Оло Киңел (Һамар ҡушылдығы)

Оло Киңел (рус. Большой Кинель) — Рәсәйҙәге йылға, Һамар өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Һамар йылғаһына ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 422 км.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Волга һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Оло Киңел башынан тамағына тиклем, Көтөүлек йылғаһынан башҡа (инешенән Көтөүлек һыуһаҡлағысына тиклем). Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — өҫтәмә бассейны юҡ, йылға бассейны — Волга, Куйбышев һыуһаҡлағысы үренән Каспий диңгеҙенә ҡушылғанға тиклем[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 11010000812112100007633
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112100763
  • Бассейн коды — 11.01.00.008
  • ГӨ буйынса томы — 12
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Этимологияһы

Йылға тарихи Башҡортостан ерҙәрендә аға һәм атамаһы ла башҡорт телендәге "киң" һүҙенән сыҡҡан булыуы ихтимал. Был хаҡта "Самарская топонимика"(авторҙары В.Ф. Барашков, Э.Л. Дубман и Ю.Н. Смирнов) тигән китапта былай тип яҙылған: «слово «Кинель» имеет свое происхождение из тюркских языков... Сравните башкирское «киң» - «широкий», «широко», «киңәйеү» - «шириться, расширяться, увеличиваться», «киңәйеүле» - «расширяемый». В тюркских же языках известны нарицательные «ел», «ёл» в значении «река», «речной путь». Отсюда Кинель – «широкая, расширяющаяся (во время половодья) река»[3]. Был осраҡта татар теленән генә түгел, ә башҡорт теленән дә сыҡҡан һүҙ тип әйтергә мөмкин. Йәғни гидроним киң һүҙенә -ел тигән суффикс ҡушылыу юлы менән яһалған. Был суффикс, авторҙар бәйән иткәнсә, юл һүҙенән үҙгәреп киткән булыуы ла мөмкин.

Киңел атамалы йылғалар икәү. Оҙонорағы, тулы һыулырағы дәүмәленән сығып Оло Киңел тип атала.

Иҫкәрмәләр

  1. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  2. 1 2 РФ һыу реестры: Оло Кенәле.
  3. Кинель//Историческая Самара

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Барашков В.Ф., Дубман Э.Л., Смирнов Ю.Н. Самарская топонимика.. — Самара.: Изд-во Самарского гос. ун-та, 1996.. — :1-190. с.

Тема буйынса өҫтәмә