Одарчен Мария Игнатьевна
Одарчен Мария Игнатьевна (Лыба) (укр. Марія Гнатівна Одарчен (Либа); 4 май 1928 йыл, Слободка-Чернелевская ауылы — 13 февраль 2005 йыл, Слободка-Чернелевская ауылы) — колхозсы, Хмельницкий өлкәһе Красилов районы «Советская Украина» колхозы звено етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Украина ССР-ы Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
1928 йылдың 4 майында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 16 апрелдә) Слободка-Чернелевская ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлай. Һуғыштан һуң Красилов районының «Советская Украина» колхозында һауынсы булып эшләй. 1950 йылдан ҡырсылыҡ звеноһында эшләй. Күпмелер ваҡыт үткәс, звено етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Украинаның алдынғы-сөгөлдөрсөләре Екатерина Андрищук һәм Кристина Байдичтарға эйәреүсе була. Мария Лыбаның бригадаһы йыл һайын уртаса һәр гектарҙан яҡынса 500 центнер шәкәр сөгөлдөрө йыйып ала. 8 һәм 9 биш йыллыҡтар ваҡытында бригада йыл һайын уртаса 515-әр центнер шәкәр сөгөлдөрө тапшыра. Күп тапҡыр Бөтә Союз Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәләрендә ҡатнаша. «УССР-ҙың социалистик ярыш алдынғыһы» исеменә лайыҡ була. 1965 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1970 йылда Мария Лыба етәкселегендәге бригада һәр гектарҙан уртаса 610 центнер шәкәр сөгөлдөрө йыйып ала. 1971 йылда был ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була.
2005 йылдың 13 февралендә Слободка-Чернелевская ауылында вафат була.
Бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1971 йылдың 8 апрелендәге СССР Юғары Советы Президиумы указы
Әҙәбиәт
- Грошко М. Нива врожайна / М.Гришко // Рад. Поділля .- 1971 .- 11 трав.
- Євтушова Г. Людина переднього краю: нарис / Г. Євтушова // Зоря комунізму. — 1982. − 9 жовт
- Косюк Г. Життя — віддане покликанню / Г. Косюк // Красилів. вісн − 2003. — 26 квіт.
- Либа М. Наша опора і сила / М. Либа // Зоря комунізму. — 1967 .- 14 лист.
- Либа М. Пам’ять повертає у минуле / М. Либа // Красилів.вісн.- 2000.- 22 берез.
- Либа М ., 69 центнерів цукру з гектара / М. Либа // Зоря комунізму.- 1965.- 9 січ.
- Масловський І. О. Новій п’ятирічці — нові досягнення /І. О. Масловський // Зоря комунізму.- 1986 −25 лют.
- Марія Гнатівна Либа // Рад. Поділля.- 1972.- 30 лип.
Һылтанмалар
Наровлянский А. Одарчен Мария Игнатьевна. «Герои страны» сайты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2020.
- Биографические сведения 2016 йылдың 13 апрель көнөндә архивланған. (укр.)