Петроне Педро

Педро Петроне (исп. Pedro Petrone, 11 май 1904 йыл йәки 1905 йыл[сығ. 1] — 13 декабрь 1964 йыл) — Уругвай футболсыһы, һөжүмсе. Уругвай йыйылма командаһы тарихында иң яҡшы бомбардир. 1930 йылғы Донъя чемпионы. Ике тапҡыр Олимпия чемпионы (1924, 1928 йылдар).

Карьераһы

Уругвай чемпионатында «Насьональ» өсөн 128 уйында 146 гол индерә. Турне ҡатнашыусылар «Насьоналдең» Европа (1925) Төньяҡ Америка (1927) буйлап турнеһы ҡатнашыусыһы. «Фиорентина» өсөн сығыш яһап Италия чемпионатында 44 матчта 37 гол индерә. 1931/32 йылдар миҙгелендә Италия чемпионатының иң яҡшы бомбардиры.

1923 йылдың 4 ноябрендә Уругвай йыйылма командаһы составында Парагвайға ҡаршы беренсе матчын үткәрә (2:0 иҫәбенә еңәләр), 1930 йылдың 18 июлендә Донъя чемпионатының беренсе төркөм турниры сиктәрендә Перуға ҡаршы матчта (1:0 иҫәбенә еңәләр) һуңғы уйынын уҙғара. «Селеста» өсөн 24 матчта 28 туп индерә.

Шәхси ҡаҙаныштары

  • Уругвай чемпионатының иң яҡшы бомбардиры (3): 1926, 1928, 1933
  • Италия чемпионатының иң яҡшы бомбардиры (1): 1932
  • Көньяҡ Америка чемпионатының иң яҡшы бомбардиры (3): 1923, 1924, 1927
  • Үҙ ваҡытының иң шәп спортсыһы — футболда 100 метрҙы 11 секундта йүгерә.

Сығанаҡтар

  1. Точный год рождения Петроне неизвестен — согласно различным источникам, он родился в 1904 или 1905 году.

Әҙәбиәт

  • Washington Willy Fiola Failacce. Celeste Inmortal. — Монтевидео: Ediciones de la Plaza, 2014. — С. 256. — 528 с. — ISBN 978-9974-48-235-7.

Һылтанмалар

  1. Pedro Petrone // FBref.com (билдәһеҙ)

Тема буйынса өҫтәмә