Садиҡов Яҡуп Исламорат улы

Садиҡов Яҡуп Исламорат улы (рус. Садыков Якуб Исламуратович 1901 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) менән бүләкләнгән.

Биографияһы

Садиҡов Яҡуп Исламорат улы 1901 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районында тыуа. 1941 йылда Ҡырмыҫҡалы район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[1]. 1943 йылдың 19 ноябрендә Защетье станцияһы янында барған алышта 'Садиҡов Яҡуп Исламорат улы бер төркөм иптәштәре менән оборонаның һул флангыһында булып, ике сәғәт дауамында немец автоматсыларының ҡыҫымына ҡаршы тора. Ошо алыш барышында Садиҡов үҙенең автоматы менән ун ике дошман һалдатын юҡ итә. Был батырлығы өсөн Садиҡов Яҡуп Исламорат улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

Һылтанмалар