Родина Елена Александровна

Родина Елена Александровна (31 июль 1961 йыл) — тарихсы, менеджер. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән. Салауат Юлаев ордены кавалеры. Башҡортостан Республикаһының 3-7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2003 йылдан)[1][2].

undefined

Биографияһы

Елена Александровна Родина 1961 йылдың 31 июлендә Өфө ҡалаһында тыуа. Тәүге юғары белемде Башҡорт дәүләт университетында ала — уҡыу йортон 1983 йылда тамамлап, тарих һәм йәмғиәт уҡытыусы һөнәренә эйә булып сыға. Хеҙмәт юлын баш ҡаланың 2-се урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып башлай. Бер йыл эшләгәндән һуң уны Өфө еңел сәнәғәт техникумының ВЛКСМ комитеты секретары итеп һайлап ҡуялар. Артабан Елена Александровна ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитетында инструктор, секретарь, бүлек мөдире булып эшләй (1985—1990). Барлыҡ хеҙмәт биографияһы тиерлек йәштәр менән эшләүгә арнала: 1990—1992 йылдарҙа — Ленин районының «Энергия» йәштәрҙең фәнни-техник ижад үҙәгендә бүлек мөдире, 1992 йылда — «Евразия» йәштәрҙең универсаль хеҙмәт биржаһы директоры урынбаҫары, 1992—1993 йылдарҙа «Класс» муниципаль предприятиеһы директоры була.

1993 йылдан 2003 йылға тиклем Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса идаралвҡ белгесе, начальник урынбаҫары, Йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Шул арауыҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында икенсе юғары белем алып, дәүләт һәм муниципаль идара менеджеры һөнәренә эйә була. 2003 йылда Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Һуңынан өс йыл Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы секретары вазифаһында эшләй[3].

2011 йылдан алып Башҡортостан парламентының 4-7-се саҡырылыш депутаты. 2023 йылдан Төҙөлөш сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет рәйесе урынбаҫары[1][2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

2021 йылда «Атайсал» проектында «Халыҡ мемуарҙары» проектын тормошҡа ашыра[4]. «Башҡортостан рустары соборы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары (2011 йылдан)[5].

Ғаиләһе

Тормошта, ҡыҙ үҫтерә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Салауат Юлаев ордены
• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2007)[5]
• ВЛКСМ Үҙәк комитетының Почёт грамотаһы[3] • «Комсолмолда әүҙем эше өсөн» ВЛКСМ Үҙәк Комитеты билдәһе[3] • «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә индергән айырым өлөшө өсөн» почёт билдәһе (2011)[5]
• Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының Почёт грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының Почёт грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһы башлығының Рәхмәте

Тема буйынса өҫтәмә