Сеа Хосе Педро
Хосе Педро Сеа (исп. José Pedro Cea; 1 сентябрь 1900 йыл, Монтевидео — 18 сентябрь 1970 йыл) — Уругвай футболсыһы (һөжүм итеүсе ярымһаҡсы, һөжүмсе) һәм тренер. 1930 йылғы Донъя чемпионатында Сеа 5 гол индереп Уругвай йыйылма командаһының иң яҡшы бомбардиры булып таныла. Аргентинаға ҡаршы финал уйынында уның 57-се минутта индергән голы Уругвайға иҫәпте тигеҙләү мөмкинлеге бирә.
Биографияһы
1924 һәм 1928 йылдарҙа тапҡыр Олимпия чемпионы була. 1930 йылда — Донъя чемпионы. Өс тапҡыр Көньяҡ Америка чемпионы (1923, 1924, 1926). 1934 йылда — Уругвай чемпионы.
Карьераһының күп өлөшөндә «Насьональ» өсөн сығыш яһай (1934-35 һәм 1925-30 йылдар). Сеа был клуб өсөн Уругвай чемпионаттарында 103 матч уҙғара һәм 31 гол индерә. Шулай уҡ «Лито» клубы өсөн сығыш яһай. Лито Уругвай йыйылма командаһына Хосе Насасси, Кастро Эктор һәм Сингоне Педро кеүек йондоҙҙарҙы бирә.
Карьераһын тамамлағас тренер булып китә. Уның етәкселегендә Уругвай йыйылма командаһы 1942 йылда Көньяҡ Америка чемпионы була.
Йыйылма командала беренсе матчын 1923 йылдың 4 ноябрендә Парагвайға ҡаршы уйнай (2:0 иҫәбе менән еңәләр), һуңғы матчын 1932 йылдың 4 декабрендә Бразилияға ҡаршы үткәрә (1:2 иҫәбенә еңеләләр).
Титулдары
Һылтанмалар
- Звёзды 1930 года
- Информация на сайте footballplayers.ru 2020 йылдың 7 июль көнөндә архивланған.