Романо Анхель

Романо Анхель (исп. Angel Romano; 2 август 1893 йыл (йәки 1895) — 22 август 1972 йыл) — Уругвай футболсыһы, һөжүмсе. 1924 йылғы Олимпия чемпионы, алты тапҡыр Көньяҡ Америка чемпионы.

Карьераһы

«Пеньяроль» (1911—1912), «Боку Хуниорс» (1913—1914) һәм «Насьональ» (1910, 1915—1930) клубтары өсөн уйнай.

Уругвай футболының тәүге йондоҙҙарының береһе. Уругвай чемпионаттарында «Насьональ» өсөн 388 матчта 164 гол индерә.

Футбол буйынса Уругвай йыйылма командаһында 125 матч үткәрә, уларҙың 68-е рәсми таныла (өсөнсө һөҙөмтә), 28 туп индерә. 1911 йылдың 15 авгусында дебюты була, 1927 йылдың 14 июлендә һуңғы уйынын уйнай.

Ҡаҙаныштары

Клубта
Йыйылма командала

Тема буйынса өҫтәмә