Рәсәйҙә төп ставка

Рәсәй банкының төп ставкаһы — Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкыһының (Рәсәй банкы) аҡса-кредит сәйәсәтенең төп ҡоралы. Иҡтисадта процент ставкаларына, инфляцияға һәм милли валюта курсына йоғонто яһаған процент ставкаһы. Уның буйынса Рәсәй банкы коммерция банкыларына кредиттар бирә һәм уларҙан депозиттар ҡабул итә. Рәсәйҙә төп ставка 2013 йылда индерелә. Уға тиклем Рәсәй банкы аҡса-кредит сәйәсәтенең төп ҡоралы сифатында рефинанслау ставкаһын ҡуллана[1]. Рәсәй банкыһының директорҙар советы йылына төп ставка кимәлен һигеҙ тапҡыр үҙгәртә[2].

2025 йылдың 6 июнендә Рәсәй банкы төп ставканы йылына 20 %-ҡа тиклем төшөрә, был 2022 йылдың сентябренән алып аҡса-кредит сәйәсәтен тәүге йомшартыу була[3]. 2025 йылдың 25 июлендә төп ставка тағы ла бер тапҡыр — йылына 18 %-ҡа тиклем түбәнәйтелә[4].

Рәсәй банкының төп ставка буйынса үткәргән операциялары

Рәсәй банкы төп ставка кимәле буйынса ҡарарҙы аҡса-кредит сәйәсәте — йыллыҡ инфляцияны 4 % тирәһендә һаҡлау — маҡсатынан сығып ҡабул итә. Хаҡтар тотороҡлолоғон тәьмин итеү өсөн үҙәк банк аҡса-кредит сәйәсәтен ҡәтғиләштерергә йәки йомшартырға мөмкин. Банк секторының ликвидлылыҡ дефициты осрағында үҙәк банк рефинанслауҙы киңәйтә һәм банкыларға ликвидлылыҡты Рәсәй банкының РЕПО (рус.)баш. аукциондарында минималь процент ставкаһына тиң булған ставка менән бер аҙнаға ликвидлыҡ бирә. Банк секторы ликвидлылығының профициты осрағында Үҙәк банк уның артыҡ өлөшөн ала һәм Рәсәй банкы депозит аукциондарында максималь процент ставкаһына тиң булған төп ставка менән бер аҙнаға депозиттар йәлеп итә. Үҙенең аҡса-кредит сәйәсәте ҡоралдары ярҙамында Рәсәй банкы бер көнлөк процент ставкалары менән идара итә, улар буйынса банкылар бер-береһе менән аҡса баҙарында операциялар башҡара. Аҡса баҙары ставкаларын РЕПО ставкалары һәм депозит ставкалары араһындағы процент коридоры сиктәрендә тотоп, Рәсәй банкы уларҙы аҡса-кредит сәйәсәте йүнәлешен билдәләгән төп ставкаға яҡынайтырға тырыша[5].

Рәсәй банкының төп ставка буйынса ҡарары

Рәсәй банкы директорҙар советы йылына һигеҙ тапҡыр төп ставка кимәлен билдәләй. Ҡарар кварталына бер тапҡыр уҙғарылған «терәк» һәм улар араһында үткәрелгән дүрт арауыҡ ултырышында ҡабул ителә. Һәр ултырыш йомғағы буйынса төп ставка тураһында матбуғат релизы баҫыла. «Терәк» ултырыштарынан һәм пресс-релиздан тыш, «Аҡса-кредит сәйәсәте тураһында доклад» баҫыла, Банк рәйесе матбуғат конференцияһында сығыш яһай һәм ҡабул ителгән ҡарарға комментарий, журналистарҙың һорауына яуап бирә[6].

Төп ставка һөҙөмтәләре

Төп ставканың банк секторының процент ставкаларына йоғонтоһо аҡса-кредит сәйәсәтенең «процент каналы» аша тасуирлана. Төп ставка буйынса ҡарарҙар банктың барлыҡ продукттарына йоғонто яһай. Рәсәй банкының операция маҡсаты булып аҡса баҙары ставкаһының төп ставкаға яҡыныраҡ тотоуы тора. Рәсәй банкы RUONIA ставкаһы менән төп ставка айырмаһын кәметә. Әгәр инфляция маҡсатлы билдәләүенә (рус.)баш. күскәнгә тиклем 2013—2014 йылдарҙа айырма 2 процент тәшкил итһә, күсеүҙән һуң, 2019 йыл һуңында ул 0,5 процентҡа тиклем кәмей. Айырманың кәмеүе банк секторының ликвидлыҡ менән идара итеү һөҙөмтәлелегенең үҫеүен раҫлай[7].

Төп ставканың үҙгәреүе банкыларҙың кредит һәм депозит ставкалары динамикаһына йоғонто яһай. Әммә ул тулы түгел: корпоратив кредиттар сегментында ставкаларға төп ставканың 50-80 % үҙгәреүе күсә, ә ваҡлап кредит һәм депозит биреү сегментында — 40 %-тан да артыҡ түгел. Банк продукттары буйынса процент ставкаларын корректировкалауға ваҡыт кәрәк, һуңлау 2-3 айҙан алып бер йылға тиклем һуҙылыуы мөмкин. Процент каналы һөҙөмтәлелегенең тигеҙ булмауы продукттар киҫелешендә генә түгел, мөҙҙәт буйынса ла сағылыш таба. Кредит һәм депозит баҙары сегментының күпселегендә ҡыҫҡа мөҙҙәтле ставкалар төп ставка үҙгәрешенә оҙайлы ваҡытлыларға ҡарағанда тиҙерәк һәм нығыраҡ һиҙгер. Кредит һәм депозит баҙарының төп сегменты өсөн төп ставка буйынса ҡарарҙарға һиҙгерлектең сағылған ассиметрияһы хас. Депозиттар буйынса ставкалар төп ставканың күтәрелеүенә уның төшөүенә ҡарағанда яйыраҡ, шул уҡ ваҡытта кредит баҙарында ассиметрия киреһенсә. Әммә төп ставканың процент каналының тулы булмауы һәм ассиметриялылығы уның түбән һөҙөмтәлелеге күрһәткесе түгел. Башҡа иҡтисадта ла ошондай күренештәр күҙәтелә[8].

Рәсәй банкының процент сәйәсәте макроиҡтисад динамикаһына һәм иҡтисади агенттарҙың өмөтләнеүенә туранан-тура йоғонто яһай. Атап әйткәндә, төп ставканың көтмәгәндә артыуы сәнәғәт етештереүе индексына кире һәм әһәмиәтле йоғонто яһай. Был күренеш оҙаҡҡа һуҙыла һәм өс йыл дауамында туҡтай. Бынан тыш, инвестицияларҙың, ваҡлап һатыуҙың, экспорттың һәм импорттың, реаль эш хаҡының реаль күләменең түбәнәйеүе, эшһеҙлектең артыуы күҙәтелә. Иҡтисади эшмәкәрлектең төрлө төрҙәрендә төп ставка һөҙөмтәһе төрлөсә. Экспортҡа йүнәлеш тотҡан секторҙар төп ставканы тоймай, шул уҡ ваҡытта эске иҡтисади эшмәкәрлектә, мәҫәлән, төҙөлөштә, уның йоғонтоһо һиҙелә. Төп ставка кәмегән ваҡытта ла шундай уҡ һөҙөмтә тойола. Процент сәйәсәтенең йомшарыуы эшлекле әүҙемлеккә ыңғай йоғонто яһай. Әммә төп ставка буйынса ҡарарҙарҙың ҡәтғиләшеүенә макроиҡтисад динамикаһы уның йомшарыуына ҡарағанда нығыраҡ һиҙгер[9].

Нейтраль төп ставка

Төп мәҡәлә:Нейтраль процент ставкаһы (рус.)баш.

Теләһә ниндәй Үҙәк банкының процент ставкаһына ҡағылышылы төп мәсьәләләрҙең береһе булып уның тиң әһәмиәте тора. Тиң әһәмиәт тип «тәбиғи» йәки «нейтраль» процент ставкаһы атала, был ваҡытта буласаҡ һәм ғәмәлдәге эске тулайым продукт араһындағы айырма нулгә тиң, ә инфляция маҡсатлы күрһәткес тирәһендә була. Номиналь нейтраль ставка реаль нейтраль ставка менән көтөлгән инфляция суммаһына тиң. Көтөлгән инфляция инфляцияның маҡсатлы күрһәткесенә тиң булғанда, нейтраль ставка Үҙәк банкының инфляция маҡсатына тура килә. Тигеҙлек шарттарында Рәсәй банкының оҙайлы төп ставкаһы йылына 4 % булырға тейеш[10].

Аныҡ нейтраль ставка иҡтисад структураһы, финанс һәм финанс булмаған активҡа инвестициялар хәүефе кимәле, шулай уҡ иҡстисад агенттарының уларҙы үҙҙәренә ҡабул итергә әҙер булыуы менән билдәләнә. Атап әйткәндә, нейтраль ставкаға производство факторҙарының дөйөм етештереүсәнлеге, демографик шарттар, финанс секторының торошо, башҡа илдәрҙәге нейтраль ставка әһәмиәте йоғонто яһай. Нейтраль ставка күҙәтеп булмаған дәүмәл булып тора һәм уның баһаһы, ҡағиҙә булараҡ, яҡынса ғына. Күпселек осраҡта улар аныҡ нөктәне түгел, ә әһәмиәт өлкәһен генә билдәләй. Ставка баһаһы бик күп факторҙарға бәйле һәм ваҡыт үтеү менән үҙгәрә. Нейтраль ставка баһаһы үҙәк аҡса-кредит тарихы йүнәлешен билдәләү өсөн мөһим. Төп ставканы нейтраль кимәлдән артығыраҡ итеп билдәләп, Рәсәй банкы ҡәтғи сәйәсәт үткәрә. Ставка нейтраль кимәлдән түбәнерәк булғанда, уның сәйәсәте дәртләндереүсе булып тора. Нейтраль төп ставка баһаһы шулай уҡ иҡтисади агенттар — йорт хужалыҡтары һәм фирмалар — өсөн ҡулланыу һәм инвестиция ҡарарҙары ҡабул итеү өсөн мөһим[11].

Рәсәйҙә төп ставканың үҙгәреүе

Рәсәй банкының төп ставкаһының нейтраль әһәмиәтен эксперттар 1-3 % тип билдләй. Рәсәй банкы үҙе 2016 йылғы тикшереүендә уны оҙайлы мөҙҙәткә −1, ҡыҫҡа мөҙҙәткә 3 % тип баһалай[12]. Бойондороҡһоҙ баһалауҙар ҙа уртаса шул уҡ, йәиһә түбәнерәк. Халыҡ-ара валюта фонды 2018 йыл һуңына уны 1 менән 3 процент араһында, тип баһалай, шул уҡ ваҡытта күпселек баһа 2 процент тирәһендә була[13]. «ВТБ Капитал» иҡтисадсылары нейтраль ставка 1,5 менән 2,5 % араһында тип күҙаллай[14]. 2020 йылда Рәсәй банкы оҙайлы мөҙҙәтле реаль нейтраль ставка баһаһын 2—3 % тип билдәләй. Инфляцияның маҡсатлы күҙалланыуы 4 % булғанда, номиналь нейтраль төп ставка 6-нан 7 %-ҡа тиклем булырға тейеш[10].

2024 йылдың 16 февралендә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 16 процент кимәлендә һаҡлай[15].

2024 йылдың 26 апрелендә Рәсәй банкы база сценарийында уртаса төп ставка фаразын 2024 һәм 2025 йылдарҙа 15,0-16,0 %-ҡа һәм 10,0-12,0 %-ҡа күтәрә. «Әгәр дезинфляция процесы туҡтаһа, беҙ төп ставканы күтәреүҙе инҡар итмәйбеҙ», тип белдерә 26 апрелдә РФ Үҙәк банкы башлығы Эльвира Нәбиуллина. Ул, Үҙәк банк ставканы юғары килеш, «инфляцияның маҡсатлы күрһәткесе тотороҡло — 4 процентҡа еткәнгә тиклем күпме ваҡыт кәрәк, шунса тотасаҡ» тип белдерә. Был кимәлгә ҡайтыуҙы банк киләһе йылда көтә. Шул уҡ ваҡытта 2024 йылға ҡарата инфляция буйынса банк фаразы 4-4,5 %-тан 4,3-4,8 %-ҡа тиклем арта[16].

2024 йылдың йәйендә Рәсәй банкылары башлыҡтары Герман Греф (рус.)баш. менән Андрей Костин, төп ставканы 4-5 %-ҡа тиклем төшөргәндә, ыңғай эҙемтәләр көтмәүҙәрен белдерә. Греф бындай гипотетик ҡарарҙы "Үҙәк банк тип аталған һуңғы айыҡ фекерле институтта ниндәйҙер етди өҙөклөк бар"лығы тураһында «барлыҡ банкыларға, барлыҡ иҡтисадҡа сигнал», тип белдерә[17].

2024 йылдың 26 июлендә Рәсәй банкы 2023 йылдың декабренән алып беренсе тапҡыр төп ставканы йылына 16 проценттан 18 процентҡа тиклем күтәрә, августа Рәсәй банкы июлдәге ултырышта ставканы 19-20 %-ҡа күтәреү файҙаһына фекер белдереүселәр тураһында дәлилдәрҙе аса. Улар араһында — инфляцияны оҙайлы ваҡыт маҡсат 4 % булғандан юғарыраҡ тотоу һәм етештереүселәрҙең үҫеш мөмкинлектәрен бөтөрөү[18].

2024 йылдың август һуңында Рәсәй банкы иҡтисадтың төп ставкаға һиҙгерлеге түбәнәйеүен таный, был иһә көйләүсенән киләсәктә тағы ла һиҙелерлек үҙгәрештәр талап итеүе мөмкин, тип белдерә Үҙәк банк рәйесе урынбаҫары Алексей Заботкин. Ул төп ставканың ағымдағы кимәленең тар мәғәнәлә рекорд кимәленә яҡын булыуын таный, әммә көйләүсе сәйәсәтенең хәҙер максималь ҡәтғи булыуы тураһында һүҙ йөрөтөү дөрөҫ түгел[19].

2024 йылдың 13 сентябрендә Үҙәк банк төп ставканы йылына 18%-тан 19 %-ҡа күтәрә[20], әгәр киләһе йылда инфляция 8 %-ҡа яҡынайһа, төп ставка 23 %-ҡа тиклем күтәрелеүе ихтимал, тип белдерә ВТБ идралығы рәйесенең беренсе урынбаҫары Дмитрий Пьянов[21]. Октябрҙә ВТБ башлығы Андрей Костин 2024 йылда Үҙәк банкының төп ставкаһының 21 %-ҡа тиклем күтәрелеү ихтималлығын күҙаллай[22].

2024 йылдың 25 октябрендә Рәсәй банкы төп ставканы 19-ҙан 21 %-ҡа күтәрә. Был Үҙәк банкының төп ставканы рәттән күтәреүе, ә 21 % уның барлыҡ тарихында максималь күрһәткес була. Унан алдағы рекорд билдәһе — 20 % — 2022 йылдың февралендә, махсус хәрби операция башланғас һәм Үҙәк банкының сит илдәге алтын-валюта резервы туңдырылғас, күҙәтелә[23]. Үҙәк банкының ҡәтғи аҡса-кредит сәйәсәте — нәфсе түгел, ә иҡтисадтағы күренешкә һиҙгерлек, тип белдерә Үҙәк банк рәйесе Эльвира Нәбиуллина Дәүләт Думаһының финанс баҙары буйынса комитет ултырышында. Уның һүҙҙәренсә, Үҙәк банкының ҡәтғи аҡса-кредит сәйәсәте «эш хаҡтарын, пенсияларҙы, пособиеларҙы һәм һаҡламдарҙы хаҡтар артыуҙан һаҡлай», ә юғары инфляция бары тик тауарҙарын граждандар һәр ваҡытта ла һатып алырға мәжбүр булған бизнес өсөн генә файҙалы[24].

2025 йылдың 14 февралендә Рәсәй банкылары Үҙәк банкынан аҡса алып тороуҙарын 1,79 триллион һумға тиклем кәметә, был 2024 йылдың июнь һуңынан алып минималь күрһәткес булып тора. Был 43,4 %-ҡа кәмеү банкыларҙың сираттағы ултырышта төп ставканы арттырыу көтөлмәүен раҫлай[25], һуңынан мәғлүм булыуынса, Рәсәй банкы ултырышта төп ставканы үҙгәрешһеҙ — йылына 21 % кимәлендә ҡалдыра[26].

2025 йылдың 21 мартында Рәсәй банкы өсөнсө тапҡыр рәттән төп ставканы йылына 21 % кимәлендә һаҡлап ҡалдыра. Ҡарар аҙналыҡ инфляцияның һәм халыҡтың, предприятиеларҙың инфляция көтөүе кәмеүгә ҡарамаҫтан ҡабул ителә[27].

2025 йылдың 25 апрелендә Рәсәй банкының Директорҙар советы төп ставка кимәлен йылына 21 % итеп ҡалдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Дүртенсе ултырыш рәтәтн ставка үҙгәрмәй[28].

2025 йылдың 6 июнендә Рәсәй банкы 2022 йылдың сентябренән алып беренсе тапҡыр төп ставканы йылына 20 %-ҡа тиклем кәметә[3].

2025 йылдың 25 июлендә Үҙәк банк ставканы тағы бер тапҡыр — йылына 18 %-ҡа тиклем кәметә[4].

Фекерҙәр һәм фараздар

2024 йылдың ноябрендә Рәсәйҙең Үҙәк банкы башлығы Эльвира Нәбиуллина беренсе тапҡыр яҡын йылдарға төп ставка һәм инфляция кимәленә ҡарата үҙенең фараздарын һәм уларҙың кәмеүе көтөлөүен белдерә. Дәүләт Думаһында сығышы ваҡытында ул 2025 йылда төп ставканың — 17-20, инфляцияның 4,5-5 % булыу ихтималлығы тураһында еткерә. Артабан инфляция 4 % тирәһендә ҡалыуы, ә 2027 йылға 7,5-8,5 %-ҡаса төшөүе ихтимал. Нәбиуллина белдереүенсә, иҡтисад боролош этабында тора, яҡын айҙарҙа корпоратив кредит портфеле үҫешенең яйлауы көтөлә, был, үҙ сиратында, һорауҙың дөйөм үҫешенә өлөшөн кәметеп, ағымдағы инфляцияны яйлатасаҡ. Ул бының аҡса-кредит сәйәсәтенең ниһайәт кәрәкле кимәлгә етеүен раҫлаясағын һыҙыҡ өҫтөнә ала[29].

2025 йылдың 25 февралендә ВТБ, төп ставка йыл дауамында 21 % кимәлендә ҡаласаҡ, тип фаразлай. Банк идараһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Дмитрий Пьянов 2025 йылды «кредит манёвры йылы», тип билдәләй, был граждандарға кредит биреүҙе административ саралар аша түгел, ә ҡулланыу кредиты биреүҙе сикләү аша түбәнәйтәсәк[30].

2025 йылдың 28 февралендә ВТБ башлығы Андрей Костин (рус.)баш. Үҙәк банкының төп ставкаһының йылдың икенсе яртыһында 19 %-ҡа тиклем төшәсәген күҙаллай. «Россия 24» эфирында ул инфляцияның яйлауының түбәһенә яҡынлашыуы көтөлөүен белдерә. Ҡәтғи кредит сәйәсәтенә һәм Үҙәк банкының төп ставка буйынса фаразы 19-22 % булыуға ҡарамаҫтан, Костин йыл һуңына ставканың кәмеүенә өмөт итә. Топ-менеджерҙың баһаһы буйынса, 2025 йылда банкыларҙың килеме 15-20 %-ҡа кәмеүе мөмкин[31].

2025 йылдың 3 апрелендә Үҙәк банк башлығы Эльвира Нәбиуллина, Үҙәк банкы фаразы буйынса, 2025 йылда уртаса төп ставка 19-22 % арауығында көтөлә, көйләүсе уның арауыҡтың түбәнге сигендә булыуына иҫәп тота, ти[32].

9 апрелдә ул, Дәүләт Думаһында сығыш яһап, Үҙәк банк төп ставканы түбәнәйтеү мәсьәләһендә һаҡ эш итәсәк, тип белдерә, сөнки уҙған йыл башында яйлауына ҡарамаҫтан, инфляция тағы ла шәбәйә[33]. Көйләүсе башлығы былай тип һыҙыҡ өҫтөнә ала:

Ставка түбәнәйеүгә беҙ бик һаҡ ҡараясаҡбыҙ. Инфляция яйлауының тотороҡло булыуына инанырға кәрәк. Әммә яңы хәүеф бар — донъя сауҙаһында тектоник үҙгәрештәр. Беҙҙең күҙ алдында сауҙа һуғышы бара, һәм әлегә уларҙың донъя иҡтисадын нимгә килтеререн һәм Рәсәйгә ниндәй йоғонто яһарын аңлауы ҡыйын[34].

2025 йылдың 21 апрелендә РБК фекерҙәрен белешкән аналитиктар, 25 апрелдә үтәсәк ултырышында Рәсәй банкы төп ставканы дүртенсе тапҡыр рәттән 21 % кимәлендә ҡалдырыр, тип фаразлай. Ҡайһы берҙәре аҡса-кредит сәйәсәте апрелдә йомшара башларын күҙаллай. Ставканы шул килеш ҡалдырыуҙы фаразлаусыларҙың дәлиле булып инфляцияның юғары булыуы, шулай уҡ геосәйәси көсөргәнеш, сауҙа һуғышының эскалация хәүефе тора. Шул уҡ ваҡытта эксперттарҙың бәғзеләре иҡтисадтың һыуыныу сифаттарына, кредитлауҙың яйлауына һәм М2 аҡса массаһының түбәнәйеүенә күрһәтеп, бының ставканы түбәнәйтеүгә нигеҙ булыу ихтималлығына күрһәтә[35].

2025 йылдың 25 апрелендә ВТБ рәйесенең беренсе урынбаҫары Дмитрий Пьянов төп ставканың юғары ставкаһын тәжрибә антибиотигы менән сағыштыра, һәм уны оҙайлы ваҡыт һаҡлау кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Уның фекеренсә, аҡса-кредит сәйәсәтен алдан йомшартыу дарыу ҡабул итеүҙе туҡтатыу кеүек үк зыянлы булыу ихтималлығын белдерә. 2022 йылдан һуң Рәсәй иҡтисады үҙенсәлекле, Үҙәк банк был «антибиотикты» ҡасан ҡабул итеү ваҡытын аныҡ әйтә алмай, ти ул[36].

2025 йылдың 2 июнендә аналитиктарҙың өстән бер өлөшө 6 июндә төп ставканың кәмеүен көтөүе билдәле була. РБК-ның консенсус-фаразында ҡатнашҡан 30 кешенең 10-ы ставканың 19 %-ҡа тиклем төшөүен, шул уҡ ваҡытта күпселек (20 кеше) уның бер ни тиклем йомшартылған рәүештә 21 процент кимәлендә ҡалыуын күҙаллай. Ставканы төшөрөү өсөн төп сигнал булып, инфляция көтөлөүе юғары булһа ла, инфляцияның тотороҡло кәмеүе тора. Рәсәй банкыһы рәйесе урынбаҫары алдағы ултырышта төрлө варианттарҙы ҡарау көтөлөүен белдерә. Финанстар министры Антон Силуанов шулай уҡ инфляцияның ыңғай динамикаһына һылтанып, ставканы кәметеү мөмкинлеген инҡар итмәй. Әммә бик күп эксперттар хеҙмәт баҙары, инфляция һәм бюджет сәйәсәтенә бәйле хәүефтәргә һәм бының июндә ставканы кәметеүгә ҡамасаулау мөмкинлегенә күрһәтә[37].

2025 йылдың 6 июнендә Рәсәй банкы төп ставканы 21 %-тан 20 %-ҡа төшөрә. Был ҡарар инфляцияның тотороҡланыуы һәм иҡтисадтың һәм кредитлауҙың һыуыныуы фонында ҡабул ителә. Күпселек аналитиктар ставканың 21 % кимәлендә ҡалыуын көтһә лә, финанстар һәм иҡтисади үҫеш министрҙары уны кәметеү яҡлы була. Мәғлүмәттәргә ярашлы, Рәсәйҙә инфляция яйлай башлай, апрелдә ул 10,23 %-ҡа һәм июнь башында 9,66 %-ҡа етә. Һумдың нығыныуы ла шулай уҡ хаҡтарҙың төшөүенә килтерә. Аналитиктар төп ставканың 2025 йыл һуңына 14-15 %-ҡаса төшөүен көтә[38].

2025 йылдың 27 июнендә Рәсәйҙең экс-премьер-министры Сергей Степашин, ағымдағы 20 % төп ставка сәнәғәт өсөн бик юғары, тип белдерә һәм хәл-торошто ставка 60 процентҡа еткән 1999 йыл менән сағыштыра. 1999 йылда инфляция яҡынса — 36,5 %, ә иҡтисади шарттар башҡа ине, ти. 2025 йылдың июнендә Үҙәк банк 2022 йылдың сентябренән беренсе тапҡыр төп ставканы 21 %-тан 20 %-ҡаса төшөрә, йыл һуңына инфляцияның 7-8 %-ҡа яйлауын көтә[39].

2025 йылдың 2 июлендә Рәсәй банкының Финанс конгресында Үҙәк банк башлығы Эльвира Нәбиуллина, көйләүсенең инфляцияның көтөлгәндән күпкә тиҙерәк яйлауын күреүен, әммә әлегә маҡсаттан юғары булыуын; инфляцияның маҡсаттың түбәнге кимәленә тиклем яйлауы төп ставканың тиҙерәк кәмеүе өсөн мөмкинлек бирәсәген белдерә[40].

Рәсәйҙә төп ставка әһәмиәте тарихы

Иҫкәрмәләр

  1. Введение ключевой ставки ЦБ России и ее изменения. 12 август 2025 тикшерелгән.
  2. Ключевая ставка - что это простыми словами - Российская газета (19 декабрь 2024). 12 август 2025 тикшерелгән.
  3. 1 2 Банк России снизил ключевую ставку впервые с 2022 года. www.forbes.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2025.
  4. 1 2 Центробанк снизил ключевую ставку второй раз подряд. 12 август 2025 тикшерелгән.
  5. Система инструментов денеж12.08.2025. Архивировано 20 август 2019 года.
  6. Решение Банка России по ключевой ставке: процесс подготовки и коммуникация. Банк России (2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2025. Архивировано 20 август 2019 года.
  7. Станик и Крайнюков, 2020, с. 23
  8. Егоров и Борзых, 2018, с. 115
  9. Пестова и др., 2019, с. 65
  10. 1 2 Евдокимова, Жирнов, 2020, с. 11
  11. Банк России, 2019, с. 16
  12. Крепцев и др., 2016, с. 33
  13. IMF, 2019, p. 14
  14. Isakov A., Latypov R. The Ibsen Manoeuvre: Yet Another R* Estimate (инг.) // VTB Capital Research Alert (Very) Technical Brief Series. — 2019. — 15 July.
  15. Жестко стелет: почему ЦБ сохранил ключевую ставку на уровне 16 процентов. Профиль (16 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2025.
  16. Ставка может быть больше. Журнал "Эксперт" (26 апрель 2024).
  17. Костин и Греф назвали «ужасом» и «сбоем» снижение ставки до 4–5%. 12 август 2025 тикшерелгән.
  18. В ЦБ раскрыли детали обсуждения роста ставки до 19–20%. 12 август 2025 тикшерелгән.
  19. ЦБ признал снижение чувствительности экономики к ключевой ставке. 12 август 2025 тикшерелгән.
  20. Центробанк повысил ключевую ставку до 19% годовых (13 сентябрь 2024). 12 август 2025 тикшерелгән.
  21. В ВТБ описали сценарий с ростом ключевой ставки до 23%. 12 август 2025 тикшерелгән.
  22. Глава ВТБ допустил повышение ключевой ставки ЦБ до 21% в 2024 году (16 октябрь 2024). 12 август 2025 тикшерелгән.
  23. ЦБ поднял ставку выше кризисного уровня 2022 года. 12 август 2025 тикшерелгән.
  24. Набиуллина объяснила, почему ЦБ повышает ключевую ставку. 12 август 2025 тикшерелгән.
  25. Банки не заложили новое повышение ставки ЦБ в феврале. 12 август 2025 тикшерелгән.
  26. Банк России сохранил ключевую ставку на уровне 21% годовых. 12 август 2025 тикшерелгән.
  27. ЦБ в третий раз подряд сохранил ключевую ставку 21%. 12 август 2025 тикшерелгән.
  28. ЦБ сохранил ключевую ставку 21% в четвертый раз подряд. 12 август 2025 тикшерелгән.
  29. В ЦБ представили «план Набиуллиной» по снижению ключевой ставки (19 ноябрь 2024). 12 август 2025 тикшерелгән.
  30. В ВТБ предсказали ключевую ставку на 2025 год. 12 август 2025 тикшерелгән.
  31. Глава ВТБ спрогнозировал снижение ключевой ставки в 2025 году. 12 август 2025 тикшерелгән.
  32. Набиуллина дала прогноз по средней ключевой ставке на 2025 год. 12 август 2025 тикшерелгән.
  33. ЦБ будет аккуратно подходить к вопросу снижения ключевой ставки. 12 август 2025 тикшерелгән.
  34. Банк России будет учитывать в решении по ключевой ставке новый риск. 12 август 2025 тикшерелгән.
  35. Эксперты предсказали сохранение ставки ЦБ 21% четвертый раз подряд. 12 август 2025 тикшерелгән.
  36. В ВТБ сравнили высокую ключевую ставку с «экспериментальным антибиотиком». 12 август 2025 тикшерелгән.
  37. Треть аналитиков поставили на снижение ключевой ставки уже в июне. 12 август 2025 тикшерелгән.
  38. Банк России снизил ключевую ставку впервые за три года. 12 август 2025 тикшерелгән.
  39. Степашин сравнил ситуацию с ключевой ставкой сейчас и в 1999 году. 12 август 2025 тикшерелгән.
  40. На Финансовом конгрессе Банка России обсуждали замедление экономики и снижение ставки (2 июль 2025). 12 август 2025 тикшерелгән.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар