Сафаров Георгий Самуилович
Сафаров Георгий Самуилович | |
---|---|
Тыуған көнө | 2 август 1928 |
Тыуған урыны | СССР |
Вафат булған көнө | 12 апрель 2003 (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Рәсәй |
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Эшмәкәрлеге | инженер |
Наградалары һәм премиялары |
Сафаров Георгий Самуилович (2 август 1928 йыл — 12 апрель 2003 йыл) — СССР һәм Рәсәй хужалыҡ эшмәкәре, 1974 — 1995 йылдарҙа Белая Калитва металлургия заводы директоры.
Биографияһы
Георгий Самуилович Сафаров 1928 йылдың 2 авгусында тыуған.
1952 йылда, Ростов ауыл хужалығы машиналары төҙөү институтын тамамлап, йәш белгес булып Белая Калитва ҡалаһына килә. «Гипроцветметобработка» Белая Калитва төркөмөнөң инженер-конструкторы булып эшләй башлай. 1953 йылда металлургия заводының ремонт-механика цехы башлығы итеп тәғәйенләнә. Артабан торба прокатлау цехын, пресслау һәм прокатлау цехтарын, заводтың конструкторҙар бүлеген етәкләй. 1968 йылда инженер урынбаҫары була, дүрт йылдан һуң — Белая Калитва металлургия заводының баш инженеры итеп тәғәйенләнә. 1974 йылда Г. С. Сафаров заводтың директоры итеп ҡуйыла.
Белгес булараҡ, рационализаторлыҡ һәм уйлап табыу эше менән шөғөлләнә, күп кенә патент авторы[1] Включён в книгу «Творцы металлургии легких сплавов России», 1998 год, том 2.[2]
2003 йылдың 12 апрелендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Октябрь Революцияһы ордены,
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены
- «Почёт Билдәһе» ордены,
- миҙалдар, улар араһында СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш һәм алтын миҙалдары.
- СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1973)
- СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1989).
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған металлургы (1994).
- Белая Калитва ҡалаһының Почётлы гражданы (1995).
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- 2 августа тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- 12 апрелдә вафат булғандар
- 2003 йылда вафат булғандар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаттары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған металлургтары
- ВДНХ-ның көмөш миҙалы менән наградланыусылар
- ВДНХ алтын миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- СССР металлургтары