Панкин Борис Дмитриевич
Панкин Бори́с Дми́триевич (20 февраль 1931 йыл) — СССР и Рәсәй дипломаты, журналист, әҙәби тәнҡитсе. 1991 йылдың авгусынан ноябренә тиклем СССР Сит ил эштәре министры вазифаһын башҡара.
Швецияла (1982—1990), ЧСФР (1990—1991) СССР илсеһе. Бөйөк Британияла (1991—1993) СССР илсе (артабан — Рәсәйҙә) була.
Биографияһы
Борис Дмитриевич Панкин 1931 йылдың 20 февралендә[1] Ҡырғыҙ АССР-ының Фрунзе[2] ҡалаһында тыуа. 1953 йылда Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай[1][3] .
1953 йылдан [1][4] — 1965 йылға тиклем «Комсомольская правда» гәзитендә журналист эшендә: махсус хәбәрсе[4], бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары[2]. Һуңынан баш мөхәррир[3] (1965—1973)[2].
1958 йылдың май айынан 1991 йылдың август айына тиклем КПСС ағзаһы[2].
1973—1982 йылдарҙа — Авторлыҡ хоҡуҡтары буйынса Бөтә Союз агентлығы идараһы рәйесе (ВААП)[1][3].
1982 йылдан дипломатик эштә (Дипломатик ранг — Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы Илсе):
- 1982—1990 — Швецияла СССР-ҙың Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе[1][3].
- 1990 йылдың 14 майы — 1991 йылдың 29 авгусы — ЧСФР-ҙа СССР-ҙың Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе[5][6]. Был вазифала Панкин Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетын асыҡтан-асыҡ ғәйепләгән[7] СССР-ҙың берҙән-бер илсе була[8] әммә берҙән-бер совет дипломаты түгел[3].
- 1991 йылдың 28 авгусында СССР президенты М. Горбачев Панкинды СССР сит ил эштәре министры итеп тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуя һәм был ҡарарҙы СССР Юғары Советы ҡарамағына индерә[9] әммә был указ раҫланмай[10][11][12][13]. Шуға ҡарамаҫтан, ғәмәлдә министр вазифаһын башҡарыусыбула [14][15][16] (18 ноябргә тиклем[17][18][19]).
- 1991 йылдың 25 октябренән 1 декабренә тиклем — СССР Президенты ҡарамағындағы Оборона советы ағзаһы[20][21].
- 1991 йылдың 19 ноябрендә — Бөйөк Британияла СССР-ҙың Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе[22] ә 1991 йылдың декабренән — Рәсәй Федерацияһының Бөйөк Британияла Илсеһе. Беү үк ваҡытта СССР Президент ҡарамағындағы Сәйәси консультатив совет ағзаһы[23].
- 1993 йылдың 16 сентябрендә пенсияға китеү менән бәйле Бөйөк Британия һәм Төньяҡ Ирландияның Ҡушма короллегендә Рәсәй Федерацияһы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе вазифаһынан бушатыла.[24]
Өйләнгән. Ике балаһы: улы һәм ҡыҙы бар[2].
Бүләктәре
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены[2]
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы[2]
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы [2]
- «Ленин Владимир Ильичтың тыуыуына 100-йыллыҡ айҡанлы» миҙалы (1970)[2]
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены
- СССР Дәүләт премияһы (1982) — «Строгая литература» китабы өсөн[1]
- Ленин Комсомолы премияһы (1980) — «Время и слово» китабы өсөн
- Журналистар союзы премияһы
- «Почетный автор РАО» билдәһе (2011)[4]
Ижтимағи эшмәкәрлеге
Ингән:
- СССР Ленин һәм Дәүләт премиялары буйынса комитетҡа инә
- СССР Яҙыусылар союзы идараһына инә.
- РСФСР Яҙыусылар союзы идараһына инә
Хеҙмәттәре
- Строгая литература. — М.: Советский писатель, 1982. — 399 с.
- Сто оборванных дней. — М. : Совершенно секретно, 1993. — 280 с. — ISBN 5-85275-055-7
- Четыре Я Константина Симонова. — М.: Воскресенье, 1999. — 453 с. — ISBN 5-88528-187-4
- Пресловутая эпоха в лицах, масках, событиях и казусах. — М.: Воскресенье, 2002. — 459 с. — ISBN 5-88528-287-0
- Шведский дом и его обитатели. — М.: Воскресенье, 2003. — 347 c. — ISBN 5-88528-314-1
- Та самая эпоха. М.: Собрание, 2008. — 582 с. — ISBN 978-5-9606-0057-6
- Пылинки времени. — Минск: ПРУП «Минская фабрика цветной печати», 2011. — 478 с. — ISBN 978-985-454-576-9
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Список главных редакторов «Комсомольской правды»
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Сайт Клуба выпускников МГУ
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Борис Панкин: Горбачев меня благословил — Власть — Коммерсантъ
- ↑ 1 2 3 4 5 Радио Свобода. Лицом к лицу
- ↑ 1 2 3 БОРИСУ ДМИТРИЕВИЧУ ПАНКИНУ — 85!
- ↑ Указ Президента СССР от 14.05.1990 N 162 «О назначении тов. Панкина Б. Д. Чрезвычайным и Полномочным Послом СССР в Чешской и Словацкой Федеративной Республике»
- ↑ УКАЗ Президента СССР от 29_08_1991 N УП-2483. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2015. [yes Архивировано] 10 апрель 2015 года. 2015 йылдың 10 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Борис Панкин: Горбачев меня благословил — Власть — Коммерсантъ
- ↑ «Шпионский скандал» — отзвуки предательства 90-х годов
- ↑ УКАЗ Президента СССР от 28_08_1991 N УП-2482. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2015. [yes Архивировано] 23 ноябрь 2015 года. 2015 йылдың 23 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Ведомости Съезда народных депутатов СССР и Верховного Совета СССР № 35. 28 августа 1991 г.
- ↑ Ведомости Съезда народных депутатов СССР и Верховного Совета СССР № 36. 4 сентября 1991 г.
- ↑ Ведомости Съезда народных депутатов СССР и Верховного Совета СССР № 37. 11 сентября 1991 г.
- ↑ В постановлении Верховного Совета СССР от 29 августа 1991 г. № 2370-I «О членах Кабинета Министров СССР», в котором говорится об утверждении назначения новых министров, имя Бориса Панкина отсутствует.
- ↑ «Восстановлены дипломатические отношения между СССР и Израилем» 2017 йылдың 20 март көнөндә архивланған. // Известия, 19 октября 1991 г.
- ↑ Определены структура и функции МВС
- ↑ Мистеры Нет и Мистеры Да
- ↑ Шеварднадзе сменил Панкина на посту министра
- ↑ Леонид Млечин. МИД.Министры иностранных дел. Внешняя политика России: от Ленина и Троцкого — до Путина и Медведева. e-reading.club
- ↑ Как Ельцин уничтожил внешнюю политику СССР
- ↑ УКАЗ Президента СССР от 01_10_1991 N УП-2634. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2015. [yes Архивировано] 13 апрель 2015 года. 2018 йылдың 19 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Указ Президента СССР от 25 декабря 1991 года № УП—3162
- ↑ УКАЗ Президента СССР от 19_11_1991 N УП-2877. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2015. [yes Архивировано] 10 апрель 2015 года. 2015 йылдың 10 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Распоряжение Президента СССР от 19.11.1991 N РП-2878 «Об утверждении Панкина Б. Д. членом Политического консультативного совета при Президенте СССР»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 16.09.1993 № 1388 «Об освобождении Панкина Б. Д. от обязанностей Чрезвычайного и Полномочного Посла Российской Федерации»(недоступная ссылка) // Собрание актов Президента и Правительства Российской Федерации № 38, 20.09.1993 г., Ст. 3536
Һылтанмалар
Сығанаҡтар
- Вестник Министерства иностранных дел СССР № 16—18 (98-100) 31 августа-30 сентября 1991 г.
- Вестник Министерства внешних сношений СССР № 24 (106) 31 декабря 1991 г.
- Собрание актов Президента и Правительства Российской Федерации № 38, 20 сентября 1993 г.