Риволи

Ри́воли (итал. Rivoli, пьем. Rìvole) — Италиялағы ҡала, Пьемонт төбәге, Турин провинцияһында урынлашҡан. Халҡы 50 мең кеше.

Риволи ҡалаһының сиктәш муниципалитеттары: Турин, Пьянецца, Казелетте, Альпиньяно, Колленьо, Роста, Грульяско, Вилларбассе, Ривальта ди Торино, Орбассано.

Баш ҡаланың ҡурсалаусыһы Пресвятая Богородица (Stella Madonna della), байрамы 21 сентябрҙә.

Тарих

Иҫбатланмаған археологик һәм тарихи сығанаҡтар мәғлүмәттәре буйынса, хәҙерге Риволи өлкәһен романдар баҫып алғансы бында тавриндар, лигур ҡәбиләләре йәшәгән, улар IV быуатта Францияның көньяғынан килгән кельттарға ҡушылған тип иҫәпләнә. Б. э. тиклем 221 йылдарҙа был территория римлеләр тарафынан баҫып алынған.

Был Риволи ҡалаһын Верона провинцияһындағы Риволи менән бутамаҫҡа кәрәк. Унда 1797 йылдың 14-15 ғинуарында Наполеон Бонапарт һәм генерал И. Альвенци етәкселек иткән австрия армияһы араһында билдәле алыш булған.

Төп иҫтәлекле урындары

undefined

Риволиҙа билдәле замок (итал. Castello di Rivoli) бар — ул Савой король йортоноң төҙөлөп бөтмәй ҡалған резиденцияһы, хәҙер унда хәҙерге заман сәнғәте музейы урынлашҡан.

Башҡа иҫтәлекле урындары:

  • XIV быуат йорто Каса дель Конте Верде (итал. Casa del Conte Verde)
  • Палаццо Пьоццо (итал. Palazzo Piozzo)
  • Коллек Вилла (итал. Villa Colla) паркы
  • Музыка йорто (франц. La Maison Musique) — элекке мал һуйған урын.

Демография

Билдәле тыуып-үҫкән кешеләре

  • Виктор-Амадей II
  • Карл Эммануил I

Туғанлашҡан ҡалалары

Риволи менән бәйле башҡа ҡалалар

Файл:Rivoli Afternoon.jpg
Риволи урамы

Наполеондың Риволи Веронездағы еңеүе хөрмәтенә Париждың үҙәк урамдарының береһен (унда Лувр һәм мэрия биналары урынлашҡан) Риволи урамы тип атағандар.

Категориялар