Пашаева Ғәнирә Әләскәр ҡыҙы
Ғәнирә Әләскәр ҡыҙы Пашаева (рус. Ганира Алескер кызы Пашаева; әзерб. Qənirə Ələsgər qızı Paşayeva; 1975 йылдың 24 марты, Тауз районы[d] — 2023 йылдың 28 сентябре, Баҡы[1]) — журналист, шағир, табип, юрист, сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре. Әзербайжан Республикаһының 3—6-сы саҡырылыш Милли йыйылышы депутаты. Әзербайжан яҙыусыһы Ғәнзәфәр Пашаевтың ике туған һеңлеһе[2].
Биографияһы
Пашаева Ғәнирә Әләскәр ҡыҙы 1975 йылдың 24 мартында Әзербайжан ССР-ының Товуз районы Дюз Ғырығлы ауылында тыуған. Әзербайжан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын һәм Баҡы дәүләт университетының халыҡ-ара хоҡуҡ факультетын тамамлап, ике юғары — медицина һәм юридик белем ала[1]. рус һәм инглиз телдәрендә һөйләшә.
1998 йылдан башлап репортёр, хәбәрсе, мөхәррир, баш мөхәррир, баш мөхәррир, баш мөхәррир урынбаҫары һәм ANS TV телевизион компанияһының Яңылыҡтар бүлегендә баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. 2005 йылда Гейдар Алиев Фонды йәмәғәтселеге менән бәйләнеш буйынса бүлеген етәкләй.
2023 йылдың 28 сентябрендә Баҡы ҡалаһының Үҙәк клиник дауаханаһында вафат була. Бында ул 23 сентябрҙә ауыр хәлдә килтерелә, уға «билдәһеҙ сығышлы гипотоник хәл» диагнозы ҡуйыла, үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппаратына тоташтырыла[1].
Сәйәси эшмәкәрлеге
Милли мәжлес депутаты
Ғәнирә Пашаева Әзербайжандың өсөнсө (2005 йыл), дүртенсе (2010 йыл), бишенсе һәм алтынсы саҡырылыш Милли мәжлесе депутаты була[1].
Беренсе тапҡыр 2005 йылдың 6 ноябрендә 105-се Товуз һайлау округы буйынса депутат итеп һайлана. Милли мәжлестең Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм парламент-ара бәйләнештәрҙең даими комиссияһында ағза була. Әзербайҗан менән Грузия араһында парламент-ара мөнәсәбәттәр буйынса эшсе төркөм етәксеһе, шулай уҡ Әзербайжан — Һиндостан, Әзербайҗан — Төркиә, Әзербайҗан — Япония эшсе төркөмдәренең ағзаһы була.
ПАСЕ
2006 йылдың 23 ғинуарынан Европа Советы парламенты ассамблеяһында Әзербайжан делегацияһының әүҙем ағзаһы. Европа Советының «Европа демократтары төркөмөнә» инә. Тигеҙлек һәм дискриминация мәсьәләләре буйынса комитеттың, шулай ук миграция, ҡасаҡтар һәм күсенеп килгән заттар мәсьәләләре буйынса комитеттың тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Шулай уҡ Европа Советында Әзербайжандың икенсе вәкиле — Сәмед Сәидов менән бергә сәйәси һәм демократия мәсьәләләре буйынса комитет ағзаһы[3].
Ижтимағи эшмәкәрлеге
Ижади карьераһы
2010 йылдың 8 ноябрендә «Хазар» университетында (Баҡы) Пашаева Ғәнирәнең Мостафа Кемал Ататөрк тураһында «Большой человек, которого потерял мир» китабының презентацияһы ойошторола[6].
2011 йылдың 22 ноябрендә Баҡы «Park Bulvar» үҙәгенең «Али и Нино» магазинында «Её любовные письма» исеме аҫтында Ғәнирә Пашаеваның китабының презентацияһы була һәм ул һатыуға ҡуйыла, был китапта йәш ҡыҙҙың һөйгәненә яуапһыҙ мөхәббәте, һөйөү көсөнөң бөйөклөгө тураһында һөйләнелә. 2011 йылдың декабрендә китап һатылыу күләме буйынса тотош Әзербайжанда лидер булып китә.
2013 йылдың 24 июнендә «Евразия тикшеренеүҙәренең халыҡ-ара институты» йәмғиәте берекмәһе рәйесе ойошторған «Мост души между Карабахом и Анадолу» проекты сиктәрендә Әзербайжан милли йыйылышы депутаты Ғәнирә Пашаева һәм «Govkhar Group» тарафынан Мөслим Магомаев исемендәге Әзербайжан дәүләт филармонияһы сәхнәһендә патриотик йырҙар башҡарыусы төрөк йырсыһы Мостафа Йылдыздоғандың концерты үтә, ул Әзербайжан бойондороҡһоҙлоғо өсөн Ҡарабах һуғышында һәләк булған батырҙыр иҫтәлегенә, милли геройҙарға, Ҡарабах һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына, уларҙың ғаиләләренә, ҡасаҡтарға һәм мәжбүри күскенселәргә арнала[7].
2013 йылдың 1 июлендә Баҡыла Бульвар Паркында «Али и Нино» магазинында Ғәнирә Пашаеваның һәм Әзербайжандың атҡаҙанған артисы Тунзәлә Агаеваның берлектәге проекты — «İkimizin yerinə…» (әзерб. «За нас двоих») альбомы презентацияһы үтә, уға Пашаева һүҙҙәренә Агаева башҡарыуында композициялар инә. «İkimizin yerinə…» композицияһын популяр йырсы Эльнур Мәмәдов башҡара. Презентация ваҡытында проект ҡатнашыусыларының автограф-сессияһы уҙа[8].
2013 йылдың 9 декабрендә Пашаева «Dünyanı dəyişən alimlər» (әзерб. теленән «Донъяны үҙгәрткән ғалимдар») — беренсе ике томлыҡ китабын презентациялай, унда үҙҙәрен фәнгә бағышлаған билдәле 50 ғалим инә, уларҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәр бирелә[9].
Библиографияһы
- «Большой человек, которого потерял мир» о Мустафе Кемале Ататюрке;
- «Её любовные письма»;
- «Qənirə Paşayeva ilə addım-addım Türk dünyası» («Тюркский мир шаг за шагом с Ганирой Пашаевой»), повествующей о древних регионах Турции;
- «Dünyanı dəyişən alimlər» («Ученые, изменившие мир»);
- «Женщины, вписавшие свои имена в историю» (2011)[10];
- Вместе с заслуженной артисткой Азербайджана Тунзалей Агаевой выпустила альбом «İkimizin yerinə...» («За нас двоих»)[9].
Наградалары
2011 йылдың 5 мартында әзербайжан-грузин дуҫлығын нығытыуҙа ҙур өлөш индергәне өсөн Ғәнирә Пашаеваны Грузия президенты Михаил Саакашвили Намыҫ ордены менән бүләкләй. Бүләкләү тантанаһы Әзербайжанда Грузия илселегендә үтә. Грузия президенты исеменән орденды Әзербайжандағы Грузия илсеһе Теймураз Шарашенидзе тапшыра[11].
Премиялары
2007 йыл
2007 йылдың 19 ғинуарында Әзербайжан парламент журналистарының йәмәғәт берекмәһе депутат Ғәнирә Пашаеваны «Иң әүҙем депутат» һәм «Иң әүҙем һайлау хоҡуғын яҡлаусы» номинацияһында бүләкләй[12].
2010 йыл
2010 йыл 29 сентябрендә «Әзербайжан йәштәренең яңы быуыны» йәмәғәт берекмәһе депутат Пашаева Ғәнирәне төрөк донъяһы алдында ҡаҙаныштары һәм уның донъяға ҡарашы алдында эшмәкәрлеге өсөн «Төрөк милләте хеҙмәтселәре» бүләгенә тәҡдим итә.
2010 йылдың 30 ноябрендә Ғәнирә Пашаева Төркиәнең иҡтсиад мәнәсәбәттәренең Евразия түңәрәге тарафынан тәүге тапҡыр ойошторолған «2010 — Зәки Вәлиди Туған» премияһына лайыҡ була. Премия 2010 йылдың 2 декабрендә Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһында «21 быуатта төрки донъяһы» темаһына халыҡ-ара симпозиумдың беренсе көнөндә тапшырыла[13].
2011 йыл
2011 йылдың 16 майында Пашаева Ғәнирә Истанбулда сәйәсәт өлкәһендә Европа союзы гәзитселәренең «Иң яҡшы йылдар» журналистика премияһына лайыҡ була[14].
2011 йылдың 30 сентябрендә Ғәнирә Пашаева йыл һайын тапшырыла торған «Хазар» милли премияһын ала, уны традиция буйынса, «Йәш реформаторҙар» йәмәғәте берләшмәһе тапшыра.
2012 йыл
2012 йылдың 29 декабрендә Әзербайжан милли йыйылыш депутаты Ғәнирә Пашаева закондар сығарыу өлкәһендә уңышлы эшмәкәрлеге өсөн «Одлар Юрду» премияһына лайыҡ була. Премияны Әзербайжандың йәштәр үҙәге, туризмды үҫтереү буйынса йәштәр коалицияһы һәм башҡа йәштәр ойошмалары ойоштора.
2013 йыл
2013 йылдың 30 майында Пашаева Ғәнирә Төркиәнең «Радио эви дярняйи» (RADEV) ҙур медиа ассоциацияһының береһе ойошторған «Йылдың халыҡ-ара ыңғай мәҙәни илсеһе» премияһына лайыҡ була.
Фильмографияһы
2011 йылдың апрелендә Пашаева Ғәнирә тарафынан фильм төшөрөлә, унда архив материалдары һәм Төркиәләге шаһиттарҙың күрһәтмәләре нигеҙендә төрөктәрҙең әрмәндәргә ҡарата XX юыуат башында геноцид ҡылыуы кире ҡағыла. Бының өсөн Әзербайжан парламенты Төркиәлә төрөк-әрмән мөнәсәбәттәре буйынса 1915 йыл башындағы ваҡиғалар темаһына үҙ тикшеренеүен үткәрә һәм шул ваҡиғаларҙың тере шаһиттары менән осраша[15].
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Ганира Пашаева скончалась. APA Group (28 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2026. (рус.)
- ↑ Состоялась презентация книги Газанфара Пашаева «Исследования о Насими». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2026. Архивировано из оригинала 5 март 2016 года. (рус.)
- ↑ 20150613000039/http://assembly.coe.int/ASP/AssemblyList/AL_MemberDetails.asp?MemberID=5686 Ganira PASHAYEVA, Personal Information, Azerbaijan. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2026. Архивировано из ASP/AssemblyList/AL_MemberDetails.asp?MemberID=5686 оригинала 13 июнь 2015 года. (рус.)
- ↑ 20130224052704/http://sehife.az/socium/1756-ganira-pashaeva-v-somali-foto.html Ганира Пашаева в Сомали. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2026. Архивировано из оригинала 24 февраль 2013 года. (рус.)
- ↑ Азербайджанский депутат займется медициной в Сомали. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2026. Архивировано из [http:// sehife.az/socium/1712-azerbaydzhanskiy-deputat-zaymetsya-medicinoy-v-somali.html оригинала] 24 февраль 2013 года. (рус.)
- ↑ http://www.turknorthamerica.com/2010/11/08/состоялась-презентация-книги-азерба.html Состоялась презентация книги азербайджанского депутата Ганиры Пашаевой о Мустафе Кемале Ататюрке. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2026. Архивировано из оригинала 26 февраль 2014 года. (рус.)
- ↑ Вугар Иманов. В Баку состоялся концерт Мустафы Йылдыздогана «Мост души между Карабахом и Анадолу». Trend Life. Trend News Agency (24 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2026. https://www.trend.az/ life /socium/2164419.html Архивировано 23 апрель 2021 года. (рус.)
- ↑ Вугар Иманов. 2166303.html Ганира Пашаева и Тунзаля Агаева презентуют совместный проект “İkimizin yerinə...”. Trend Life. Trend News Agency (1 июль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2026. https://www.trend.az/life/ socium /2166303.html Архивировано 23 апрель 2021 года. (рус.)
- ↑ 1 2 Вугар Иманов. socium/2219715.html В Баку прошла презентация книги Ганиры Пашаевой «Ученые, изменившие мир». Trend Life. Trend News Agency (9 декабрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2026. Архивировано 23 апрель 2021 года. (рус.)
- ↑ Кемаля Гулиева. org/web/ 20160418020731/http://ru.apa.az/news/187313 Состоялась церемония презентации книги депутата Ганиры Пашаевой «Женщины, вписавшие свои имена в историю». apa (7 март 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2026. Архивировано из оригинала 18 апрель 2016 года. (рус.)
- ↑ Назим Мустафаев. Саакашвили наградил Ганиру Пашаеву орденом чести. Vesti.Az (5 март 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2026. Архивировано из оригинала 24 сентябрь 2013 года. (рус.)
- ↑ Общественное объединение парламентских журналистов Азербайджана определило награды в 3-х номинациях
- ↑ Азербайджанский депутат удостоена премии в Турции. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2026. Архивировано 17 октябрь 2014 года. (рус.)
- ↑ [http:/ news.day.az/politics/267657.html Азербайджанский депутат удостоена в Стамбуле журналистской премии «Лучшие года»]. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2026. Архивировано 2 апрель 2019 года. (рус.)
- ↑ Ганира Пашаева: никакого армянского геноцида не было. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2026. Архивировано из оригинала 23 сентябрь 2015 года. (рус.)
Һылтанмалар
- Веб-сайт агентства «Анадолу». 28 сентября 2025 года. От журналистики к политике — жизнь, посвященная тюркскому миру: Ганира Пашаева (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 март 2026).
- Сайт «news.day.az». 29 сентября 2023 года. Завершилась церемония прощания с Ганирой Пашаевой (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 март 2026).
- Сайт «Oxu.Az». 29 сентября 2023 года. Фергус Олд: История успеха Ганиры Пашаевой была примером для многих женщин (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 март 2026).
- Новостной терминал. 28 января 2010 года. В рамках визита в США депутаты Ганира Пашаева и Захид Орудж приняли участие в телепередаче, посвященной Азербайджану (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 март 2026).