Райманов Ринат Фаат улы
Ринат Фаат улы Рйамнов (рус. Райманов, Ринат Фаатович; 1967 йылдың 21 октябре, Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы) — йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. Эшҡыуар. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградланған. Григорий Аксаков ордены кавалеры. Башҡортостан Республикаһының 5-7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013 йылдан)[1][2].
Биографияһы
Ринат Фаат улы Райманов 1967 йылдың 21 октябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө авиация институтында (1991) уҡый. Икенсе юғары белемде Мәскәү дәүләт университетында (2006) ала.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1991 йылда Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводының механика цехы мастеры булып башлай.
1994—1995 йылдарҙа «Ремстройсервис» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры урынбаҫары була.
Артабанғы өс йылда «Энергосервис» производство-коммерция фирмаһы яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры урынбаҫары вазифаһын биләй.
Һуңынан шәхси эшҡыуар булып китә һәм «Риком» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт ойоштора (1999 йылдан).
2010—2013 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары.
2013 йылдан алып «Группа компаний Риком» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры[1][2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Ғаиләһе
Тормош иптәше менән ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләй[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Григорий Аксаков ордены (2022)
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2021)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2019)
- Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе
- Рәсәй Федерацияһы Төбәк үҫеше министрлығының Почёт грамотаһы (2011)
- Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының Почёт грамотаһы (2016)
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы (2017)
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың почёт билдәһе
- Башҡортостан Республикаһы Башлығының, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең (2008) рәхмәттәре[1][2]
- Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы советының Почёт грамоталары (2008—2017)[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Райманов Ринат Фаатович Депутаты. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Райманов Ринат Фаатович. Единая Россия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026.
- ↑ Совет Ассоциации организаций предпринимательства Республики Башкортостан