Панков Александр Сергеевич
Панков Александр Сергеевич (1991 йылдың 17 ноябре, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — Рәсәй хоккейсыһы, ситке һөжүм итеүсе. Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе. Карьераһында «Толпар» (Өфө), «Салауат Юлаев» (Өфө), «Торос» (Нефтекама), «Автомобилист» (Екатеринбург), «Аҡ Барс» (Ҡазан), «Трактор» (Силәбе), «Витязь» (Чехов), «Лада» (Тольятти) командаларында уйнай.
Биографияһы
Александр Сергеевич Панков 1991 йылдың 17 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында тыуа. Профессиональ карьераһын 2009 йылда Өфөнөң Йәштәр хоккей лигаһы клубы «Толпар» составында башлай, быға тиклем "Салауат Юлаев"тың фарм-клубы өсөн сығыш яһай.
Спорт карьераһы
Үҙенең дебют миҙгелендә майҙансыҡта 64 матч үткәрә, 41 (19+22) мәрәй йыя, шулай уҡ турнирҙың бронза призеры була.
Киләһе миҙгелдә команда менән бергә тағы ла ЙХЛ бронзаһын яулай, был юлы 49 уйында 33 (14+19) мәрәй йыя. Бынан тыш, 2010 йылдың 22 декабрендә Түбәнге Каманың «Нефтехимик» командаһына ҡаршы уйында Континенталь хоккей лигаһында башлап уйнай, беренсе матчта уҡ лигала голдары иҫәбен аса. КХЛ-да үҙенең дебют миҙгелендә бөтәһе 20 матч үткәрә һәм 6 (5+1) мәрәй йыя, «Салауат Юлаев» менән бергә Гагарин кубогын яулай.
2011/12 йылдар миҙгелен ЮХЛ-да «Торос» составында башлай[1], әммә ноябрҙә ҡабаттан КХЛ клубының төп составына саҡырыла. 2011 йылдың 20 декабрендә йәнә «Торос»ҡа ҡайта[2], һөҙөмтәлә уның менән Братина кубогын яулай. 2012 йылдың 3 майында «Салауат Юлаев» етәкселеге хоккейсы менән ике яҡлы килешеүҙе оҙайтырға ҡарар итә[3].
2010 йылдан 2015 йылға тиклем «Салауат Юлаев» составында форвард 134 матчта уйнай, уларҙа 22 шайба индерә һәм 13 һөҙөмтәле пас бирә. Файҙалылыҡ күрһәткесе −1, штраф ваҡыты 62 минут тәшкил итә[4].
2015 йылда «Автомобилист» клубына күсә[5]. 2016 йылда хоккейсыларҙы алмашыу тәртибендә «Аҡ Барс» командаһы уйынсыһы булып китә. 2016 йылдың сентябрендә аҡсалата компенсация алыу шарты менән «Трактор»ға күсә, килешеү ике йылға иҫәпләнә[6]. Әммә уның составында 23 матч уҙғарып һәм уларҙа 6 (4+2) мәрәй йыйып, декабрҙә үк ике яҡтың да ризалығы менән Силәбе клубынан китә[7]. Ҡазанға ҡайтҡас, уны Чеховтың «Витязь» клубына алмаштыралар[8]. Форвард шунда уҡ Сочиҙың «Сочи» һәм Мәскәүҙең «Спартак» командаларына ҡаршы уйындарҙа ике шайба индерә. Уның дебюты команданың баш тренеры Валерий Беловты һоҡландыра[9]. Ләкин 2016/2017 йылдар миҙгеле тамамланғас, «Витязь» командаһынан китә. Миҙгел араһында форвард Воскресенскиҙың «Химик» һәм баш ҡаланың «Спартак» командалары составында нығына алмай. ЮХЛ-дың регуляр чемпионатын Тольятти командаһында башлай, әммә 12 матч уйнап, 2018 йылдың ноябренән "Лада"нан да китә[10].
2019 йылдың сентябрендә Ҡаҙағстандың Ҡарағанды ҡалаһынан ЮХЛ чемпионы «Һарыарҡа» командаһы уйынсыһы булып китә. Клуб менән форвардтың килешеүе бер йылға иҫәпләнә[11]. Ләкин шул уҡ йылдың декабрендә «Һарыарҡа» Рәсәй хоккейсыһының клубтан китеүе тураһында иғлан итә. Ҡарар ике яҡтың да ризалығы буйынса ҡабул ителә. Был миҙгелдә уйынсы регуляр чемпионаттың 16 матчында ҡатнаша һәм 5 мәрәй (4+1) йыя[12][13]. Һөжүм итеүсе «Тамбов» хоккей клубы менән килешеү төҙөй[14]. Уның формаһында 13 матч үткәрә һәм алты (1+5) мәрәй йыя. Февралдә һөжүм итеүсе ике яҡтың да ризалығы буйынса клубтан китә[15]. Артабан хоккейсы 2020—2022 йылдарҙа Украинаның «Боҙло Бүреләр», Ҡаҙағыстандың «Алматы», «Аҡтүбә», Украинаның «Сокол Киев» командаларында уйнай[16].
2023 йылдың декабренән хоккейсы тренер сифатында 2015 йылғы балаларҙан төҙөлгән «Өфө снайперҙары» командаһының баш тренеры[17].
Ҡаҙаныштары
- Ике тапҡыр ЙХЛ-дың бронза призёры (2010, 2011);
- Рәсәй чемпионы (2011);
- Гагарин кубогы еңеүсеһе (2011);
- Братина кубогы еңеүсеһе (2012).
Статистикаһы
| Регуляр миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Миҙгел | Команда | Лига | Уйын | Г | П | Мәр. | +/- | Штр | Уйын | Г | П | Мәр. | +/- | Штр |
| 2007/08 | Салауат Юлаев-2 | Беренсе лига | 1 | 0 | 0 | 0 | — | 0 | — | — | — | — | — | — |
| 2008/09 | Салауат Юлаев-2 | Беренсе лига | 33 | 6 | 8 | 14 | — | 24 | — | — | — | — | — | — |
| 2009/10 | Толпар | ЙХЛ | 51 | 16 | 18 | 34 | +18 | 54 | 13 | 3 | 4 | 7 | +3 | 8 |
| 2010/11 | Толпар | ЙХЛ | 38 | 8 | 16 | 24 | +7 | 36 | 11 | 6 | 3 | 9 | +2 | 42 |
| 2010/11 | Салауат Юлаев | КХЛ | 18 | 5 | 1 | 6 | +4 | 2 | 2 | 0 | 0 | 0 | — | 0 |
| 2011/12 | Толпар | ЙХЛ | 5 | 6 | 5 | 11 | +8 | 4 | — | — | — | — | — | — |
| 2011/12 | Торос | ЮХЛ | 25 | 4 | 6 | 10 | +4 | 22 | 16 | 3 | 2 | 5 | +7 | 10 |
| 2011/12 | Салауат Юлаев | КХЛ | 13 | 1 | 2 | 3 | — | 2 | — | — | — | — | — | — |
| 2012/13 | Салауат Юлаев | КХЛ | 33 | 6 | 7 | 13 | 5 | 14 | 11 | 1 | 0 | 1 | -3 | 4 |
| 2012/13 | Торос | ЮХЛ | 5 | 3 | 4 | 7 | 4 | 4 | 2 | 0 | 1 | 1 | -1 | 0 |
| 2012/13 | Толпар | ЙХЛ | 2 | 1 | 1 | 2 | 1 | 0 | 3 | 1 | 0 | 1 | -2 | 4 |
| 2013/14 | Салауат Юлаев | КХЛ | 31 | 8 | 3 | 11 | 1 | 16 | 6 | 0 | 0 | 0 | -1 | 2 |
| 2013/14 | Торос | ЮХЛ | 2 | 0 | 1 | 1 | -1 | 0 | 4 | 4 | 1 | 5 | 3 | 4 |
| 2014/15 | Салауат Юлаев | КХЛ | 20 | 1 | 1 | 2 | -6 | 22 | — | — | — | — | — | — |
| 2015/16 | Автомобилист | КХЛ | 49 | 10 | 6 | 16 | -5 | 28 | 6 | 2 | 1 | 3 | -3 | 8 |
| 2016/17]] | Аҡ Барс | КХЛ | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | — | — | — | — | — | — |
| 2016/17 | Трактор | КХЛ | 23 | 4 | 2 | 6 | 2 | 24 | — | — | — | — | — | — |
| 2016/17 | Витязь | КХЛ | 18 | 6 | 1 | 7 | 0 | 6 | 4 | 0 | 0 | 0 | 0 | 6 |
| 2017/18 | Витязь | КХЛ | 3 | 2 | 7 | 5 | -1 | 11 | — | — | — | — | — | — |
| Бөтәһе КХЛ-да | 164 | 31 | 19 | 50 | -1 | 84 | 25 | 3 | 1 | 4 | -8 | 14 | ||
| Бөтәһе карьераһында | 204 | 47 | 57 | 104 | +36 | 166 | 42 | 12 | 9 | 21 | +12 | 60 | ||
Иҫкәрмәләр
- ↑ Первые сборы прошли успешно (15 июль 2011). 17 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Салават Юлаев» отправил Давыдова, Емелина, Панкова и Григорьева в «Торос», sports.ru (20 декабрь 2011). 17 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Салават Юлаев» продлил контракты с Панковым, Сохатским и Сергеем Емелиным, sports.ru (3 май 2012). 17 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Обладатель Кубка Гагарина в составе «Салавата Юлаева» стал игроком действующего чемпиона ВХЛ, utv.ru (18 сентябрь 2018). 17 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ В хоккейный клуб «Автомобилист» перешли три игрока из «Салавата Юлаева» (16 март 2016). 17 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Панков сменил "Ак Барс" на "Трактор", sport-express.ru (15 сентябрь 2016). 17 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Панков покинул челябинский «Трактор», news.sportbox.ru (19 декабрь 2016). 17 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Ак Барс» отдал Панкова «Витязю» и получил Солодухина, sports.ru (19 декабрь 2016). 17 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Белов: хоккеист Панков очень хорошо дебютировал в "Витязе", tass.ru (24 декабрь 2016). 17 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Александр Панков покидает тольяттинскую «Ладу», realnoevremya.ru (1 ноябрь 2018). 17 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Обладатель Кубка Гагарина в составе «Салавата Юлаева» стал игроком действующего чемпиона ВХЛ, utv.ru (18 сентябрь 2018). 17 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Изменения в составе «Сарыарки» (9 декабрь 2019). 17 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Опытный российский форвард покинул «Сарыарку» (9 декабрь 2019). 17 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ ХК «Тамбов» усилился двумя нападающими, tambov.mk.ru (14 декабрь 2019). 17 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ ХК «Тамбов» расстался с форвардом Александром Панковым (26 февраль 2020). 17 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Александр Панков. 17 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Уфимские Снайперы (2015). 17 октябрь 2025 тикшерелгән.