Панков
Панков — фамилия. Панкова вариантында ҡатын-ҡыҙ фамилияһын белдереү өсөн ҡулланыла.
- Панков Гений Викторович (1924—1994) — инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974—1986 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1976), ике I дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), ике «Почёт Билдәһе» (1957, 1966) ордендары кавалеры. СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1979) һәм СССР Министрҙар Советы премияһы (1982) лауреаты. БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966), РСФСР‑ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1983), СССР‑ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), почётлы авиатөҙөүсе (1984).
- Панков Александр Сергеевич (1991) — Рәсәй хоккейсыһы, ситке һөжүм итеүсе. Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе. Карьераһында «Толпар» (Өфө), «Салауат Юлаев» (Өфө), «Торос» (Нефтекама), «Автомобилист» (Екатеринбург), «Аҡ Барс» (Ҡазан), «Трактор» (Силәбе), «Витязь» (Чехов), «Лада» (Тольятти) командаларында уйнай.