Себер дәүләт индустриаль университеты
Себер дәүләт индустриаль университеты — Новокузнецк ҡалаһында урынлашҡан техник юғары уҡыу йорто[2][3].
Тарихы
1930 йылдың 23 июнендә СССР халыҡ комиссарҙары Советы һәм СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарары менән, төҙөлөүсе Кузнецк металлургия комбинаты өсөн профессиональ кадрҙар әҙерләү маҡсатында, Томск политехник университетының «Ҡара металл металлургияһы» һөнәре нигеҙендә асыла. 1931 йылдың көҙөндә академик И. П. Бардиндың тәҡдиме буйынса Новокузнецк ҡалаһына күсерелә[4] һәм Рудокопровая, 49 адресы буйынса урынлаштырыла[5].
1930—1933 йылдарҙа — Себер дәүләт ҡара металдар институты тип атала[4]. Тәүҙә металлургия һәм технология факультеттарынан ғына тора тора.
1933—1994 йылдарҙа — Серго Орджоникидзе исемендәге Себер дәүләт металлургия институты[4]. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында институт балалар өсөн мәҙәниәт йортонда урынлаша[6]. Эвакуацияланған уҡытыусылар һәм студенттар Себер дәүләт металлургия институтында ваҡытлыса эшләйҙәр. Тау (1949), төҙөлөш (1960) факультеттары барлыҡҡа килә. Төп (1965) һәм металлургия (1985) корпустары кампусы төҙөлә. Электрометаллургия (1965), иҡтисад (1995), автоматлаштырыу (1995) факультеттары барлыҡҡа килә.
1994—1997 йылдарҙа — Себер дәүләт тау-металлургия академияһы[4].
1998 йылдан алып — Себер дәүләт индустриаль университеты (СибГИУ)[4].
2010 йыл башына дөйөм сығарылыш 68 683 кеше тәшкил итә[7].
2015 йылдың 21 майында, Кемерово дәүләт университетының Новокузнецк филиалында уҡытылған 28 яңы һөнәр буйынса уҡытыуға лицензия ала[8]. Кемерово дәүләт университетының Новокузнецк филиалын Себер дәүләт индустриаль университетына ҡушыу планлаштырыла[9], әммә 2016 йылда Кемерово дәүләт университеты үҙгәртеп ҡоролоу менән бәйле, был уйҙан баш тартырға хәл ителә[10]. Шуға күрә берҙәм Новокузнецк университетын булдырыу мәсьәләһе асыҡ ҡала[11][12].
2019 йылдың мартына ҡарата 23 кафедраһы бар.
Кампус төп корпустан (Киров урамы), тау-металлургия корпусынан (Бардин урамында), спорт комплексынан, сериялы аудиториялар блогынан, ауыр лабораториялар блогынан, мәҙәни үҙәктән, ашхана, сиркәү, ятаҡтарҙан тора.
Институт фәнни хеҙмәттәрен: «Производство ферросплавов» (1972 йылдан), «Гидромеханизация горных работ» (1972 йылдан), «Известия вузов. Чёрная металлургия» (1987) баҫтырып сығара.
Ректорҙары
- Гутовской, Николай Владимирович (1929—1931);
- Болтенко, Петр Семенович (1931—1932)
- Дехтярь, Арон Яковлевич (1932—1939)
- Горшенин, Дмитрий Гаврилович (1939—1943);
- Вяткин, Егор Тимофеевич (1943—1945)
- Полухин, Петр Иванович (1945—1952);
- Куницын, Николай Михайлович (1952—1962);
- Суворов, Иван Капитонович (1962—1966);[13]
- Толстогузов Николай Васильевич (1966—1989);
- Кулагин Николай Михайлович (1989 — июль 2008);
- Мочалов Сергей Павлович (июль 2008 — июль 2013);
- Протопопов, Евгений Валентинович (20 июль 2013 — 6 август 2020);
- Юрьев, Алексей Борисович (2020 йылдың 6 авгусынан).
Билдәле уҡытыусылары
- Зарвин, Евгений Яковлевич — ҡорос металлургияһы кафедраһы профессоры.
- Шамовский, Илья Хононович — суйын металлургияһы кафедраһы профессоры.
- Грдина, Юрий Вячеславович — металдар физикаһы кафедраһы профессоры.
- Михайленко, Юрий Егорович — техник фәндәр кандидаты, йылылыҡ физикаһы һәм сәнәғәт экологияһы кафедраһы доценты.
- Самарин Александр Михайлович — СССР Фәндәр академияһы академигы. Ҡорос электрометаллургияһы кафедраһына нигеҙ һалыусы. Һуғыш осоронда Себер металлургия институтында эшләй. Мәскәү дәүләт ҡорос һәм иретмәләр институты ректоры.
- Дворников, Леонид Трофимович — Ҡырғыҙ Республикаһы фәндәр академияһы академигы, ғилми мәктәп етәксеһе. Машиналар һәм механизмдар теорияһы кафедраһы профессоры.
- Грузинов, Владимир Константинович — Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы, металлдар белгесе.
- Цымбал, Валентин Павлович — металлургия һәм мәғлүмәт технологиялары кафедраһы профессоры.
- Масловский, Петр Модестович — СССР Дәүләт премияһы лауреаты. Металлургия производствоһын автоматлаштырыу кафедраһы профессоры
- Авдеев, Виталий Павлович — СССР дәүләт премияһы лауреаты. Металлургия производствоһын автоматлаштырыу кафедраһы профессоры.
- Мышляев, Леонид Павлович — 2008 −2013 йылдарҙа фән буйынса проректор. Автоматлаштырыу һәм мәғлүмәт системалары кафедраһы профессоры.
- Громов, Виктор Евгеньевич —фәнни мәктәп етәксеһе. Физика кафедраһы профессоры.
- Финкель Виктор Моисеевич — 1960-сы йылдарҙа физика кафедраһы профессоры.
- Жеребин, Борис Николаевич — Социалистик Хеҙмәт Геройы, суйын металлургияһы кафедраһы профессоры.
Институттары
Хәҙер университетта түбәндәге институттар һәм кафедралар эшләй:
Архитектура-төҙөлөш институты
Барлыҡҡа килгән йылы: 2011 (1960—2011 — Төҙөлөш факультеты)
Директоры: Алешина Елена Анатольевна (техник фәндәр кандидаты, доцент)
Кафедралары:
- Архитектура кафедраһы
- Инженер конструкциялары һәм төҙөлөш материалдары технологиялары кафедраһы
- Йылылыҡ газ һыу менән тәьмин итеү, һыу ебәреү һәм вентиляция кафедраһы
{{{1}}}
Барлыҡҡа килгән йылы: 2011 (1948—2011 — Тау факультеты)
Директоры: Васильев Павел Валентинович (техник фәндәр кандидаты, профессор)
Кафедры:
- Геология, геодезия һәм йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге кафедраһы
- Геотехнология кафедраһы
- Асыҡ тау эштәре һәм электромеханика кафедраһы
Мәғлүмәт технологиялары һәм автоматлаштырылған системалар институты (ИИТиАС)
Барлыҡҡа килгән йылы: 2011 (1995—2011 — Автоматика, информатика һәм электромеханика факультеты + 2006—2011 — Мәғлүмәт технологиялары факультеты)
Директоры: Павлова Лариса Дмитриевна (техник фәндәр докторы, доцент)
Кафедралары:
- Автоматлаштырыу һәм мәғлүмәт системалары кафедраһы
- Ғәмәли математика һәм информатика кафедраһы
- Ҡулланма мәғлүмәт технологиялары һәм программалаштырыу кафедраһы
- Электротехника, электр күсергес һәм сәнәғәт электроникаһы кафедраһы
Машиналар эшләү һәм транспорт институты (ИМиТ)
Барлыҡҡа килгән йылы: 2011 (1960—2003 — Механика факультеты, 2003—2011 — Транспорт-механика факультеты)
Директоры: Князькина Ольга Владимировна (техник фәндәр кандидаты, доцент)
Кафедралары:
- Механика һәм машиналар эшләү кафедраһы
- Транспорт һәм логистика кафедраһы
Металлургия һәм материалдар фәне институты (ИМиМ)
Барлыҡҡа килгән йылы: 2010 (1930—2010 — Металлургия факультеты + 1939—2010 — Металдарҙы баҫым менән эшкәртеү һәм металдар фәне факультеты + 1972—2010 — Электротермик технологиялар факультеты)
Директоры: Галевский Геннадий Владиславович (техник фәндәр докторы, профессор)
Кафедралары:
- Материалдар фәне, ҡойоу һәм иретеп йәбештереү производствоһы кафедраһы
- Төҫлө металдар металлургияһы һәм химик технологиялар кафедраһы
- Ҡара металдар металлургияһы кафедраһы
- Металдарҙы баҫым менән эшкәртеү һәм металдар фәне кафедраһы ЕВРАЗ ЗСМК
- Йылылыҡ энергетикаһы һәм экология кафедраһы
{{{1}}}
Барлыҡҡа килгән йылы: 2014 (до 2014 — Физик культура, һаулыҡ һәм спорт факультеты)
Директоры: Хомичев Ян Юрьевич (педагогия фәндәре докторы, профессор)
Кафедралары:
- Физик тәрбиә кафедраһы
{{{1}}}
Барлыҡҡа килгән йылы: 2014 (2014 йылға тиклем — Тәбиғи фәндәр факультеты, 2014—2019 йылдарҙа Фундаменталь белем биреү институты)
Директоры: Шимлина Елена Владимировна (педагогия фәндәре докторы, доцент)
Кафедралары:
- Профессор В. М. Финкель исемендәге тәбиғи фәндәр дисциплиналары кафедраһы
- Социаль-гуманитар дисциплиналар кафедраһы
- Педагогик белем биреү кафедраһы
- Филология кафедраһы
Филиалдары
- Прокопьевск филиалы. Прокопьевск ҡалаһы, Жолтовский, 4. Төрлө йүнәлештәге 5 һөнәр төркөмө бар[14].
Мыски (1950—1958), Ермак ҡалаларында уҡыу-консультация пункттары һәм Белово ҡалаһында филиалы булған.
Фәнни мәктәбе
Билдәле тамамлаусылары
- Владимир Лисин — «Новолипецк металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе.
- Неверов, Сергей Иванович — Рәсәй сәйәсмәне, Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» партияһының генсовет секретары.
- Шевченко Николай Петрович — 1996—2007 Иҫке Оскол ҡалаһының урындағы хакимиәт башлығы.
- Ведерников, Геннадий Георгиевич — СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары[15].
- Сигаков, Дмитрий Ильич — Советтар Союзы Геройы
Иҫкәрмәләр
- ↑ Единый государственный реестр юридических лиц
- ↑ Кулагин, Галевский, 2002
- ↑ ОФИЦИАЛЬНЫЙ САЙТ для размещения информации о государственных (муниципальных) учреждениях. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2016. 2016 йылдың 19 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 5 Кулагин, Галевский, 2002, с. 88
- ↑ Здание на сайте Новокузнецкой библиотеки
- ↑ Библиотека СибГиу: История в цифрах и фактах.
- ↑ Сибирский государственный индустриальный университет 1930—2010. Глава 11
- ↑ СибГИУ успешно прошёл лицензирование
- ↑ Пресс-конференция директора НФИ КемГУ
- ↑ КемГУ порадовал новыми подробностями о реорганизации
- ↑ Рособрнадзор дал добро на реорганизацию единого вуза в Новокузнецке 5 августа 2015
- ↑ Вновокузнецке подвели итоги голосования по объединению ВУЗов
- ↑ Суворов Иван Капитонович (26.05.1918)
- ↑ Прокопьевский филиал СибГИУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2015. Архивировано 24 сентябрь 2015 года. 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Выдающиеся металлурги-выпускники СибГИУ
Әҙәбиәт
- Кулагин Н. М., Галевский Г. В. Ранний период университетской истории // Вестник горно-металлургической секции Российской академии естественных наук. Отделение металлургии: Сборник научных трудов. вып. 11 / Редкол.: Г. В. Галевский (главн. ред.) и др.. — Новокузнецк: Сибирский государственный индустриальный университет, 2002. — 187 с. — ISBN 5-7806-0129-1.