Кастро Эктор

Эктор Кастро (исп. Héctor Castro; 29 ноябрь 1904 йыл, Монтевидео — 15 сентябрь 1960 йыл) — Уругвай футболсыһы һәм тренеры.

Биографияһы

13 йәшендә Эктор Кастро электр бысҡыһынан йәрәхәтләнә, һөҙөмтәлә уң ҡул суғынан яҙа. Шуның өсөн уға El manco (һыңар ҡул) ҡушаматы йәбешә.

1928 йылғы Олимпия чемпионы. 1930 йылда — Донъя чемпионы (футбол тарихында берҙән-бер сулаҡ Донъя чемпионы). Донъя чемпионаттарында Кастро Уругвай йыйылма командаһы өсөн беренсе һәм еңеү голын индерә. Ике тапҡыр Көньяҡ Америка чемпионы. Уйынсы булараҡ өс тапҡыр Урагвай чемпионатында еңеү яулай.

1924 — 1936 йылдарҙа Монтевидеоның «Насьонале» өсөн сығыш яһай (бер миҙгел өҙөклөгө менән). Шулай уҡ «Лито» һәм Аргентинаның «Эстудиантесы» өсөн уйнай. «Лито» Уругвай йыйылма командаһына Хосе Насасси, Педро Сеа һәм Сингоне Педро кеүек йондоҙҙарҙы бирә.

Футболсы карьераһын тамалағас, тренер булып эшләй. Уның етәкселегендә «Насьональ» 5 тапҡыр ил чемпионатында еңеү яулай, 1939 йылда Кастро баш тренеры ярҙамсыһы вазифаһында эшләгәндә «Насьональ» шулай уҡ чемпион титулына эйә була.

Титулдары

Уйынсы:

  • Донъя чемпионы: 1930
  • Олимпия чемпионы: 1928
  • Көньяҡ Америка чемпионы (2): 1926, 1935
  • Уругвай чемпионы (3): 1924, 1933, 1934

Тренер:

  • Уругвай чемпионы (5): 1940, 1941, 1942, 1943, 1952
  • Команданың баш тренеры ярҙамсыһы сифатында Уругвай чемпионы: 1939

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә