Почта йәшнигенең тыуған көнө
Почта йәшнигенең тыуған көнө — 1858 йылда Лондон урамдарына беренсе ошондай ҡоролма ҡуйыу хөрмәтенә 2 августа билдәләнә. Почта йәшнигенең тарихы күпкә иртәрәк башланған.[1]
Тарихы
XVI быуат
Почта йәшниге тарихы XVI быуатта башлана, ул саҡта диңгеҙселәр Изге Өмөт морононда таш йәшникте почта яшниге итеп файҙаланған. Сәйәхәтселәр Европанан Һиндостанға юлланғанда унда хаттар ҡалдырған, кире ҡайтыусы диңгеҙселәр хаттарҙы алып киткән. Бөгөн был таш почта хеҙмәтенең символы булып тора һәм Кейптаун музейында һаҡлана.[2].
XVII быуат
XVII быуатта Австрия почтальондары, хәҙерге почта йәшниге маҡсатында, үҙҙәре менән сумка аҫып йөрөгәндәр.[3]
XVIII быуат
1785 йылда ҡуйыла Венала беренсе почта йәшниге ҡ
XIX быуат
Хәҙерге формалағы почта йәшниге Лондонда 1858 йылдың 2 авгусында барлыҡҡа килә. Был дата, ғөмүмән, почта йәшнигенең донъяла рәсми тыуған көнө тип иҫәпләнә.[4]
СССР-ҙа һәм Рәсәйҙәге почта йәшниктәре
Рәсәйҙә почта йәшниктәре Европаның башҡа илдәренә ҡарағанда иртәрәк барлыҡҡа килгән. Уларҙы 1848 йылда Санкт-Петербургта урынлаштыра башлайҙар, артабан бөтә Рәсәй империяһына таралалар. Шул уҡ йылдың 1 декабрендә халыҡҡа уңайлы булһын өсөн почта бүлексәләрендә генә түгел, сауҙа магазиндары янында ла почта йәшниктәре ҡуйырға ҡарар ителә[5].
Рәсәй империяһының Санкт-Петербург һәм Мәскәү урамдарында почта йәшниктәре тәүге тапҡыр 1848 йылда барлыҡҡа килә. Улар Мәскәүҙә Почта идаралығы заказы буйынса 1848 йылдың 1 ноябрендә урынлаштырыла. Тәүҙә йәшниктәр ағас һәм ҙур була, әммә тиҙҙән уларҙы стилләштерелгән конверт һүрәте төшөрөлгән металл йәшниккә алмаштыралар. 1901 йылда һарғолт төҫтәге почта йәшниктәре индерелә, улар аша ебәрелгән хаттарҙы шул уҡ көндө поезд менән алып китәләр[5].
Почта бүлектәрендә ҡуйылған почта йәшниктәрендә ике бүлек булған. Уларҙың береһе ебәрелгән хаттар өсөн бикле булһа, икенсеһе адресаттың булмауы йәки табылмаған сәбәпле кире ҡайтарылған хаттар өсөн асыҡ ҡалған.
1928 йылда Мәскәү трамвайҙарына 200 йәшник ҡуйыла, улар аша ҡала халҡы хат-хәбәрҙәрен ебәрә алған. Почта хеҙмәткәрҙәре төп почта бүлексәһендә трамвай туҡталыштары ваҡытында хаттарҙы сығып алған[2][6].
60-сы йылдарҙың икенсе яртыһында СССР-ҙа почта йәшниге ярты миллион самаһы булған[7].
1970-1980-се йылдарҙа Мәскәү, Ленинград кеүек эре ҡалаларҙа ике төҫтәге йәшниктәр ҡуйыла: ҡала-ара хатлашыу өсөн зәңгәр, ҡала эсендәге хаттар өсөн ҡыҙылт-һары йәшник ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Почтовый ящик отмечает день рождения. Комсомольская правда (4 август 2022).
- ↑ 1 2 Календарь филателиста на 1978 год. — М.: Связь, 1977. — С. 15.
- ↑ День рождения почтового ящика. My-calend.ru.
- ↑ День рождения почтового ящика отмечается 2 августа. MK.RU (2 август 2022).
- ↑ 1 2 Московский почтамт 1711—2001. — М.: Форум, 2001. — 156 с. — С. 37—40. — ISBN 5-8199-0025-1.
- ↑ Почта трамвайная // Большой филателистический словарь / Н. И. Владинец, Л. И. Ильичёв, И. Я. Левитас, П. Ф. Мазур, И. Н. Меркулов, И. А. Моросанов, Ю. К. Мякота, С. А. Панасян, Ю. М. Рудников, М. Б. Слуцкий, В. А. Якобс; под общ. ред. Н. И. Владинца и В. А. Якобса. — М.: Радио и связь, 1988. — 320 с. — 40 000 экз. — ISBN 5-256-00175-2.
- ↑ Дедушка e-mail: каким был и каким остается московский почтовый ящик. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2016. Архивировано из оригинала 27 ноябрь 2016 года.
Әҙәбиәт
- Васильев Д. К истории первого почтового ящика в России // Филателия СССР : журнал. — М.: Министерство связи СССР, Всесоюзное общество филателистов, 1979. — Май (№ 5). — С. 46—47. — ISSN 0860-4478. Архивировано 7 ноябрь 2014 года. (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2020)
- Ящик для писем и газет // Товарный словарь / И. А. Пугачёв (главный редактор). — М.: Государственное издательство торговой литературы, 1961. — Т. IX. — Стб. 1012—1013. — 890 с.