец, В. М. Йолтуховский. — СПб. : «Аврора-Дизайн», 2005. — Т. 1. — С. 268