Сингоне Педро
Педро Сингоне (исп. Pedro Zingone, 1899 йыл, Монтевидео — вафат булыу датаһы билдәһеҙ) — Уругвай футболсыһы, ярымһаҡсы. 1924 йылда Уругвай йыйылма командаһы составында Олимпия чемпионы, 1923, 1924 йылдарҙа Көньяҡ Америка чемпионы була. Һуңғы уйында төп команда составында сығыш яһай. йылда ойошторолҡандан алып
Биографияһы
Педро Сингоне биографияһы тураһында аҙ билдәле. Ул «Лито» (es:Centro Atlético Lito) командаһының — Уругвай чемпионаттарының һәүәҫкәрҙәр дәүерендәге ярайһы ныҡлы коллективының ярымһаҡсыһы була. Лито Уругвай йыйылма командаһына Хосе Насасси, Кастро Эктор һәм Педро Сеа кеүек йондоҙҙарҙы бирә. Был командала, ул 1918 йылда ойошторолғандан алып ярымһаҡсы булып Педро Сингоне уйнай. 1923—1924 йылдарҙа Сингоне Уругвай командаһы өсөн сығыш яһай. Уның өсөн дүрт уйын үткәрә, өс эре халыҡ-ара турнирҙа еңә. 1923 йылда команда Көньяҡ Америка чемпионатында еңгәндә ул резервта була. 1924 йылда Парижда үткән Олимпиада ла шул уҡ статусын һаҡлай.
Тыуған иленә әйләнеп ҡайтҡас, Уругвайҙа Парагвай инфраструктураһы талаптарына тап килмәгән Көньяҡ Америка чемпионаты урынына икенсеһен үткәрергә ҡарар итәләр. Был турнирҙа Сингоне төп состав уйынсыһы була. Ул йыйылма команда өсөн өс уйынды ла үткәрә, хатта Чили йыйылма командаһы ҡапҡаһына гол индерә.
«Лили» футбол клубы 1932 йылда профессионализм талаптары индерелеү менән эшмәкәрлеген туҡтата, ә 1929 йылдан Уругвай чемпионатының икенсе дивизионында сығыш яһай. Педро Сингоненың артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.
Титулдары
- Олимпия чемпионы (1): 1924
- Көньяҡ Америка чемпионы (2): 1923, 1924
Статистика
Педро Сингоненың Уругвай йыйылма командаһы өсөн матчтары һәм голдары
| № | Дата | Дәғүәсеһе | Иҫәп | Сингоненың голдары | Ярыш |
| 1 | 30 сентябрь 1923 | Ҡалып:Флаг Аргентины (1812 — 1985) Аргентина | 0:2 | — | Иптәштәрсә матч |
| 1 | 19 октябрь 1924 | 5:0 | 1 | Көньяҡ Америка чемпионаты | |
| 2 | 26 октябрь 1924 | Ҡалып:Флаг Парагвая (1842 — 1954) Парагвай | 3:1 | — | Көньяҡ Америка чемпионаты |
| 3 | 2 ноябрь 1924 | Ҡалып:Флаг Аргентины (1812 — 1985) Аргентина | 0:0 | — | Көньяҡ Америка чемпионаты |
Йәмғеһе: 4 матч / 1 гол; 2 еңеү, 1 тигеҙ иҫәп, 1 еңелеү.
Әҙәбиәт
- Washington Willy Fiola Failacce. Celeste Inmortal. — Монтевидео: Ediciones de la Plaza, 2014. — 528 с. — ISBN 978-9974-48-235-7.
Һылтанмалар
- Состав сборной Уругвая на Олимпиаде 1924 2012 йылдың 23 август көнөндә архивланған.
- Чемпионат Южной Америки 1924 года
- История ФК «Лито» (Монтевидео)