Петра Гинчицова

Петра Гинчицова (чех Petra Hynčicová; 1 май 1994 йыл, Либерец, Чехия) — Чехия саңғысыһы. 2019 йылда Ҡышҡы универсиаданың саңғы спринтында чемпион, 2018 йыл олимпия уйындары ҡатнашыусыһы.

Спорт карьераһы

Петра Гинчицова өсөн Донъя кубогы сиктәрендә беренсе уҙыш 2013/14 миҙгеле этабының Нове-Место-Моравала уҙған спринтерҙар уҙышы була, унда чех спортсыһы 45-се һөҙөмтә күрһәтә[3].

2019 йылдың 6 февралендә Красноярскта ҡышҡы универсиадала Гинчицова ирекле стиль менән спринт ярыштарының квалификация уҙышында иң яҡшы ваҡытты күрһәтә. Шулай уҡ сирек финал һәм ярымфинал стадияларҙы ышаныслы үтә, ә хәл иткес уҙышта Рәсәй спортсыларын үҙып китеп, алтын миҙал яулай[4][5]. Спортсы шулай уҡ команда спринт ярышында һәм 15 км уҙышта ҡатнаша.

2019 йылда донъя беренселегендә Гинчицова спринттың төп селтәренә эләкмәй, квалификацияла тик 43-сө ваҡытты күрһәтә[6]. Гинчицованың ватандашы Катержина Янатова менән пары команда спринты ярымфиналында 7-се була һәм был ярыштың хәл иткес уҙышына эләкмәй[7]. Шулай уҡ 10 км айырым старт менән уҙышта[8] һәм эстафетаның икенсе этабында ҡатнаша, был Чехия йыйылмаһы өсөн 11-се һөҙөмтә менән тамамлана[9].

2021 йылда донъя чемпионатында спортсы өс шәхси уҙышта ҡатнаша, бер тапҡыр ҙа топ-30-ға эләкмәй: спринтта ул 35-се ваҡытты күрһәтә[10], 10 км уҙышта айырым старт менән — 33-се ваҡытты күрһәтә[11], ә 30 километрға масс-стартта — 36-сы була[12]. Бынан тыш, һуңғы этапта Гинчицова торған чехтарҙың эстафета дүртлеһе дөйөм 8-се урында була[13].

Һөҙөмтәләр

Олимпия уйындары

Олимпия уйындары Спринт Команда
спринт
10 км
айырым старт
7,5+7,5 км
скиатлон
30 км
масс-старт
Эстафета
Корея республикаһы 2018 Пхенчхан 45 60 Ҡырҡ ете 39

Саңғы спорты буйынса донъя чемпионаты

Донъя чемпионаты Спринт Команда
спринты
10 км айырым старт 7,5+7,5 км
скиатлон
30 км
масс-старт
Эстафета
Австрия 2019 Зефельд 43 13 48 11
Германия 2021 Оберстдорф 35 33 36 8

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Olympedia (ингл.) — 2006.
  2. 1 2 Petra Hyncicova - Skiing - University of Colorado AthleticsColorado Buffaloes.
  3. Sprinty vyhráli Američanka Randallová a Rus Usťugov (чеш.). Jihlavský deník (11 ғинуар 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2021.
  4. Hynčicová slaví zlato na univerziádě! Černý byl ve sprintu pátý (чеш.) (6 март 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2021.
  5. Zlato pro Česko získala Petra Hynčicová z Liberce (чеш.) (6 март 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2021.
  6. Nor Klaebo ovládl sprint a je poprvé mistrem světa, jeho krajanka Fallová titul obhájila (чешск.).ČTK(21 февраля 2019).Дата обращения: 13 марта 2021.
  7. Sprint dvojic na MS vyhrály Švédky, slaví také norské duo Klaebo, Iversen (чеш.) (24 февраль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2021.
  8. Běžkyně Johaugová vyhrála na MS podruhé, Razýmová až ve čtvrté desítce (чеш.) (26 февраль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2021.
  9. Norské běžkyně na lyžích poraženy. Zlato slaví Švédsko, Češky jedenácté (чеш.) (28 февраль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2021.
  10. Klaebo a Sundlingová ovládli sprint na světovém šampionátu, Češi jeli čtvrtfinále(чешск.).iDNES.cz(25 февраля 2021).Дата обращения: 10 марта 2021.
  11. Johaugová vyhrála na MS v Oberstdorfu i třicítku, Razýmová 19 (чеш.). České noviny (6 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2021.
  12. Johaugová vyhrála na MS v Oberstdorfu i třicítku, Razýmová 19(чешск.).České noviny (6 марта 2021).Дата обращения: 10 марта 2021.
  13. Úchvatný úvod české štafety, nakonec osmé místo. Světové zlato mají Norky (чеш.). iDNES.cz (4 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2021.

Һылтанмалар

  • Петра Гинчицова — статистика на сайте FIS  (англ.)