Самарин Павел Григорьевич

Самарин Павел Григорьевич (11 июль 1930 йыл — 3 октябрь 2012 йыл — нефтсе, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1985), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1969), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1985)[1].

Биографияһы

Павел Григорьевич Самарин 1930 йылдың 11 июлендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Демидовка ҡасабаһында (хәҙер — Башҡортостандың Ҡалтасы районында) тыуған.

1954 йылдан Бөрө геология-эҙләнеү контораһында эшләй, 1962—1992 йылдарҙа — «Южарланнефть» НГДУ-һында нефть һәм газ сығарыу буйынса оператор, насос станцияһы машинисы.

Нефть промыслаһын бер торбалы йыйыу системаһына күсереүҙә, нефть сығарыу объекттарын автоматлаштырыу һәм телемеханизациялауҙа; торбалы һыу бүлгестәрен эшләүҙә һәм ғәмәлгә индереүҙә ҡатнаша. Самарин Павел Григорьевич 2012 йылдың 3 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1969)
  • Ленин ордены (1971)
  • СССР Дәүләт премияһы (1981).
  • СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1985)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1985)

Иҫкәрмәләр