Оранж
Оранж[1] (рус. Оранжевая река; ингл. Orange River; африк. Oranjerivier, Ораньерифир[2]) — Көньяҡ Африкалағы йылға. Лесотола Аждаһа тауҙарында башлана. Артабан башлыса Көньяҡ Африка Республикаһы территорияһы буйлап аға, түбәнге ағымында Намибия менән тәбиғи сик барлыҡҡа килтерә һәм Атлантик океанға ҡоя.
География
Оҙонлоғо 2200 км (был күрһәткес буйынса ҡитғала етенсе урында), бассейн майҙаны 973 мең км². Иң ҙур ҡушылдығы — Вааль йылғаһы[3].
Йылғалағы билдәле Ауграбис шарлауығының (Көньяҡ Африка Республикаһы территорияһында) бейеклеге 146 метр.
Оранж буйында Аливал-Норт, Приска, Апингтон ҡалалары, ә тамағының көньяҡ ярында Александр-Бей ҡала-порты урынлашҡан.
Йылға Голландия экспедицияһында ҡатнашҡан шотланд Р. Дж. Гордон тарафынан Голландия хакимы — принц Вильгельм V Оранский һәм Оранж династияһы хөрмәтенә аталған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 267.
- ↑ Инструкция по передаче на картах географических названий Южно-Африканской Республики (с языка африкаанс). — М., 1968. — С. 22.
- ↑ Вааль // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Әҙәбиәт
- Оранжевая река // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
- Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.