Осетров Петр Петрович
Биографияһы
Осетров Петр Петрович 1913 йылдың 22 июнендә Мәскәү губернаһы Волокаламск өйәҙе Канаево ауылында тыуған.
Эшләгән урындары: 1938 йылдан алып 1941 йылға тиклем – мастер, «Ураҡ һәм Сүкеш» (Мәскәү) заводының цех начальнигы; 1941—1960 йылдарҙа – начальник урынбаҫары, 1-се һанлы ҡорос сым цехы начальнигы, баш инженер урынбаҫары, 706-сы һанлы заводтың баш инженеры, ҡорос сым-канат заводы директоры, 1960 йылдан директоры урынбаҫары – Белорет металлургия комбинатында метиз етештереү Белорет металлургия комбинаты начальнигы, 1965 йылдан – комбинатта директор.
Осетров Петр Петрович ҡатнашлығында 67 төр продукция: металлокорд, юғары ныҡлыҡтағы сымдар - сығарыу үҙләштерелә
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
СССР Дәүләт премияһы (1952) – цинкланған сым етештереүҙең яңы ысулдарын эшләгәне һәм индергәне өсөн
Ленин ордены, Октябрь Революцияһы ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «Почёт Билдәһе» ордены, миҙалдар.
Һылтанмалар
Энциклопедия Урала 2014 йылдың 2 февраль көнөндә архивланған.