Олимпия девизы
Олимпи́я деви́зы дүрт латин һүҙенән тора: «Citius, altius, fortius — communiter», «тиҙерәк, бейегерәк, көслөрәк — бергә» тигәнде аңлата. 2021 йылдың 20 июлендә Токиола Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан раҫлана. Быға тиклем, 1894 йылдан башлап, «Тиҙерәк, юғарыраҡ, көслөрәк» булып яңғырай.
Тарихы
Өс һүҙҙән торған фразаны тәүге тапҡыр француз руханийы Анри Дидон үҙенең колледжында спорт ярыштарын асыу тантанаһында әйтә. Был һүҙҙәр Пьер де Кубертенға оҡшай, сөнки был һүҙҙәр бөтә донъя спортсыларының маҡсатын сағылдыра, тип иҫәпләй. Был девиз citius, fortius, altius тәүге формаһында 1894 йылда беренсе олимпия конгресы тарафынан раҫлана (авторлығы Дидондыҡы тип иҫкә алына)[2] һәм 1894 йылдың июлендә сыҡҡан Халыҡ-ара олимпия комитеты рәсми бюллетененең беренсе сығарылышының титул битендә сыға[2][3].
2021 йылдың апрелендә Халыҡ-ара олимпия комитетының башҡарма комитеты уның башлығы Томас Бахтың девизды «бергә» һүҙе менән тулыландырыу тураһындағы тәҡдимен хуплай[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://olympics.com/ioc/olympic-motto
- ↑ 1 2 Bulletin du Comité International des Jeux Olympiques, No 1, Juillet 1894. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2019. Архивировано 28 март 2019 года.
- ↑ John E. Findling, Kimberly D. Pelle. Encyclopedia of the Modern Olympic Movement. — Greenwood Press, 2004. — P. 458. — ISBN 0-313-32278-3.
- ↑ МОК решил изменить девиз Олимпийских игр. Архивная копия от 23 апрель 2021 на Wayback Machine УНИАН, 23.04.2021
Һылтанмалар
- Дидон Анри // Большая олимпийская энциклопедия: В 2 т. / Автор-составитель В. Л. Штейнбах. — М.: Олимпия Пресс, 2006.