Ратинген
Ратинген (нем. Ratingen) — Германиялағы ҡала, Төньяҡ Рейн-Вестфалия федераль ерендә урынлашҡан.
Дюссельдорф административ округына буйһона. Меттман районы составына инә. Халыҡ һаны 91,7 мең кеше (2009); 2000 йылда — 91,0 мең. 88,72 км² майҙанды биләй. Ратинген ҡала статусын 1276 йылда герцог фон Берг талабы буйынса ала. Ратинген ҡалаһының музейы үҙенең ҡурсаҡтар йыйылмаһы менән киң билдәле. Ҡаланың китапханаһы ҡаланың үҙәгендәге медиаүҙәге һәм ҡаланың башҡа райондарындағы бүлексәләре менән юғары класлы мәҙәни саралар үткәреп тора. Ратингенда «Cromford» (Кромфорд) индустриаль музей – донъяла берҙән-бер эшләүсе еп иләү машинаһы (18 быуат моделе!) булған Европа континентындағы иң бороңғо механизацияланған еп иләү фабрикаһы бар. Ҡаланың рәсми коды — 05158028.
Ҡала 6 ҡала районына бүленгән.
Иҫтәлекле урындары
- Изге Апостолдар Петр һәм Павел сиркәүе
- Линнеп замогы
- Ландсберг замогы
- Хауз замогы.
Партнер-ҡалалар
Мобеж, Франция (1958)
Ле-Кенуа, Франция ( Хёзел менән, 1963 йылдан)
Крамлингтон[en], Бөйөк Британия (1967)
Вермиллион (Көньяҡ Дакота), АҠШ (1969)
Коккола, Финляндия (1989)
Белиц, Германия (1990)
Гагарин, Рәсәй (1998)
Уси, Ҡытай, (2007)
Һылтанмалар
- ↑ https://rp-online.de/nrw/staedte/ratingen/ratingen-stadt-tauscht-strassennamen_aid-46877725
- ↑ https://www.stadt-ratingen.de/wirtschaft_internationales/partnerstaedte_partnerschaften/index.php
- ↑ Gemeindeverzeichnis (4. Quartal 2022) (нем.) — DESTATIS, 2023.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ https://www.stadt-ratingen.de/wirtschaft_internationales/zdf/geographische-angaben.php
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal) — Federal Statistical Office.
- ↑ http://www.agfs-nrw.de/mitglieder/ratingen.html
- ↑ http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
- ↑ http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
- ↑ https://www.kommunen.nrw/der-verband/mitglieder-des-stgb-nrw.html