Рамаева Нина Пантелеевна
Рамаева Нина Пантелеевна (14 март 1929 йыл— 2019 йыл) — еңел сәнәғәт тармағы хеҙмәткәре. 1968—1986 йылдарҙа Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Октябрь Революцияһы (1974) һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры. Дәүләкән районы һәм Дәүләкән ҡалаһының почётлы гражданы (1998).
Биографияһы
Нина Пантелеевна Рамаева 1929 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ының хәҙерге Дәүләкән районы Сидоровка ауылында ябай колхозсылар ғаиләһендә тыуған.
Һуғыш йылдарында Балто-Ивановка ауылында башланғыс мәктәптә, артабан Поляковка ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый.
Һуғыштан һуң Дәүләкәнгә килә һәм тәүҙә район элемтә үҙәгенә эшкә инә. 1947 йылдан Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһына деталдәр киҫеүсе-өйрәнсек булып эшләй.
Фабрика етәкселеге уны Мәскәүгә өс айлыҡ курстарға уҡырға ебәрә. Һуңынан Нина Пантелеевна киске мәктәптең һигеҙенсе класына, артабан Өфө туҡыу һәм еңел сәнәғәт техникумының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инә. Мәскәүгә икенсе тапҡыр аяҡ кейеме тегеү нескәлектәренә өйрәнеү курстарына уҡырға бара. Эшендә алған белемемен ҡулланырға өйрәнә, эш тәжрибәһен хеҙмәттәштәре менән уртаҡлаша.
Ойоштороу оҫталығы, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы, башҡаларға иғтибары менән коллективтың ихтирамын яулай. Уны предприятиеның комсомол ойошмаһы, артабан — партия ойошмаһы секретары итеп һайлайҙар.
Егерме йыл дауамында Н. П. Рамаева урта кимәлдәге барлыҡ техник хеҙмәттәр аша үтә. 1968 йылда фабрика директоры итеп тәғәйенләнә[1]
Нина Пантелеевна аяҡ кейеме тегеүселәр коллективын 18 йыл етәкләй. Күп йылдар рәттән Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы тармаҡтың өлгөлө предприятиеһы булып һанала. Коллективтың ыңғай тәжрибәһе бөтә илгә тарала. Балалар өсөн сифат билдәһе менән күп төрлө аяҡ кейеме бөтә Рәсәйҙә билдәлелек ала. Фабрика етәксеһе бер нисә тапҡыр Дәүләкән ҡала советы депутаты итеп һайлана.[2]
1986 йылда Нина Пантелеевна хаҡлы ялға сыға. 2019 йылда Дәүләкән ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Октябрь Революцияһы ордены (1974)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены ()
- һигеҙ миҙал
- Дәүләкән районы һәм Дәүләкән ҡалаһының почётлы гражданы (1998)
Иҫкәрмәләр
- ↑ .Рамаева Нина Пантелеевна, Муниципиальный район Давлекановсий район Республики Башкортостан. 7 февраль 2024 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
- ↑ П. Сергеев. От простой рабочей до директора. Асылыкүль (17 апрель 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2024.