Родина Тамара Фёдоровна

Родина Тамара Фёдоровна (8 декабрь 1927 йыл — 25 октябрь 2011 йыл) — мәғариф алдынғыһы, йәмәғәтсе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978), РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. КПСС ағзаһы

Биографияһы

Тамара Фёдоровна Родина 1927 йылдың 8 декабрендә хәҙерге Волгоград өлкәһе Иҫке Полтавка районының Салтово ауылында тыуған[1]. 1946 йылда Ровно педагогия училищеһында уҡый башлай. 1950 йылда башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре алып, артабан Адамовка районының Кумак урта мәктәбендә һәм Адамовка 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә эшләй.

Тамара Родина Ырымбур өлкәһе уҡытыусылары араһында беренсе һәм берҙән-бер юғары «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеменә лайыҡ булған уҡытыусы.[1]

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Халыҡ депутаттарының Ырымбур өлкәһе Адамовка район Советы депутаты
  • Мәктәптең тәүге партия ойошмаһы секретары
  • КПСС-тың Адамовка район комитеты ағзаһы

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978)[1]
  • Ленин ордены
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн. В. И. Ленин тыуыуының 100 йыллығы айҡанлы» юбилей миҙалы
  • РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Лисицына Мария Иосифовна — Социалистик Хеҙмәт Геройы
  • Резвая Нина Алексеевна — Социалистик Хеҙмәт Геройы
  • Цаликова Нина Ахметовна — Социалистик Хеҙмәт Геройы

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Родина Тамара Фёдоровна (1927—2011) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июнь 2011)

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

]