Петропавловский Сергей Анатольевич

Петропавловский Сергей Анатольевич (21 сентябрь 1909 йыл16 август 1958 йыл) — тау инженеры-геофизик. Сибай баҡыр-цинк колчеданы ятҡылығын асыуҙа һәм өйрәнеп-тикшереүҙә ҡатнашыусы. III дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1949). Ленин (1953) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары (1949) кавалеры.

Биографияһы

Сергей Анатольевич Петропавловский 1909 йылдың 21 сентябрендә хәҙерге Вологда өлкәһендә тыуған[1].

Юғары белемле: 1947 йылда Свердловск тау институтын[2] тамамлаған.

1944 йылдан — техник, һуңынан «Уралцветметразведка» тресының үҙәкләштерелгән геофизик партияһы начальнигы (хәҙер — Баженов геофизик экспедицияһы), 1947 йылдан — Союз әһәмиәтендәге Урал геофизик тресының баш инженеры[3].

1956 йылдың майынан Ҡытай Халыҡ Республикаһы Геология министрлығының геофизика буйынса баш инженеры.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге Уралда мәғдән геофизикаһының барлыҡҡа килеүе һәм үҫешен өйрәнеп-тикшереүгә арнала. Уның ҡатнашлығында Урта һәм Көньяҡ Уралдағы баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын эҙләүҙә һәм разведкалауҙа тикшеренеүҙәрҙең геофизик ысулдары ҡулланыла[1].

Сибай баҡыр-цинк колчеданы ятҡылығын асыуҙа һәм геологик өйрәнеүҙә туранан-тура ҡатнаша һәм ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеүгә тос өлөш индерә. Был хеҙмәт емештәре дәүләт тарафынан тейешле кимәлдә баһалана: 1949 йылда Сергей Петропавловский башҡа хеҙмәттәрштәре менән бергә III дәрәжә Сталин премияһын ала[4].

1958 йылдың 16 авгусында оҙайлы һәм ауыр сирҙән һуң Свердловск ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

◇ III дәрәжә Сталин премияһы (1949)
◇ Ленин ордены (1953)
◇ Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949)
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Хәтер

◇ Сергей Петропавловский исеме Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһындағы урамға бирелгән[1].