Рус теле көнө

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Рус теле көнө
Төрө Мәҙәни
Рәсми Рус теле көнө
Башҡа төрлө Рәсәйҙә Пушкин көнө
Ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы президентының 2011 йылдың 6 июнендәге указына ярашлы рус теле хөрмәтенә
Дата 6 июнь
Бәйле Хәҙерге рус әҙәби теленә нигеҙ һалыусы А. С. Пушкиндың тыуыуы менән бәйле

Рус теле көнө (рус. День русского языка) — рус теленә арналған халыҡ-ара көн, БМО тарафынан 2010 йылда булдырылған, 6 июндә, бөйөк рус шағиры Александр Сергеевич Пушкиндың тыуған көнөндә билдәләнә[1].

Рәсәй Федерацияһында байрам 2011 йылда Рәсәй дәүләт байрамы сифатында раҫлана.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рус теле көнөн булдырыу идеяһын тәүге тапҡыр «Русская игра слов» проекты авторы Иван Клименко 2007 йылдың 26 декабрендә «Парламентская газета» биттәрендә тәҡдим итә[2] Үҙенең мәҡәләһендә автор, рус теле йылына йомғаҡ яһап, былай тип билдәләй: «...исемле йыл тәжрибәһе һәр киләһе календарь йылда телдең мотлаҡ үҫеше өсөн мотлаҡ тағы бер исем көн булырға тейешлеген күрһәтә. Рус теле көнө. Бөтә Рәсәй донъяһы өсөн бөтә донъя байрамы». Әммә Рәсәйҙең закондар сығарыу һәм башҡарма властары был тәҡдимгә яуап бирмәй.

Бынан алдараҡ, 1996 йылда, Рус телен яҡлау көнөн 6 июндә, А.с. Пушкиндың тыуған көнөндә, Ҡырымдың Рус общинаһы билдәләй башлай. 2007 йылдан Башлап Ҡырымда уларҙың инициативаһы менән 6 июндә бөйөк «Рус һүҙе халыҡ-ара рус, славян мәҙәниәте фестивале» үткәрелә башлай. Тап ошо көндә Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡотлай.

2011 йылдың 6 июнендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Д.А. Медведев указға ҡул ҡуя: «Рус теле көнөн билдәләргә һәм уны йыл һайын, 6 июндә, бөйөк рус шағиры, хәҙерге рус әҙәби теленә нигеҙ һалыусы А. с. Пушкиндың тыуған көнөндә үткәрергә»[3].

БМО телдәре көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туған тел көнө менән бер рәттән БМО-ла ойошманың рәсми телдәре көндәре билдәләнә[4]. Улар 2010 йылда БМО-ның йәмәғәт мәғлүмәт Департаменты тарафынан күп теллелеккә һәм мәҙәни төрлөлөккә булышлыҡ итеү сиктәрендә иғлан ителә[5]. Был көндәрҙә үткәрелгән саралар рәсми телдәрҙең тиң хоҡуҡлы булыуын тәьмин итеүгә, БМО хеҙмәткәрҙәренең тарих, БМО телдәренең үҫеше тураһында мәғлүмәтлелеген арттырыуға йүнәлтелгән.

БМО программаһында телдәрҙең иҫтәлекле көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 20 март — Француз теле көнө (халыҡ-ара франкофония көнө).
  • 20 апрель — Ҡытай теле көнө (ҡытай яҙмаһына нигеҙ һалыусы Цан Цзеға арналған).
  • 23 апрель — Инглиз теле көнө (Уильям шекспирҙың тыуған көнө).
  • 23 апрель — Испан теле көнө (мигель Сервантестың вафаты көнө).
  • 6 июнь — Рус теле көнө (А.с. Пушкиндың тыуған көнө).
  • 18 декабрь— Ғәрәп теле көнө (1973 йылда ғәрәп телен БМО-ның рәсми һәм эш телдәре иҫәбенә индереү тураһында ҡарарҙы раҫлау көнө)[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 День русского языка в ООН. Дата обращения: 6 июнь 2011. Архивировано 26 май 2013 года.
  2. Иван Клименко. «Да будет день!», Парламентская газета (27 декабрь 2007). 6 июнь 2016 тикшерелгән.
  3. О Дне русского языка : Указ Президента РФ от 06.06.2011 № 705 // Собрание законодательства РФ. 13.06.2011. № 24. Ст. 3401.
  4. Список международных дней на сайте ООН. Дата обращения: 26 апрель 2017. Архивировано 27 май 2016 года.
  5. Department of Public Information to Launch ‘Language Days at the United Nations’ Архивная копия от 2 ғинуар 2018 на Wayback Machine (инг.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]