Рыльск


Рыльск — Рәсәй федерацияһының Курск өлкәһендәге ҡалаһы, Рыльск районының административ үҙәге.

Рыльск ҡала муниципаль берәмеге, уның биләмәһе составында берҙән-бер тораҡ пункты[3].

Сейм йылғаһының ике ярында ла (бассейн Днепр) урынлашҡан, Курск ҡалаһынан көнбайышҡа табан 124 км алыҫлыҡта тора. Халҡы — 16 319 кеше (2017 йыл мәғлүмәттәре буйынса). Рыльск Рәсәйҙәге иң боронғо ҡалаларҙың береһе булып тора.

Исеменең килеп сығышы

Исеме бындағы Рыло йылғаһынан килеп сыҡҡандыр, моғайын, тигән фараз бар, бәлки русса РЫТЬ һүҙенән сыҡҡандыр. йылғаның атамаһы килеп сығышы билдәле түгел. Шулай уҡ бер нисә «халыҡ этимологияһы» версияһы бар:

Бер версия буйынса исеме преподобный Иоанн Рыльскийға барып тоташа. Әммә преподобный бер ҡасан да Рыльскиҙа йәшәмәгән, ә — Болгарияла йәшәгән. Шулай уҡ ҡала исеме Рильский тауҙары менән бәйле тип тә әйтелә.

Икенсе фараз яҡлылар, ҡаланың исеме боронғо Ярило һүҙнән килеп сыҡҡан тип уйлай (Яри(ы)льск).

Тағы ла бер боронғо легенда буйынса, ҡала үҙ исемен ҡырағай сусҡа бәрәстәренең мороно менән ерҙе соҡоп (разрыть) йылғаның башын тапҡан, шуға Рыльск йылғаһы һәм аҙаҡтан Рыльск ҡалаһы тигән исем килеп сыҡҡан, тип әйтелә.

Климаты уртаса-континенталь. Ҡалала йылы яҙ һәм оҙайлы йәй. Ҡыш болотло һәм дымлы, һыуыҡ һауа тулҡындары епшек ҡар менән алмашына. Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр буйынса, иң һалҡын ай-ғинуар, уның уртаса температураһы −6,9°С, иң йылы ай июль, июлдә уртаса температура — +19,5 °С, йыллыҡ яуым — төшөм күләме-638 мм.

Рыльск климаты (норма 1960—2000 йй, рекорд — 1960 й.)
Күрһәткестәре Дек. Ғин. Март Апра. Май Июнь Июль Авг. Сена. Окт. Нояб. Февр. Йыл
Абсолют максимум, °C 7,7 11,5 19,4 29,1 32 35,5 37 39,6 31,1 26,6 17,4 10,1 39,6 Һауа температураһы, °C -4,1 -3,2 2,4 12,5 20 23,2 24,9 23,9 18 10,6 2,7 -2 10,9
Уртаса температура, °C -6,9 -6,4 -1,1 7,8 14,5 17,9 19,5 18,4 12,8 6,6 0,2 -4,4 6,8
Уртаса минимум, °C -9,6 -9,3 -4,1 3,7 9,4 12,9 14,6 13,4 8,5 3,3 -2 -6,8 3
Абсолют минимум, °C -33,9 -31 -34,8 -9,3 -3,5 2 -0,3 -0,3 -4 -8,8 -24,8 -28,6 -34,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 41 36 39 44 55 75 85 59 57 49 48 50 638
Сығанағы: Climatebase.ru
Рыльск климаты (1981-2010 йылдарҙа )
Күрһәткестәре Дек. Ғин. Март Апра. Май Июнь Июль Авг. Сена. Окт. Нояб. Февре. Йыл
Уртаса температура, °C -5,5 -5,6 -0,4 8,0 14,5 17,9 19,7 18,7 12,9 6,8 0,0 -4,4 6,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм 41 41 40 48 58 78 87 56 61 55 46 46 657
Сығанағы: ФГБУ "ВНИИГМИ-МЦД"

Халыҡ

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2020) мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала 775 урында[4] (Рәсәй Федерацияһы ҡалаларының 1118 ҡалаһы араһында[5]).

Яҡындағы тораҡ пункттары

  • Пригородная Слободка (Рыльский районы)
  • Малогнеушево

Сәнәғәте

  • ААО «Глобус»[6];
  • ААО «Сыродел»[7];
  • ЯСЙ «Промсахар»[8];
  • ЯСЙ «Рыльский икмәк заводы»[9];
  • ААО «Рыльский авторемонт заводы»[10].

Иҫтәлекле урындары

undefined

Торлаҡ һәм административ биналар һаҡлана. Рыльскиҙа бер нисә тиҫтә XVIII—XIX быуаттарһан һаҡланып ҡалған торлаҡ һәм административ биналар бар: Покровка православие соборы (1822), Успение соборы (1811), Вознесение сиркәүе (1866). Ҡалала крайҙы өйрәнеү музейы эшләй, , унда сәнғәт әйберҙәренең бай коллекцияһы һаҡлана.

Ғибәҙәтханалар

  • Николаев сиркәүе — ғәмәлдән сығарылған.
  • Успенский кафедраль соборы — православие ҡорамы, уның алдында Г. И. Шелихов һәйкәле тора.. Собор 1811 йылда 1-се гильдия сауҙагәре И. Ф. Филимонов тарафынан төҙөлгән.
  • Покровка соборы 1822 йылдарҙа Преображенский урамында Шелиховтар тарафынан төҙөлгән.
  • Вознесение сиркәүе Ленин һәм Луначарский урамдары киҫелешендә тора. Бина 1866 йылда төҙөлгән.
undefined
undefined

Музей

  • Дәүләт тыуған яҡты өйрәнеү музейы. (Урицкий урамы, 81);
  • Рыльский авиация техник колледжының музей-мемориаль комплексы (Советская майҙаны, 7);
  • Рыльский хәрби дан музейы (Маяковский урамы, 41);
  • Рыльский аграр техникум тарихы музейы (Ленин урамы, 42).

Рыльскиҙан алыҫ булмаған «Марьино Усадьбаһы» музейы.

Вигляд зі ставка на південний фасад («Мар'їне»).jpg

Спорт

  • Рыльск-арена — стадион, өлкә масштабындағы спорткомплекс
  • ФОК Спорткомплекс — төҙөлөш алып барыла

Киң мәғлүмәт саралары

Гәзиттәр

  • Районные будни
  • Рыльские вести
  • СЕЙМ-ИНФО

Рыльск телевидениеһы

  • Аналог-ТВ
  • Беренсе канал 57ТВК
  • Рәсәй 27ТВК-Курск ДТРК-ҺЫ 1
  • Бишенсе Канал 52ТВК
  • Рәсәй 32ТВК
  • 47ТВК МАТЧ ТВ
  • 44ТВК СТС-Курск
  • Цифрлы-ТВ
  • 10ТВК РТРС-1
  • 56ТВК РТРС-2

Радиостанциялар

  • 106,5FM Радио Курс
  • 107,4FM Дорожное Радио (план)
  • 101,5FM план
  • 102,4FM план
  • 104,9FM план

Туғанлашҡан ҡалалары

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 ОКТМО. 179/2016. Центральный ФО
  2. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/tab-5_VPN-2020.xlsx
  3. Курск өлкәһендәге закондың 2004 йылдың 21 октябрендә № 48-ЗКО «курск өлкәһе муниципаль мәғариф ТУРАҺЫНДА»
  4. с учётом городов Крыма
  5. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более (XLSX).
  6. ОАО «GLOBUS», Рыльск 2012 йылдың 28 ғинуар көнөндә архивланған.
  7. Pulset 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  8. Шәкәр заводы Рыльский
  9. Тармаҡ бизнес-справочник предприятий Рәсәйҙәге(недоступная ссылка)
  10. Справочник предприятий Центрального федерального округа России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2013. Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт

Категориялар