Просвещение (нәшриәт)
Тарихындағы мөһим ваҡиғалар
1930 йылда СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән Халыҡ мәғарифы комиссариатының әҙәби-нәшриәт бүлеге базаһында «Учпедгиз уҡыу нәшриәте» (РСФСР Мәғариф министрлығының дәүләт уҡыу-уҡытыу-педагогия нәшриәте) булараҡ ойошторола. «Учпедгиз уҡыу нәшриәте»нең беренсе директоры академик В. А. Обручевтың туғаны Лев Яковлевич Лурье була.
Нәшриәттең тәүге эш йылында баҫма продукцияның дөйөм тиражы 29 миллион дана тәшкил итә. Шул уҡ йылда нәшриәттә М. Ф. Робинсон һәм М. Л. Закожурникова авторлығында «Поход за грамоту» тип аталған беренсе дәреслек донъя күрә.
1930 йылдар уртаһынан «Учпедгиз» СССР-ҙа уҡыу-уҡытыу һәм педагогик әҙәбиәттең иң ҙур махсуслаштырылған нәшриәтенә әйләнә; 1940 йылдарҙа дәреслектәр сығарыу йылына 125,5 миллион данаға етә, улар 1419 исем менән баҫыла.
1942 йылда нәшриәт хәҙерге Киров ҡалаһына эвакуациялана, унда хәрби шарттарҙа эшен дауам итә, 233 төрлө дәреслек һәм әсбап, шул иҫәптән «Совет Армияһы яугирҙары өсөн рус теле дәреслеге» «Учебник русского языка для бойцов Советской Армии» тигән ҡулланма сығара.
1950 йылдарҙа Учпедгиздың методик кабинеты урта мәктәп дәреслегенә төп талаптар эшләй, нәшриәт ҡарамағында дөйөм белем биреү һәм производствоға өйрәтеү мәктәптәре, шулай уҡ төрлө техникум уҡыусылары һәм педагогтары өсөн производство-техник әҙәбиәт редакцияһы булдырыла.
1964 йылда Учпедгиз нәшриәте «Педагогия фәндәре академияһы нәшриәте» менән берләштерелә һәм РСФСР Министрҙар Советының Нәшриәт, полиграфия һәм китап сауҙаһы эштәре буйынса дәүләт комитеты системаһындағы «Просвещение» нәшриәте итеп үҙгәртелә. 1969 йылда «Просвещение»нән Педагогия фәндәре академияһының «Педагогика» нәшриәте айырылып сыға. 1974 йылда «Просвещение» нәшриәте Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1950—1990 йылдарҙа нәшриәт илдәге бөтә төр дөйөм белем биреү мәктәптәре һәм педагогия уҡыу йорттары өсөн берҙәм дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары, уҡытыусылар өсөн методик әҙәбиәт, уҡыусылар өсөн кластан тыш уҡыу буйынса әҙәбиәт, нәфис әҙәбиәт, методик журналдар, төрлө программа-методик баҫма, күргәҙмә әсбаптары сығара. Ул шулай уҡ Бөтә Союз китапханаларын әҙәбиәт менән тәьмин итә һәм күп милләтле ил өсөн «Балалар энциклопедияһы»н нәшер итә.
1968—1971 йылдарҙа алты томда (ете китапта) һәм 1983—1989 йылдарҙа ете томда ике тапҡыр нәшер ителгән «Жизнь животных» һәм 1974—1982 йылдарҙа алты томда (ете китапта) нәшер ителгән «Жизнь растений» кеүек энциклопедик баҫмалар биология буйынса белемде популярлаштырыуға ҙур йоғонто яһай.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Топ-менеджер Газпромбанка возглавит крупнейшее в России издательство. РБК (7 март 2023).
- ↑ История издательства. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2016. Архивировано 20 сентябрь 2016 года.