Садиҡов Сисәнбай Садиҡ улы

Садиҡов Сисәнбай Садиҡ улы (рус. Садыков Сисянбай Садыкович 1916 йыл — 25 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән сержант.

Биографияһы

Садиҡов Сисәнбай Садиҡ улы 1916 йылда хәҙерге Башҡортостандың Балаҡатай районы Билән ауылында тыуа. 1941 йылда Балаҡатай район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы кавалерия дивизияһының 58‑се гвардия кавалерия полкында тәүге комсомол ойошмаһының секретары буләп хеҙмәт итә[1].

Садиҡов Сисәнбай Садиҡ улы 1943 йылдың 2 февралендә яуҙа һәләк була. Украина ССР-ының Ворошиловград өлкәһе (хәҙер Луганск өлкәһе) Николаевка ауылында ерләнә[2].

Һылтанмалар