Панков Гений Викторович
Уҡыу йорто | |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
Тыуған көнө | 29 май 1924 |
Вафат булған көнө | 26 ноябрь 1994 (70 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вафат булған урыны | |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Тыуған урыны |
Панков Гений Викторович (29 май 1924 йыл — 26 ноябрь 1994 йыл) — инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974—1986 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1976), ике I дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), ике «Почёт Билдәһе» (1957, 1966) ордендары кавалеры. СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1979) һәм СССР Министрҙар Советы премияһы (1982) лауреаты. БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966), РСФСР‑ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1983), СССР‑ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), почётлы авиатөҙөүсе (1984).
Биографияһы
Гений Викторович Панков 1924 йылдың 29 майында Өфөлә тыуған.
1949 йылда Өфө авиация институтын тамамлай һәм 1964 йылға тиклем Өфөләге 161-се заводта эшләй.
Артабанғы эш урындары: 1959—1963 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы, 1964—1986 йылдарҙа — Өфө приборҙар эшләү заводында баш инженер, 1974 йылдан алып — директор, 1960—1988 йылда Өфө авиация институтында уҡыта. 1956—1958 йылдарҙа Ҡытайҙа эшләй.
Өфө приборҙар эшләү заводында Г. Панков етәкселегендә борт цифрлы хисаплау машиналар серияһы, самолеттар, вертолеттар өсөн пилотаж-навигация комплекстары үҙләштерелә, «Мир» космос станцияһының борт комплексы идара итеү системаһы булдырыла, Конструкторлыҡ Бюро төҙөлә.
Хеҙмәттәре
Панков Гений Викторович — яҡынса 90 фәнни хеҙмәт һәм 16 уйлап табылған нәмәләр авторы.
Машиналар эшләү заводтарын проектлау. Өфө, 1970;
Дөйөм завод хеҙмәттәрен һәм сәнәғәт биналарҙы технологик проектлауы. Өфө, 1983.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- СССР дәүләт премияһы (1979)
- Ленин ордены (1971)
- Октябрь Революцияһы ордены (1976)
- ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943, 1985)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1957, 1966)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған машиналар төҙөүсеһе (1983)
- СССР-ҙың граждандар оборонаһы отличнигы (1980)
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979)
- Почётлы авиатөҙөүсе (1984).
Һылтанмалар
- Башҡорт энциклопедияһы 2014 йылдың 21 февраль көнөндә архивланған.
- Урал энциклопедияһы 2017 йылдың 23 июнь көнөндә архивланған.
- http://1biografia.ru/tehnika/aviator/3542-pankov-geniy-viktorovich.html 2014 йылдың 22 февраль көнөндә архивланған.
- Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаусылар
- 29 майҙа тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- 26 ноябрҙә вафат булғандар
- 1994 йылда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличниктары
- Өфөлә вафат булғандар
- Өфөлә тыуғандар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары (Башҡортостан)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусылары