Пацков Юрий Алексеевич

Пацков Юрий Алексеевич (13 апрель 1934 йыл  — 31 ғинуар 2001 йыл) — архитектор, юғары мәктәп уҡытыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1979), Архитекторҙар Союзы ағзаһы (1964).

Биографияһы

Юрий Алексеевич Пацков 1934 йылдың 13 апрелендә Башҡорт АССР-ның Дәүләкән районы Раев ауылында тыуған. Атаһының һөнәренә бәйле,ғаилә бер нисә тапҡыр йәшәү урынын үҙгәрткән. Тәүҙә улар Бирск ҡалаһына, аҙаҡ Өфө ҡалаһына күсеп киләләр. Юрий Алексеевичты Өфө ҡалаһының 11-се ирҙәр мәктәп-гимназияһына уҡырға бирәләр. Яҙмыш уны республиканың күренекле рәссам — педагогы, һынлы сәнғәт оҫтаһы Порфирий Маркович Лебедев менән осраштыра. Бер нисә ай дауамында Юрий Алексеевич Порфирий Марковичтың дәрестәренә йөрөй, акварель менән эшләргә өйрәнгән, һынлы сәнғәт тураһында әңгәмәләр тыңлай 1958 йылда Мәскәү дәүләт архитекторҙар институтын уңышлы тамамлап, Өфөгә ҡайта."Башкиргражданпроект" инситутында архитектор булып эшләй башлай, аҙаҡ баш архитектор вазифаһын башҡарған[1].

  • 1983 йылдан — техник бүлек белгесе
  • 1986 йылдан алып — Башҡорт АСССР-ның Мәҙәниәт министрлығының реставрация производство оҫтаханаһының ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса бүлек начальнигы
  • 1988—1989 йылдарҙа — Өфө ҡала советы башҡарма комитетының архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралығының начальник урынбаҫары.
  • 1994—2001 йылдарҙа «Башкиргражданпроект» институтында консультант
  • 1977—1995 йылдарҙа шулай уҡ Өфө нефть институтында һәм Өфө дәүләт нефть университетында эшләй.

Билдәле проекттары

  • «Россия» ҡуаҡханаһы (1967)
  • «Искра» кинотеатры
  • Актерҙар Йорто (1970)
  • Планетария
  • Дим мемориаль зонаһы
  • «Красноусольск» шифаханаһы (1970)
  • И. С. Якутов исемендәге парк(1975)
  • «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы майҙанындағы экскурсия комплексы (1980)

Пацков Юрий Алексеевичтың проекты һәм уның ҡатнашлығында Өфөлә губернаторҙар йорто реставрацияланған, Башҡорт дәүләт филармонияһы (1987), Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры (1987, 2000) реконструкцияланған. Бынан тыш ул рәссам һәм шағир.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1979)

Хәтер

Өфөлә ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылған (Чернышевский урамы,127.Киров районы)

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Оськин И.Оставить след в веках чредой, идущих" Бельские просторы" 2017 № 3,стр.133-138

Әҙәбиәт

  • Оськин И.Оставить след в веках чредой, идущих" Бельские просторы" 2017 № 3,стр.133-138
  • Седова В."Пацков архитектор, художник, поэт" /В.Соседова- (Вернисаж) Истоки-2014 № 17 (30 апр.) -стр.16

Һылтанмалар