Рыжков Николай Иванович
Никола́й Ива́нович Рыжко́в (28 сентябрь 1929 йыл — 28 февраль 2024 йыл[1]) — инженер, сәнәғәт өлкәһе, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1985—1991 йылдарҙа СССР Министрҙар Советы рәйесе. СССР Юғары Советы депутаты. Свердловск өлкәһенән СССР Юғары Советы депутаты (1974-1989)[2]. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1969, 1979).
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты (1995-2003). 2003-2023 йылдарҙа Федераль Йыйылыштың Федерация Советы ағзаһы. Рәсәй Федерацияның Хеҙмәт Геройы (2019), Әрмәнстандың Милли геройы (2008).
Биографияһы
Йәшлек йылдары
УССР-ҙың Дылеевка ауылында (СССР-ҙың Артёмов округы) нәҫелдән килгән эшсе-шахтёр Иван Фёдорович Рыжковтың ғаиләһендә; хәҙерге - Донецк Халыҡ Республикаһының Горловка ҡала округы составындағы ҡасаба) тыуған[3].
1946 йылда Краматорск машиналар эшләү техникумына уҡырға инә. Дәрестәр тәүҙә ваҡытлыса ҡулайлаштырылған бүлмәләрҙә уҙа, техникум һәм дөйөм ятаҡ бинаһы уҡыуҙың беренсе йылында уҡыусылар ҡатнашлығында төҙөлә. Тәүге ике йылда Николай артыҡ шәп уҡымай, әммә техникумдың оҫта уҡытыусылары егеттә белемгә ынтылыш теләге һала. Һуңғы ике йылда ул «яҡшы» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡый һәм техникумды иң яҡшылар иҫәбендә тамамлай. Уға төрлө урында: Алма-Атала, Барнаулда, Курганда һәм Свердловскиҙа эшләргә тәҡдим ителә. Ул кинохроникала ҡаланы һәм Урал политехник институтын күргәнлектән, һуңғыһын, «Уралмаш» заводын, һайлай, унда уҡыуын дауам итә алған[3].
Уралмаш һәм Госплан
Рыжков «Уралмашзавод»та 1950 йылдан бирле, 31-се цехта мастер булараҡ, эш башлай[3].
КПСС ағзаһы (1956—1991).
Туғыҙ йыл эсендә Николай Иванович цех начальнигына тиклем хеҙмәт юлы үтә. Бер үк ваҡытта 1953-1959 йылдарҙа С.М. Киров исемендәге Урал дәүләт техник университетында инженер белемен ала. Уны, 26 йәшлек егетте, завод директоры Глебовский тәҡдиме буйынса, 3 курста уҡыған сағында, цех начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Институтты тамамлағас та Рыжков заводтың иретеп йәбештереү эштәре буйынса баш технологы итеп, ә 1965 йылда - баш инженер итеп тәғәйенләнә[3].
1970-1971 йылдарҙа - директор, 1971-1975 йылдарҙа генераль директор вазифаларына үрләй.
Мәскәүгә күсерелеүе
1975-1979 йылдарҙа СССР-ҙың ауыр һәм транспорт машиналары эшләү министры В.Ф. Жигалиндың беренсе урынбаҫары.
1979-1982 йылдарҙа СССР Дәүләт планы (Госплан) рәйесенең беренсе урынбаҫары[4].
Юғары партия етәкселеге
КПСС ҮК ағзаһы (1981 - 1991). 1982 йылдың 22 ноябренән 1985 йылдың 15 октябренә тиклем - КПСС Үҙәк Комитеты секретары, бер үк ваҡытта - КПСС Үҙәк комитетының иҡтисад бүлеге мөдире. Л. Радзиховскийға биргән интервьюһында («Новый взгляд» гәзитендә, 1992) Рыжков былай тип хәтерләгән[5]:
1982 йылдың ноябрендә мине, бөтөнләй көтөлмәгәндә, Үҙәк Комитет секретары итеп һайланылар һәм Андропов мине реформалар әҙерләү командаһына индерҙе. Унда Горбачёв Михаил Сергеевич та, Долгих Владимир Иванович та ингән… Реформалар әҙерләү буйынса был эш буйынса үкенес тойғоһо кисермәйем. Хәл ауыр, көрсөк яҡынлай ине. Беҙ иҡтисад торошон тикшерә башланыҡ, һәм шунан, 1983-1984 йылдарҙа башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, 1985 йылда үҙгәртеп ҡороу башланды. Әгәр шулай ҡарар ителмәһә - тағы ла насарыраҡ булыр ине
1985 йылдың 23 апреленән 1990 йылдың 13 июленә тиклем - КПСС Үҙәк Комитетының Политбюро ағзаһы.
СССР Министрҙар советы рәйесе
1985 йылдың 27 сентябренән 1991 йылдың 14 ғинуарына тиклем — СССР Министрҙар Советы Рәйесе [6].
Н. Рыжков үҙгәртеп ҡороу башланғандан, илдең хужалыҡ һәм иҡтисади тормошонда үҙгәрештәргә нигеҙ һалынғандан алып, СССР Министрҙар Советы Рәйесе вазифаһында булды. Төп фондтарҙың яңырыуы, етештереү сараларын етештереү һиҙелерлек кәмене һәм 1988 йылда уҡ хаҡтар күләменең үҙгәреүенә килтергән халыҡ төркөмдәре килемдәренең дифференциацияһы артты[7]. Шулай итеп, уның етәкселеге осоронда 1991-1998 йылдарҙа иҡтисадтың системалы көрсөгө өсөн тәүшарттар булдырылды[8].
1987 йылда Финляндияла Вяртсиля верфында бик ҙур «Трансшельф» судноһын рекорд срокта ҡабул итә[9].
Академик Валерий Алексеевич Легасов әйтеүенсә, Н.И. Рыжков 1986 йылда Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эштәрҙе ойоштороуға[10], шулай уҡ Спитак ер тетрәүенән һуң тергеҙеү эштәрен ойоштороуға ҙур өлөш индерә.
Рыжков 1988 йылда илебеҙ иҡтисадына монополизм һәм конкуренция төшөнсәләрен индереүен раҫлай[5].
1990 йылдың 24 майында СССР-ҙың Юғары Советы сессияһының телевидениенан бөтә илгә эфирға сыҡҡан ултырышында, икмәккә һәм продукттарға хаҡтар - нигеҙһеҙ түбән һәм артырға тейеш, тип белдерҙе ул.
Анатолий Александрович Собчак Николай Рыжковты «АНТ» кооперативын ойоштороуҙа ғәйепләй, уның хеҙмәткәрҙәре сит илгә 12 танкты сығарырға маташа. Илдәге иҡтисади хәлдең насарайыуына 80-се - 90-сы йылдар сигендә көндәлек ихтыяждарҙың онотолоуы ла булышлыҡ итте - Н.И. Рыжковтың телевидение буйынса аҙна һайын сығыш яһауына ҡарамаҫтан (был йәһәттән баш ҡала етәкселәре - Гавриил Харитонович Попов, Сергей Борисович Станкевич һәм Анатолий Собчак негатив фекер әйтте) иген уңышы йыйылмай ҡалды, бер яҡтан, С. С. Шаталиндың һәм Г. А. Явлинскийҙың «500 көн» проекты радикалдарҙың ныҡышыуы һәм Н.И. Рыжковтың Министрҙар советы әҙерләгән хөкүмәттең илде иҡтисади сәләмәтләндереү концепцияһы тирәләй сәйәси көрәш — 1990 йылдың 26 декабрендә Николай Рыжковтың инфарктына килтерә. Дауаланыу барышында М.С. Горбачёв уны отставкаға ебәрә. Отставкаға сыҡҡандың икенсе көнөнә СССР-ҙың Юғары Советы Рыжковҡа айырым хеҙмәттәре өсөн айына 1200 һум күләмендә ғүмерлек шәхси пенсия тәғәйенләй[11].
Отставканан һуң
1991 йылда, пенсияға сыҡҡас, Коммунистар партияһынан РСФСР президентына дәғүә итә (беренсе турҙа һайланған Б. Н. Ельциндан ҡала, икенсе урын яулап, 16 %-тан ашыу тауыш йыя).
1991 йылдың 19-21 авгусында өйөндә була һәм телевизорҙан Ғәҙәттән тыш хәлдәр Дәүләт комитетыныың (ГКЧП) сығышы хаҡында белә[12]. Рәсәй властарының комитетҡа ҡаршы эшмәкәрлеген хуплай[13]. Спустя 25 лет назвал выступление ГКЧП «своеобразной попыткой остановить разрушение СССР»[12]. 25 йыл үткәс, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты сығышын «СССР-ҙың емерелеүен туҡтатырға тырышыу» тип атаны.
1991 йылдың декабрендә СССР Президентына һәм СССР Юғары Советына СССР халыҡ депутаттарының Ғәҙәттән тыш съезын саҡырыу тураһында тәҡдим мөрәжәғәтенә ҡул ҡуя[14].
Хәрби-сәнәғәт инвестиция компанияһында эксперт, кәңәшсе, һуңынан Тверьуниверсалбанктың директорҙар советы рәйесе булып эшләй.
1998 йылдан алып 2011 йылға тиклем 130-ҙан ашыу тармаҡ союздарын һәм ассоциацияларын берләштергән Ватан тауар етештереүселәренә булышлыҡ итеү Координация советын (хәҙерге ваҡытта Рәсәй тауар етештереүселәр союзы) етәкләй.
Дәүләт думаһы
1993 йылда Белгород өлкәһендә «Прохоровское поле» музей-ҡурсаулығы проблемалары менән шөғөлләнә башланым… Һуңынан миңә депутат булырға тәҡдим иттеләр, һәм ике тапҡыр Белгород өлкәһенән депутат булып һайландым[15].
1995 йылдың декабрендә 62-се Белгород бер мандатлы һайлау округынан Рәсәй Федераль Йыйылышының икенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына «Власть — народу» блогынан депутат итеп һайлана. Думала «Народовластие» депутат төркөмөн етәкләй. Рәсәй Халыҡ-патриотик союзы (НПСР) башҡарма комитеты рәйесе була.
1999 йылдың декабрендә ошо уҡ округ буйынса III саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана.
Федерация Советы
2003 йылдың сентябрендә 73 йәшлек Николай Рыжков декабрҙә Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа ҡатнашыуҙан баш тартты һәм Белгород губернаторы Евгений Савченконың Федерация Советында уның вәкиле булыу тәҡдимен ҡабул итте. 24 сентябрҙә Федерация Советында раҫланды[16]. Шуға бәйле Рыжков 3 саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты вәкәләттәрен ваҡытынан алда һала (декабрҙә ваҡыты тамамланырға тейеш була).
2006-2011 йылдарҙа Федерация Советының тәбиғи монополиялар буйынса комиссияһы рәйесе була. Федератив ҡоролош, төбәк сәйәсәте, урындағы үҙидара һәм Төньяҡ эштәре буйынса комитет ағзаһы була. Рәсәй-Әрмәнстан парламент-ара хеҙмәттәшлек комиссияһының рәйестәше була.
2007 йылдың 6 июлендә, Савченко губернатор вазифаһына яңы срокка раҫланғандан һуң, Федерация Советында Рыжковтың вәкәләттәре раҫлана.
2012 йылдың октябрендә Белгород өлкәһе губернаторы итеп йәнә Савченко һайлана. 2012 йылдың 22 октябрендә Рыжковҡа йәнә Белгород өлкәһе башҡарма дәүләт власы органынан Федерация Советы ағзаһы вәкәләттәре йөкмәтелә.
Тәғәйенләнер алдынан Белгород өлкәһе Губкин ҡала округының даими булмаған нигеҙҙә Депутаттар Советы депутаты булған.
2017 йылдың октябрендә Савченко йәнә Белгород өлкәһе губернаторы итеп һайлана. Рыжковҡа йәнә Белгород өлкәһе башҡарма дәүләт власы органынан Федерация Советы ағзаһы вәкәләттәре йөкмәтелә.
2021 йылдың мартында киң мәғлүмәт саралары, сентябрҙә үткән һайлауҙан һуң, 92 йәшен тултырған Николай Рыжковтың Федерация Советынан китеүе ихтимал, тип яҙғайны[17]. Әммә Белгород өлкәһе губернаторы итеп һайланған Вячеслав Гладков, 2021 йылдың 27 сентябрендә вазифаһын үтәй башлағас та, уны сенатор вазифаһына тәғәйенләй[18].
2023 йылдың 8 февралендә Иван Силаев вафат булғандан һуң, СССР хөкүмәтенең һуңғы иҫән башлығы була.
2023 йылдың 25 сентябрендә, бер нисә көн элегерәк 94 йәше тулған Николай Рыжков Федерация Советы ағзаһы мандатын ваҡытынан алда тапшыра[19].
2024 йылдың 28 февралендә 95-се йәшендә вафат була[20][21][22]. Хушлашыу тантанаһы 1 мартҡа Христос Спаситель ғибәҙәтханаһына билдәләнгән[23].
Ғаиләһе
Николай Ивановичтың ҡатыны — Людмила Сергеевна Рыжкова (5.05.1932). Ҡыҙы — Марина Николаевна Рыжкова (22.10.1956). Кейәүе — Гутин Борис Михайлович, Ямал-Ненец автономиялы округы закондар сығарыу дәүләт власынан Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы Федерация Советының элекке ағзаһы. Ейәне — Николай Борисович Гутин (11.02.1983). Ейәнсәре — Людмила Борисовна Гутина (6.12.1986), уның ире — Тверь таможняһының элекке начальнигы һәм Тверь ҡалаһының экс-мэры Бабичев Владимир Иванович. Уларҙың өс балаһы бар.
Санкциялар
2014 йылдың 17 мартында Евросоюз санкцияларына эләгә[24].
Америка Ҡушма Штаттары, Канада, Швейцария, Австралия, Украина һәм Яңы Зеландия санкциялары аҫтында була.
Маҡтаулы исемдәре һәм званиелары
- Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы (2019 йылдың 19 сентябре) — дәүләт һәм халыҡ алдында айырым хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн[25].
- I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (21 июля 2014 йылдың 21 июле) — Рәсәй дәүләтселеген һәм парламентаризмын нығытыу һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн[26].
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2004 йылдың 27 сентябре) — Рәсәй дәүләтселеген нығытыуға ҙур өлөш индергәне һәм күп йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн[27].
- Почёт ордены (2013 йылдың 12 июне) — Рәсәй парламентаризмы үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм әүҙем закондар сығарыу эшмәкәрлеге өсөн[28].
- Ике Ленин ордены (1974, 1976).
- Октябрь Революцияһы ордены (1971).
- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966, 1979).
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985).
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (1997).
- «Ҡазандың 1000 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (2005).
- «Намыҫлы хеҙмәте өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» миҙалы (1970).
- I дәрәжә Столыпин П. А. миҙалы (2014 йылдың 26 сентябре) — илдең социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик бурыстарын хәл итеүгә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн[29].
- II дәрәжә Столыпин П. А. миҙалы (2019 йылдың 23 сентябре) — илдең социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик бурыстарын хәл итеүгә йүнәлтелгән закондар сығарыу эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары өсөн[30].
- СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1969) — Уралмашзаводтың иретеп йәбештереү машиналар эшләү конструкцияларының уникаль блогында комплекслы-механизацияланған күрһәтмә иретеп йәбештереү производствоһын булдырғаны һәм индергәне өсөн (коллектив менән бергә).
- СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1979) — ҙур ҡеүәтле металлургия комплекстары өсөн кәкре линия тибындағы әҙерләмәләрҙе өҙлөкһөҙ ҡойоу буйнса юғары етештереүсәнле слябовый машиналарын булдырғаны һәм индергәне өсөн (коллектив менән бергә).
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (2009 йылдың 3 октябре) — Рәсәй парламентаризмын үҫтереү буйынса күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте һәм әүҙем закондар сығарыу эшмәкәрлеге өсөн[31].
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте (2008 йылдың 14 ғинуары) — 2006-2007 йылдарҙа закондар сығарыу эшмәкәрлегенә индергән ҙур өлөшө һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы эшмәкәрлеге йомғаҡтары буйынса[32].
- Әрмәнстандың Милли Геройы, Ватан Ордены менән бергә (Әрмәнстан, 2008 йылдың 6 декабре) — 1988 йылда Әрмәнстандағы емергес ер тетрәүҙән һуң тергеҙеү эштәрен ойоштороуға индергән шәхси өлөшө, ауыр ваҡытта әрмән халҡына күрһәтелгән әхлаҡи ярҙамы өсөн[33][34]. На 2020 год Н. И. Рыжков является единственным в истории обладателем данного звания не армянского происхождения[35].
- V дәрәжә Кенәз Ярослав Мудрый ордены (Украина, 2004 йылдың 24 сентябре) — Рәсәй-Украина хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә һәм тыуыуына 75 йыл тулыуға ҡарата[36].
- Почёт ордены (Белоруссия, 2004 йылдың 28 сентябре) — Беларусь Республикаһы менән Рәсәй Федерацияһы араһында тыныслыҡты, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур өлөш индергән өсөн[37].
- II дәрәжә «Достык» ордены (Ҡаҙағстан, 2004 йылдың 29 сентябре) — Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй халыҡтары араһында дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса уңышлы эшмәкәрлеге өсөн[38].
- «Данакер» ордены (Ҡырғыҙстан, 2004 йылдың 24 июне) — ҡырғыҙ һәм рус халыҡтары араһында дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур өлөш индергән өсөн[39].
- Украина Министрҙар Кабинеты Почёт грамотаһы (27 сентябрь 2004 йыл) — ике яҡлы украин-рәсәй мөнәсәбәттәрен тәрәнәйтеүгә һәм Украина менән Рәсәй Федерацияһы араһында иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итеүгә индергән шәхси өлөшө өсөн[40].
- Гюмриҙың Почётлы гражданы (2001).
- Белгород өлкәһенең Почётлы гражданы (2004 йылдың 27 сентябре) — күп йыллыҡ емешле хеҙмәте, Белгород өлкәһенең социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн һәм 75 йыллығы айҡанлы[41].
- Свердловск өлкәһе Почётлы гражданы (2014 йылдың 8 октябре)[42].
- Почётный житель[42] Торецк (хәҙер — Донецк Халыҡ Республикаһының Дзержинск ҡалаһы) почётлы кешеһе.
- «Древо жизни» халыҡ-ара премияһы (2015 йылдың 16 апреле, БДБ-ның Парламент-ара ассамблеяһы)[43].
- 1998 йылда Спитак ҡалаһында үткән ер тетрәүҙән һуң тергеҙеү эштәрен ойоштороуға индергән өлөшө өсөн Н.И. Рыжковҡа һәйкәл ҡуйыла[44].
- Әрмәнстандың Гюмри ҡалаһында Н. И. Рыжков хөрмәтенә урам бар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Умер экс-премьер СССР Николай Рыжков
- ↑ Список депутатов Верховного Совета СССР 11 созыва. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2013. Архивировано из оригинала 26 сентябрь 2011 года.
- ↑ 1 2 3 4 Е.Ю. Спицын, Н.И. Рыжков. Мое сердце в Донбассе и на Уралмаше. Диалоги с именитыми гостями МПГУ. МПГУ имени В.И. Ленина (15 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2021. Архивировано 20 ғинуар 2021 года.
- ↑ «Известия». 1 стр. Суббота, 10 июня 1989 года. Николай Иванович Рыжков.
- ↑ 1 2 Н.РЫЖКОВ: «Я ХОТЕЛ ИЗБЕЖАТЬ ПОТРЯСЕНИЙ» Архивная копия от 25 октябрь 2012 на Wayback Machine // Издательский Дом «Новый Взгляд»
- ↑ Биография: Рыжков Николай Иванович — Правители России и Советского Союза. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2016. Архивировано 3 ноябрь 2016 года.
- ↑ Кара-Мурза Сергей Георгиевич/Белая книга. Экономические реформы в России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2012. Архивировано 27 май 2012 года.
- ↑ «Красная дюжина. Крах СССР: они были против» ISBN 978-5-470-00173-3, стр. 101—108
- ↑ ТХ ТРАНСШЕЛЬФ (недоступная ссылка — история). — Карточка судна. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2011. Архивировано 2 февраль 2012 года.
- ↑ PowWeb
- ↑ Постановление Верховного Совета СССР от 15 января 1991 г. N 1907-I «О пенсионном и материально-бытовом обеспечении тов. Рыжкова Н. И.»
- ↑ 1 2 Рыжков: реформы обсуждались еще до прихода Горбачева. vestifinance.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2019. Архивировано 8 декабрь 2019 года.
- ↑ «Я бы вел себя так же, как Ельцин» Архивная копия от 6 октябрь 2013 на Wayback Machine // «Независимая газета», 29 августа 1991
- ↑ Из истории создания Конституции Российской Федерации. Конституционная комиссия: стенограммы, материалы, документы (1990—1993 гг.) Т. 6: Дополнительные, мемуарные, справочные материалы, с. 543—552. М., Фонд конституционных реформ. 2010. ISBN 978-5-9901889-2-1
- ↑ ЭКС-Премьер СССР Николай Рыжков: ИНИЦИАТОРОМ ПЕРЕСТРОЙКИ БЫЛ АНДРОПОВ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2013. Архивировано из оригинала 25 март 2014 года.
- ↑ Николай Рыжков сменил Госдуму на Совет федерации. 25.09.2003. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ноябрь 2021. Архивировано 2 ноябрь 2021 года.
- ↑ Бывший премьер СССР уйдет из Совета Федерации. РБК. 12.03.2021. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ноябрь 2021. Архивировано 2 ноябрь 2021 года.
- ↑ Белгородский губернатор назначил сенатором от региона Николая Рыжкова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 сентябрь 2021. Архивировано 27 сентябрь 2021 года.
- ↑ Тихонов А., Киселева А. Экс-премьер СССР досрочно сдал мандат сенатора. Ведомости (2 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2023.
- ↑ Умер Николай Рыжков (28.02.2024). 28 февраль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Татьяна Замахина,Елена Манукиян,Евгений Гайва. Великан советской эпохи. Ушел из жизни Николай Рыжков - Российская газета (28 февраль 2024). 28 февраль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Даша Воронцова. «Дружил с Кастро, дарил Тэтчер цветы»: умер Николай Рыжков (28 февраль 2024). 28 февраль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Юлия ВАСИЛЬЕВА |. Прощание с Николаем Рыжковым пройдет в храме Христа Спасителя 1 марта 2024. kp.ru - (28 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2024.
- ↑ COUNCIL DECISION 2014/145/CFSP Архивная копия от 20 март 2014 на Wayback Machine // Official Journal of the European Union, 17.3.2014
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 19 сентября 2019 года № 459 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2019. Архивировано 22 сентябрь 2019 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21 июля 2014 года № 518 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ I степени Рыжкова Н. И.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июль 2019. Архивировано 19 июль 2019 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 27 сентября 2004 года № 1238 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ IV степени Рыжкова Н. И.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июль 2019. Архивировано 19 июль 2019 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 12 июня 2013 года № 557 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2013. Архивировано из оригинала 19 октябрь 2013 года.
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 26 сентября 2014 года № 1894-р «О награждении медалью Столыпина П. А. I степени Рыжкова Н. И.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2014. Архивировано 5 октябрь 2015 года.
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 23 сентября 2019 года № 2156-р «О поощрении Правительством Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2019. Архивировано 25 сентябрь 2019 года.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 3 октября 2009 года № 640-рп «О награждении Почётной грамотой Президента Российской Федерации Рыжкова Н. И.»
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 14 января 2008 года № 11-рп «О поощрении». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июль 2019. Архивировано 19 июль 2019 года.
- ↑ Указ Президента Республики Армения от 6 декабря 2008 года «О присвоении Н. И. Рыжкову высшего звания Республики Армения «Национальный Герой Армении». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2021. Архивировано 8 август 2021 года.
- ↑ [1] Архивная копия от 5 октябрь 2011 на Wayback Machine // Новости — Армения
- ↑ Николай Иванович Рыжков на месте землетрясения в Армении "Никогда не забуду великий армянский народ": Рыжков вспоминает страшные дни в Ленинакане. Sputnik - Армения (6 декабрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2020. Архивировано 12 август 2020 года.
- ↑ Ҡалып:УПУ
- ↑ Указ Президента Республики Беларусь от 28 сентября 2004 года № 471 «О награждении Н. И. Рыжкова орденом Почёта». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2022. Архивировано 21 ғинуар 2022 года.
- ↑ Указ Президента Республики Казахстан от 29 сентября 2004 года № 1448 «О награждении орденом „Достық“ II степени Рыжкова Н. И.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июль 2019. Архивировано 21 ғинуар 2021 года.
- ↑ Указ Президента Кыргызской Республики от 24 июня 2004 года № 211 «О награждении орденом „Данакер“ Рыжкова Н. И.»
- ↑ Постановление Кабинета Министров Украины от 27 сентября 2004 года № 1277 «О награждении Рыжкова Н. И. Почётной грамотой Кабинета Министров Украины». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2022. Архивировано 13 апрель 2022 года.
- ↑ Рыжков Николай Иванович (1929 г. р.) // Почётные граждане Белгородской области. Галерея славных имён белгородчины.. — Белгородский государственный историко-краеведческий музей. — С. 17. — 38 с. Архивная копия от 21 ғинуар 2022 на Wayback Machine
- ↑ 1 2 Рыжков Николай Иванович. www.dzerghinsk.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2016. Архивировано 18 август 2016 года.
- ↑ Постановление Совета Межпарламентской Ассамблеи государств — участников Содружества Независимых Государств от 16 апреля 2015 года № 23 "О присуждении международной премии «Древо жизни»
- ↑ [2] Архивная копия от 5 октябрь 2011 на Wayback Machine // Новости — Армения
Хеҙмәттәре
- Производство сварных конструкций в тяжелом машиностроении. Организация и технология. М.: Машиностроение, 1970. — 375 с. (второе издание, переботанное и дополненное, — 1980 г.)
- Тяжелое и транспортное машиностроение в СССР. М.: Гос. ком. Совета Министров СССР по науке и технике. Упр. науч.-техн. информации и пропаганды, 1977. — 20 с.
- Об основных направлениях экономического и социального развития СССР на 1986—1990 годы и на период до 2000 года. Доклад XXVII съезду КПСС 3 марта 1986 г. М.: Политиздат, 1986. — 62 с.
- Ленинизм — основа теории и политики перестройки. Доклад на Торжественном собрании в Москве, посвященном 117-й годовщине со дня рождения В. И. Ленина 22 апреля 1987 г. М.: Политиздат, 1987. — 30 с.
- Качество продукции (Организационно-экономические аспекты). М.: МНИИПУ, 1989. — 107 с. (в соавт. с О. А. Чукановым).
- Перестройка: история предательств. М.: Новости, 1992. — 397 с.; ISBN 5-7020-0586-4.
- Десять лет великих потрясений. М.: Ассоциация «Книга. Просвещение. Милосердие», 1995. — 574 с.; ISBN 5-86088-282-3.
- Я из партии по имени «Россия». М.: Информ.-аналит. агентство «Обозреватель»; АО «РАУ-корпорация», 1995. — 440 с.
- Возвращение в политику. М.: РАУ-Университет, 1998. — 508 с.; ISBN 5-86014-113-0
- Конфронтация или диалог? Глобальные цивилизационные проблемы — основная угроза безопасности человечества в XXI в. Рязань: Узорочье, 1999. — 15 с.; ISBN 5-85057-189-2.
- Беда не приходит одна (О землетрясении в Армении). Рязань: Узорочье, 1999. — 23 с.; ISBN 5-85057-139-6.
- «Коль пошел бы на нейтралитет». Москва и объединение Германии в 1989—1990 гг. Рязань: Узорочье, 2000. — 15 с.; ISBN 5-85057-250-3.
- Югославская голгофа. М.: Фонд содействия развитию соц. и полит. наук, 2000. — 444 с.; ISBN 5-224-01354-2 (в соавт. с В. Н. Тетёкиным).
- Распятая Югославия. М.: Русская новь, 2003. — 357 с.; ISBN 5-94919-004-1 (в соавт. с В. Н. Тетёкиным).
- Трагедия великой страны. М.:Вече, 2007. — 656 с.; ISBN 978-5-9533-2105-1
- Главный свидетель. М.: Эксмо; Алгоритм, 2009. — 237 с.; ISBN 978-5-699-37037-5 (в пер.). Книга переиздавалась в 2012 (ISBN 978-5-4438-0219-0), 2015 (ISBN 978-5-906798-08-4) и 2021 (ISBN 978-5-00180-245-7) годах.
- Премьер. Проект 2017 — миф или реальность? М.: Алгоритм, 2011. — 216 с.; ISBN 978-5-699-45916-2.
- Размышления о прошлом, настоящем и будущем. М.: Экономическая газета, 2012. — 79 с.; ISBN 978-5-4319-0034-1.
- Великая Отечественная: ленд-лиз. М.: Экономическая газета, 2012. — 439 с.; ISBN 978-5-4319-0028-0. (Второе издание книги вышло в 2020 году ISBN 978-5-6043199-1-8).
- На рубеже эпох. Размышления. М.: Экономическая газета; ООО «Викор Медиа», 2013. — 463 с.; ISBN 978-5-4319-0042-6; ISBN 978-5-902190-21-9.
- Тернистый путь России. М.: Вече, 2018. — 429 с.; ISBN 978-5-4484-0718-5.
- Великая Отечественная. Битва экономик. М.: Яуза, 2020. — 414 с.; ISBN 978-5-00155-198-0.
- Великая Отечественная. Оружие Победы. М.: Экономическая газета, 2020. — 262 с.; ISBN 978-5-6043199-2-5.
Һылтанмалар
- Биография на сайте Совета Федерации
- Рыжков Николай Иванович почётный житель города Торецка // «Дзержинск — город шахтёров»
- Россию развратило богатство
- Гамов, Александр. Николай Рыжков: «Государство в экономике не должно быть ночным сторожем с берданкой». Газета «Комсомольская правда» (22 сентябрь 2009). — Политика: в России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июль 2015.
- «Слабее Рыжкова на моей памяти премьера не было»
- Д/ф Николай Рыжков. Последний Премьер Империи (РТР, 2014)
- «При всем неуважении к Горбачёву — он не хотел разрушить страну» // интервью изданию lenta.ru 2015 года
- Рыжков считает, что воссоздать СССР в прежнем виде нереально
- Бывший глава Совмина СССР рассказал, как можно воссоздать Советский Союз
- Умер экс-премьер СССР Николай Рыжков