Раковник

Раковник (чех.Rakovník) — Чехияның көнбайышындағы, Среднечех крайындағы ҡала. Киң вәләкәтле муниципалитет һәм Раковник районының администарив үҙәге.

Халҡы — 16,5 мең кеше (2003 йыл).

Праганан көнбайышҡа табан 50 км алыҫлыҡта, диңгеҙ кимәленән 350 метр бейеклектә урынлашҡан. Тимер юлы үҙәге.

Иҡтисады

Ҡаланың төп предприятиеһы — керамика заводы (плиткалар етештерә). Һыра етештереү бар, 1454 йылда нигеҙ һалынған ҡала һыра ҡайнатыу комбинаты Чехияла иң боронғо Bakalář маркаһы аҫтында һыра сығара[8][9].

Иҫтәлекле урындары

Ҡалала боронғо готик ҡапҡалар һаҡланып ҡалған (XV быуаттың 70-се йылдарынан), костел бар. Ҡала музейы эшләй. Йыл һайын «Rakovnik of Urnan Brothers» вокаль музыка фестивале үткәрелә.

Раковниктан йыраҡ түгел — Кршивоклат замогы бар (XV быуат аҙағы).

Билдәле кешеләре

  • XV быуат башында бында чех гуманисы Оттерсдорфтан Сикст тыуған, ул ҡатламдарҙың Прага ихтилалының әүҙем ҡатнашыусыһы, ваҡиғалар хроникаһы авторы булған.
  • 1884 йылда Раковник янында Чехословакияның икенсе президенты Эдвард Бенеш тыуған.
  • Сигизмунд Винт (1846—1912) — чех яҙыусыһы, тарихсыһы йәшәгән һәм эшләгән.

Туғандаш ҡалалар

Фотоһүрәттәре

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 набор данных ISÚICzech Office of Surveying and Cadastre.
  2. 1 2 Český statistický úřad Výsledky sčítání 2021 – otevřená data (чеш.)
  3. Jakl L. Jak stará jsou česká města? Legendy a fakta. (чеш.) // (unknown type) — 2011.
  4. Český statistický úřad Počet obyvatel v obcích - k 1. 1. 2022 (чеш.) — Praha: ČSÚ, 2022.
  5. 1 2 Реестр территориальной идентификации, адресов и недвижимости (RUIAN) Чехии
  6. Czech Statistical Office Malý lexikon obcí České republiky - 2017Czech Statistical Office, 2017.
  7. archINFORM (нем.) — 1994.
  8. Brewery Rakovník - Pivovary.Info. // pivovary.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2011. Архивировано 9 февраль 2012 года. 2012 йылдың 7 февраль көнөндә архивланған.
  9. Pivovar Bakalář - Historie. // pivobakalar.cz. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2011. Архивировано 9 февраль 2012 года. 2012 йылдың 25 апрель көнөндә архивланған.

Һылтанмалар

Категориялар